Яруллин Фәрит Заһидулла улы
Фәрит Заһидулла улы Яруллин (Yarullin Färit ulı Zahidulla; 1914 йылдың 18 марты — 1943 йылдың 17 октябре) — иң популяр татар композиторҙарының береһе, беренсе татар балеты «Шүрәле»нең көйөн ижад итеүсе, ТАССР-ҙың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт бүләге лауреаты (1958). Камера-инструменталь әҫәрҙәр, романстар, йырҙар яҙған, шулай уҡ халыҡ йырҙарын эшкәртеүсе лә булған.[1] [2]
Яруллин Фәрит Заһидулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1913 (1 ғинуар 1914) |
Тыуған урыны |
Ҡазан, Рәсәй империяһы Кирби[d], Лаишевский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] |
Вафат булған көнө | 17 октябрь 1943 (29 йәш) |
Вафат булған урыны | Новая Тухинь[d], Беларусь |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Ерләнгән урыны | Новая Тухинь[d] |
Һөнәр төрө | композитор |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Farid Yarullin |
Яруллин Фәрит Заһидулла улы Викимилектә |
Тормош юлы
үҙгәртергәФәрит Яруллин 1914 йылдың 18 мартында Тайыш өйәҙе Хәрби ауылында (вариант: Ҡазандың Суконный биҫтәһендә) донъяға килә. Уның атаһы Заһидулла Яруллин — халыҡ музыканты, үҙе лә байтаҡ ҡына йыр һәм инструменталь пьесалар, популяр «Туҡай маршы» авторы.
Башланғыс музыкаль белемде Фәрит Яруллин атаһынан ала. Аҙаҡ 1930 йылда ул Ҡазан сәнғәт техникумына уҡырға инә. Башта виолончель буйынса, тора-бара, махсус фортепьяно синыфында белем ала башлай. Техникумда уҡыу йылдарында уҡ ул Татарстан, музыкаль мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһенә әүерелә. Үҙешмәкәр хор түңәрәктәрен ойоштороп, уларға етәкселек итә, яңы асылған йәштәр театрында, аҙ һүҙле кинофильмдарҙа музыка башҡара.
1933 йылда Фәрит Яруллин Мәскәү консерваторияһының татар опера студияһына уҡырға инә. Бында ул композиция буйынса билдәле профессор Генрих Летинскийҙа белем ала. Мәскәүҙә уҡыу йылдарында (1934 — 1939) ул йырҙар, романстар, инструменталь миниатюралар яҙа башлай. Күләм яғынан ҙур әҫәрҙәрҙән: виолончель һәм фортепьяно өсөн соната, ҡыллы квартет һәм симфония ижад итә. Бына шулай йәш композитор үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. 1937 — 1938 йылдарҙа уның күңеленә Ғабдулла Туҡайҙың «Шүрәле» әкиәт-поэмаһын көйгә һалыу теләге тыуа. Ахыр сиктә, 1941 йылдың йәйендә автор «Шүрәле» балетының ҡаралама нөсхәһен балетмейстр Л. В. Якобсон тапшыра һәм балетты сәхнәләштереү эштәре башланып китә. Әммә балет сәхнәгә күтәрелә ҡала алмайса – Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Фәрит Яруллинды ла, армияға алып, һуғыш ҡырына ебәрәләр. 1941 йылда ул Ульяновскиҙағы йәйәүле ғәскәр училищеһын тамамлай, лейтенант дәрәжәһен ала[3]. 1942 йылда ул осраҡлы рәүештә дуҫты-остазы Генрих Литинский менән осраша. Танылған профессор Фәрит Яруллинды Мәскәү консерваторияһының хәрби-дирижёрлыҡ факультетына күсереү тураһында үрге командованиегә үтенес хаты яҙа. Әммә рөхсәт хаты килеп еткәндә, татар композиторын яңынан фронтка оҙатҡан булалар.
1943 йылдың 17 октябрендә Беларустың Витебск өлкәһе Дубровина районында барған бәрелештәрҙә Фәрит Яруллин һәләк була[4]. Ул оҙаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә йөрөй, ҡәбере 40 йылдан һуң ғына табыла. Ул Яңы Трухин исемле ауылда ерләнә[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Заһидулла Яруллин.
- Әсәһе — Нәғимә Ярмиева (Яруллина).
- Ҡатыны — Галина Сачек (1915-?).
- Ҡыҙы — Наилә Яруллина (1942).[5]
Ижады
үҙгәртергәФәрит Яруллин — татарҙың беренсе милли балетын тыуҙырған шәхес. Уның «Шүрәле» балеты 1945 йылдан алып Ҡаҙанда, Мәскәүҙә генә түгел, ә Советтар Союзын тәшкил иткән республика башҡалалары ла театрҙарында, Болгария, Румыния, Германия кеүек илдәрҙең абруйлы сәхнәләрендә лә уйналды һәм уйнала килә. Балетты Татарстан тамашасылары ла, сит ил ҡунаҡтары ла яратып ҡарайҙар.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Шүрәле» балеты (1939 — 1941)
- симфонияның 1 өлөшө (1939 — 1940?)
Камера-инструментал ансамблдәре:
үҙгәртергә- эскрипкә һәм фортепиано өсөн 3 пьеса
- виолончель һәм фортепиано өсөн соната
- ҡыллы квартет
- Фортепиано һәм тауыш өсөн романстар һәм йырҙар:
- Йырлама һин, иркәм (А.Пушкиндың "Сәғәтте пой, красавица, при мне" Ә-Ә.Ерикәй тәрж.);
- Нигә, нигә (Һади Таҡташ һүҙ.);
- Сегәндәр (А.Пушкиндың "Цыгане" Ә.Ерикәй тәрж.);
- Голова (Әхмәт Ерикәй һүҙ.);
- Йөрәк йыры (Әхмәт Ерикәй һүҙ.);
- Һуңғы көрәшкә (Муса Йәлил һүҙ.) һ.б.
Бүләктәр
үҙгәртергә1958 йылда, үлгәндән һуң, ТАССРның Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы ҡуртымға биреү тураһында ҡарар сығарылды.
Хәтер
үҙгәртергә- Ҡазандың Киров районындағы бер урамы Фәрит Яруллин исемен йөрөтә[6].
- Яруллинаның тыуған ауылы булған Кесе Сонда Фәрит Яруллин музейы эшләй.
- Әлмәт музыка көллиәтенә Фәрит Яруллин исеме бирелгән.
- Фәрит Яруллин яҙыусы тураһында Рашат Низамиев «Ут һәм йыр» тип исемләнгән роман-хроника ижад итә.
- https://tatarica.org/ru/razdely/kultura/iskusstvo/muzyka/personalii/yarullin-farid
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Татар энциклопедиясе: 6 томда / Баш мөхәррир. — Ҡаҙан: Зоологии., 2008-2021. — 719-655-715
- ↑ Татар энциклопедиясе-611-511 б.
- ↑ Портал города Казань 2014 йыл 1 февраль архивланған. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 Портал города Казань 2014 йыл 1 февраль архивланған. (рус.)
- ↑ А. Алмазова. Фәрит Яруллин һәм аның даирәсе. Казан утлары, 2015, №3, 10-139 бб.
- ↑ Портал города Казань 2014 йыл 1 февраль архивланған. (рус.)