Шүрәле́ — башҡорттарҙа (башҡ. шүрәле, урман эйәһе, ярымтыҡ yarımtıq, татарҙарҙа татар. шүрәле, şüräle, urman iyäse исемдәре аҫтында билдәле,[1]) — башҡорт[2] һәм татар әкиәттәрендәге антропоморф мифик зат.

Шүрәле
Рәсем
 Шүрәле Викимилектә

Башҡа халыҡтар мифологияһында ла осрай.

Тышҡы ҡиәфәте һәм ҡылыҡтары

үҙгәртергә

Шүрәле — башҡорт мифологияһында урын алған яуыз йән эйәһе. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы.

Оҙон нәҙек бармаҡлы һәм осло баҡыр тырнаҡлы, оҙон аяҡлы, һаҡаллы, бөкөрө, кеше рәүешендәге маңлайында һыңар мөгөҙө һерәйеп торған йән эйәһе. Ҡайһы берҙә ерән сәсле, түштәре һәленеп торған һәм аяҡ табандары артҡа ҡарап урынлашҡан бүрәнә йә ағасты хәтерләткән ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә лә күренә. Урман шырлыҡтарында, тауҙарҙа, йылға ярҙарында йәшәй. Шүрәле йыш ҡысҡыра һәм кешеләрҙе үсекләй. Кешене юлдан яҙҙыра, урман шырлығына алып инеп, ҡытыҡлап үлтерә. Урманда ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы урлай.

Төндә көтөүлектә утлаған аттарҙы өйөрәнән айырып, һыбай йөрөргә ярата, йылҡы малын ҡыуып, үлем хәленә еткерергә мөмкин. Шүрәлене тотоу маҡсатында, аттың һыртына ыҫмала һылайҙар.

Шүрәле һыуҙан ҡурҡа, шуға унан йылға йәки шишмә аша һикереп сығып ҡотолалар. Әгәр кисеү ҡайҙалығын белешһә, йүнәлеште йылғаның аҫҡы ағымына табан күрһәтергә кәрәк. Шүрәленән һул яҡ ҡултығы аҫтындағы тишек аша йөрәген, үпкәһен һурып сығарып йәки бармағын бүрәнә йырығына ҡыҫтырып ҡотолорға мөмкин.

Шүрәле һунарсылыҡ менән шөғөлләнә, ғаиләһе, бик матур ҡатындары һәм ҡыҙҙары була. «Шүрәле нәҫеле» легендаһына ярашлы, ҡайһы берҙә кеше Шүрәле менән никахҡа инә, шунан ырыу тармағы барлыҡҡа килә.

Шулай уҡ албаҫты, бисура, бәрей, ярымтыҡ һымаҡ мифологик заттар Шүрәлегә оҡшаған һыҙаттарға эйә.

Әҙәбиәттә Шүрәле образы

үҙгәртергә

Шүрәле — Ғабдулла Туҡайҙың «Шүрәле» поэмаһының геройы, шулай уҡ күп кенә башҡорт һәм татар әкиәттәре персонажы. Әкиәт геройҙары Шүрәлене бармағын ағас ярығына ҡыҫтырып алдайҙар.

Этнографик тикшереүҙәр, топонимика

үҙгәртергә

Этногоник легендалар ата-бабаларының архаик мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған боронғо халыҡтарға хас. Шүрәле башҡорттарға борондан, Көньяҡ Уралда йәшәгән һинд-арийҙар заманынан бирле, билдәле булған. Башҡорт халҡы, боронғо халыҡ булараҡ, һәр нәмәнең килеп сығышын миф аша аңлатҡан — ошондай фекер белдерә ғалим-этнолог, философия фәндәре докторы Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы.

Шүрәле тураһындағы риүәйәттәр, легендалар хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә генә түгел, башҡорттарҙың тарихи ерҙәрендә — Волга буйында, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Уралда — Свердловск, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында ла таралған. Башҡорт мифологияһы персонажы Шүрәле тураһында С. И. Руденко, Ф. Ә. Нәҙершина, Ф. Ғ. Хисамитдинова, З. Я. Шәрипова, Р. И. Сөләймәнов хеҙмәттәрендә, крайҙы өйрәнеү материалдарында байтаҡ мәғлүмәт баҫылып сыҡҡан. 1986 йылда бөрйән ырыуы вәкиле Фәйзулла ауылынан Маһира Хәлитова (1910 й. тыуған) һуғыш башланыр алдынан шүрәле менән осрашыуы хаҡында һөйләгән. Шүрәле йылғаһы буйында бесән сабып йөрөгәндә, кемдеңдер текәлеп ҡарағанын тоя ҡатын. Әйләнеп ҡараһа, оҙон буйлы, йөнтәҫ һәм хөштөмһөҙ бер заттың үҙенә ҡарап торғанын күрә. Ҡурҡҡанын һиҙҙерергә тырышмайса, ҡатын салғы тотҡан килеш аҡрын ғына йылға яғына сигенә. Тиҙ генә йылғаны кисеп сыға, шүрәле уның артынан килмәй тороп ҡала. Кисеү тураһында һорағас, Маһира йылғаның аҫҡы ағымын күрһәтә. Шул уҡ ауыл кешеһе 1907 йылғы Х. Г. Батыршин һәм Баймаҡ районы Иҙелбай ауылынан 1905 йылғы Сәйетҡолов, Баймаҡ ҡалаһынан Буранбаев та Ирәндек тауының урманлы, һаҙлыҡлы төпкөлдәрендә шүрәлеләр төйәкләнгәнен һөйләгән. Ейәнсура районынан крайҙы өйрәнеүсе Түләбаев Марат Сәйфулла улы шүрәле исеме менән бәйле топонимдарҙы өйрәнгән һәм 2005 йылда китап баҫтырған.

Күбәләк-тиләү, ҡыуаҡан, түңгәүер, тамъян, үҫәргән боронғо башҡорт ырыуҙары йәшәгән биләмәләрҙә ярымтыҡтарҙан бигерәк шүрәле тураһында күберәк беләләр.

«Шүрәле» компоненты Башкортостан райондарының бер нисә топонимында урын алған: Шүрәлетау һәм Шүрәлеҡая, Шүрәле йылғаһы тигән ороним, гидронимдар, Шүрәле урманы, Шүрәле һаҙлығы тигән атама осрай. Пермь крайы Барҙы районыының Буй йылғаһы буйында Шүрәле ауылы, шулай уҡ Асҡын районында йәшәгән балыҡсы ырыуы башҡорттарында ла Шүрәле топонимы бар.

1732 йылда уҡ тикшеренеүсе ғалим Гмелин Йоһанн Георг Шүрәле тауы итәгендә Шүрәле йылғаһы буйында төҙөлөп ятҡан металлургия заводына экспедиция менән килгән. Шулай итеп, Шүрәле тип исемләнгән демонологик фольклор персонажын топоним булараҡ теркәү, Ғабдулла Туҡай әҫәре ижад ителгәнгә тиклем, XVIII быуат башына, тура килә[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Арҫури — сыуаш аналогы
  • Пицен (дух)|Пицен — Себер татарҙары аналогы
  • Леший — славян халыҡтары аналогы
  • Эбэдэ
  • Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995
  • Сулейманова М. Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Донъя халыҡтары мифтары /Токарев С. А. редакторлығында— М., Совет энциклопедияһы, 1992 йыл — т.2
  2. ШУРАЛЕ, мифологический персонаж
  3. З. Г. Аминев. Шурале — персонаж башкирской демонологии