Яманғол
Яманғол (рус. Ямангулово) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 244 кеше булған[3]. Почта индексы — 453350, ОКАТО коды — 80239840010.
Яманғол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Отрада ауыл советы |
Халыҡ һаны |
244 кеше (2002)[1], 244 кеше (2009)[1], 237 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453350 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (96 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 172 | ||||
1920 йыл 26 август | 245 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 264 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 261 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 224 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 244 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 237 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 27 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Отрада): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 28 км
Тарихы
үҙгәртергәЯманғол ауылы тарихи документтарҙа тәү башлап 1756 йылда телгә алына. Ул — Вознесенск баҡыр иретеү заводы хужаһы барон Фон-Сиверсҡа аҫаба ерҙәрҙе һатыу тураһындағы «купчий» ҡағыҙы. Был документта, башҡа күп кенә башҡорт аҫабалары менән бер рәттән, Яманғол ауылына нигеҙ һалыусы олоҫ йөҙ башы, йәғни сотнигы Яманғол Уңғаровтың да ҡултамғаһы бар. Был шәхестең нәҫел-нәсәбенә килгәндә, Яманғол Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуынан. Уның 6-сы быуыны — тыуасары Өмөкамал Абдулла ҡыҙы Иҫәнғолова (1920 йылғы) инәй һөйләүенсә, Яманғол, Иманғол, Иҫәнғол бер туған булғандар. Иманғол хәҙерге Ырымбур өлкәһе Октябрь районына инеүсе Башҡорт Иманғоло ауылын нигеҙләгән. Ул йәш яғынан күпкә оло булғандыр, күрәһең, сөнки улы Муса Иманғолов Яманғол Уңғаров менән бер осорҙа йәшәгән
Яманғолдоң улдары — Атанғол, Ишмәкәй. Был нәҫел ир-заттары, үкенескә ҡаршы, инде бөгөн юҡҡа сығыу сигендә, тик гүзәл заттарыбыҙ ғына дауам иттерә Яманғол Уңғаровтың быуындар теҙмәһен. Шуларҙың береһе — беҙ исемен әле телгә алған Өмөкамал инәй.
—Яманғолдағы мәсетте заманында олатайым Исхаҡ һалдырған. 1918 йылға тиклем атайым Абдулла Исхаҡов старшина булып торған. Ул үҙ ғүмерендә 8 ҡатын алған, шуларҙан бөтәһе 20 балаһы тыуған. Ул нәҫелебеҙҙең шәжәрәһен бик ентекле алып барған булған. Тик үткән быуаттың 30-сы йылдарында уның был ҡулъяҙмаһын ҡулынан тартып алып, юҡ итәләр, ти ул. Шулай ҙа Өмөкамал инәй хәтерендә 10 быуынын һаҡлай алған. Уңғар — Яманғол — Атанғол -Иҫәнғол -Исхаҡ -Атаулла -Абдулла — Харис — Ергис — Рузин. Ә Яманғол Уңғаровтың Ишмәкәй тигән улынан түбәндәге быуындар таралған — Абдулваһап — Ғәбдерәзәҡ — Шәфҡәт.
Беҙ Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуының төрлө шәжәрәләрен сағыштырып өйрәнеп, уларға индерелмәгән быуындарҙы, бигерәк тә, һуңғы быуындарҙы өҫтәп, Яманғол ауылын нигеҙләүсе тарихи шәхестең Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәздең 11-се быуын вариҫы икәнлеген асыҡлай алдыҡ. Лоҡман Хәким — Ҡыпсаҡ — Лас бей -Ҡолдәүләт бей — Ҡолсадиҡ бей -Тулат бей — Баҡтыш бей — Торташ бей — Килдуш бей — Монаш бей -Йомаш бей — Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәз — Шайынғужа — Жыянғол — Ҡолсадиҡ — Этҡоҫто — Уңғар -Яманғол — Атанғол -Иҫәнғол — Исхаҡ — Атаулла -Абдулла — Харис — Ергис — Рузин.
Яманғол ауылының төп нәҫел-нәсәбе Әбсәләмов, Дәүләтшин, Балхиев, Мәмбәтшин, Ишмәкәев, Иҫәнғолов, Сөләймәнов фамилияларын йөрөткән һәм йөрөтә. Ҡырҙан күсеп килеп ултырғандар ҙа бик күп. Юлбарисовтар — монгол араһы, Юлсурин, Әлиевтар — ҡырым татарҙары, Сатвалов — сыуаш нәҫеле, Абдрахмановтар Ҡарғалы татарҙары араһынан күсеп килеп ултырып башҡортлашҡандар.
Ҡарт атайым Исхаҡ мулла булған, ул Мәхмүт Мөрсәлимовтың атаһын Яманғолға мөәзин итеп ситтән алып килгән. Мөрсәлимовтар нәҫеле бына шулай барлыҡҡа килгән был ауылда. Әсҡәт Әхмәтов Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Мәҡсүт ауылынан күсеп килгән. Йосоповтарҙың сығышы Урта Бабалар ауылынан, тәү күсеп килгән бабалары уҡытыусы булған, — тип һөйләй Өмөкамал инәй.
Ғалим Азат Әхмәҙулла улы Камалов «Атайсал» китабында[5] Яманғол ауылында Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Һыуын-Ҡыпсаҡ, Ҡары-Ҡыпсаҡ, Кирәй-Ҡыпсаҡ башҡорттары йәшәгәнлеген айырып яҙған.
1786 йылғы картала Яманғол мәхәллә үҙәге итеп күрһәтелә. 8-се ревизияла ауылда 42 йорт барлығы теркәлгән. 1859 йылда 32 өй булып, уларҙа 154 кеше йәшәгән. 1920 йылда бында йорттар һаны 53-кә, ә йәшәүселәр һаны 245 кешегә еткән. һәм Яманғол ауылы Етерыу кантонының Туғыҙтимер олоҫона ингән.
Ауыл халҡы, малсылыҡ менән бер рәттән, иген сәсеү эштәре менән дә шөғөлләнгән. Мәҫәлән, 1842 йылда 189 кешегә 584 бот яҙғы бойҙай сәселгән.
Яманғолдарҙан 22 йәшлек Илекәй Яныбай улы Арыҡов 1812 йылғы Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмаған. Был ауылда Турай Бикйәнов тигән һирәк осрай торған исем-шәрифле кеше лә йәшәгән. Уның хәҙерге Яманһары ауылында йәшәүсе йә шунда тыуып-үҫкән Тураевтарҙың нәсәбенән булыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә яманғолдарҙың тулы шәжәрәһе төҙөлмәгән.
Яманғол ауылы башҡорт әҙәбиәтенә күренекле яҙыусы Раил Байбулатовты бирҙе. Вафатынан һуң, әҙип тыуған ауылында ерләнде, башланғыс мәктәпкә уның исеме бирелде.
Исеме үрҙә телгә алынған Өмөкамал инәйҙең ҡыҙы Рәмилә Иҫәнғолова ла — бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы.
Яманғолдар, районыбыҙҙың башҡа ауылдары халҡы менән бер рәттән, бөгөнгәсә фажиғәле лә, данлыҡлы ла үҫеш юлы үтте.[6]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Байбулатов Раил Фәтхелислам улы (2.06.1937—22.07.2002) — яҙыусы, публицист, тәржемәсе. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Рәмилә Иҫәнғолова — уҡытыусы, шағир, бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы.
Урамдары
үҙгәртергәАуыл әҙәбиәттә
үҙгәртергә- Раил Байбулатов. Дала таңдары. Роман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.-368 бит.
- Рәмилә Иҫәнғолова. «Ауылдаштар» шиғыры. «Юшатыр» гәзите, 8 август, 2006 йыл.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Башҡортостан уҡытыусыһы. март 2020. Исем-аты юйылмаҫ мөғәллим Сынтимер Мөрсәлимов[8]
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- Раиль Байбулатов тураһында белешмә[9].
Сайтта
үҙгәртергә- Данлыҡлы уҡытыусы иҫтəлегенə (Фəтхелислам Мисбах улы Байбулатов)[10]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Атайсал. Өфө, «Китап» — 2001 й.
- ↑ Тәлғәт Шаһманов. Яманғол. «Юшатыр» гәзите, 2006 йыл, 8 август
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Исем-аты юйылмаҫ мөғәллим
- ↑ Раиль Байбулатов тураһында белешмә
- ↑ Министерство сельского хозяйства республики Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яманғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2022)
- Ямангулово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |