Вознесенка заводы

Викидатала элемент тултырылмаған

Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы — 1753 йылда К. Е. Сиверс тарафынан Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ырғыҙлы йылғаһы (Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы) буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына.

1756 йылда продукция етештерә башлай, заводта 7 баҡыр иретеү мейесе, гармахер һәм шплейзофен горндары, инструменттар эшләү оҫтаханаһы була. 1771 йыл башында 7 баҡыр иретеү мейесе, штыклы һәм 2 гармахер горны, горнлы баҡыр сүкеү фабрикаһы һәм 4 горнлы тимерлеге була. Вознесенка заводына 450 рудник ҡараған. 18 быуат аҙағында завод 50,3 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй. 1772 йылда заводта 2363 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. Барыһы эшләү дәүерендә 44,3 мең бот саф баҡыр иретелә; максималь етештереүсәнлек 5,5 мең бот тәшкил итә (1761). 1758—1762 йылдарҙа завод хакимиәте башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә крәҫтиән сыуалыштары була.

1765 йылға тиклем завод хужаһы граф К. Е. Сиверс була, 1765 йылдан алып ҡаҙна ҡарамағына күсерелә. Пугачев ихтилалына тиклем заводта 2300-ҙән ашыу дәүләт беркетелгән крәҫтиән һәм оҫталар иҫәпләнә.

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) барышында завод талана. 1773 йылдың октябрендә атаман И. Лаврентьевтың отряды тиҙҙән Бәрҙе биҫтәһенә Е. Пугачевҡа китә, үҙе менән 170 урындағы завод крәҫтиәнен алып китә, улар артабан ҡамауҙа ҡалған Ырымбур тирәһендә бәрелештәрҙә ҡатнашалар[1]. 1774 йылдың яҙына тиклем завод урындағы тау офицеры А. Соколов етәкселегендәге ихтилалсылар адмистрацияһы ҡарамағында була. 1774 йылдың апрель башында (1 апрелдә еңелеүҙән һуң) бында Е. И. Пугачёв булып китә, өс көн заводта үткәрә. Үҙе менән 30 крәҫтиән һәм 9 оҫта алып, шулай уҡ Соколовты, унтершихмейстер И.Рихтерҙы һәм копиист А.Седачевты, ул Әүжән-Петровка заводтарытабан юллана[1].

Вознесенка заводы А. С. Пушкиндың «Пугачев тарихында» архив әҙерләмәләрендә телгә алына.

1777 йылда завод тергеҙелә, һуңынан ябыла. Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә