Юность (Шаран районы)

(Юность (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)

Юность (рус. Юность) — Башҡортостандың Шаран районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренё ҡарата халыҡ һаны 106 кеше[1]. Почта индексы — 452635, ОКАТО коды — 80258830027.

Ауыл
Юность
Юность
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Шаран районы

Координаталар

54°58′25″ с. ш. 54°15′09″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 258 830 027

ОКТМО коды

80 658 430 216

ГКГН номеры

0520240

Юность (Рәсәй)
Юность
Юность
Юность (Шаран районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юность

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 114
2010 йыл 14 октябрь 106 53 53 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Шаран): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мичуринск): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 70 км

XX быуат башына тиклем ауыл биләмәһе урман менән ҡапланған була, яҡынса 1900 йылдар уртаһынан Яңы Троицк ауылының ерһеҙ крәҫтиәндәре был урман участкаларын һатып ала һәм һөрөнтө ерҙәргә эшкәртә башлай. 1920 йылдың көҙөндә был ауылда йәшәүсе Сергей Николаев яңы урынға күсеп килә, уның артынан Григорий Кузнецов, Иван Мухин һәм Григорий Гаврилов ғаиләләре 1921 йылда килә. Әммә улар менән Ивановка ауылы халҡы араһында ер бәхәсе була, был хәл кантон суды ҡарары менән хәл ителә. Яңы ауыл Березовка тип аталған, сөнки өс яҡтан ҡайын сауҡалыҡ менән уратып алынған. 1924 йылда ТОЗ (товарищество по совместной обработке земли; ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса ширҡәт) ойошторола; дәүләткә иген тапшырғандар, бының өсөн ҡайһы бер ауыл хужалығы кәрәк-ярағын ҡуртымға алынған, һуңынан быо әйберҙәр хужалыҡтарҙа ҡалған. Һуңыраҡ ауыл ширҡәт исеме менән үҙгәртелә. Юность ТОЗ-ы ауыл тип үҙгәртелә.[2]

1925 йылда Юность ширҡәте Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Шаран улусы составында була.[3] 1929 йылда «Юность» артель ҡасабаһы Резяпов улусыһына тапшырыла[9] 1929 йылдың көҙөндә коммуна ойошторола, ул 1933 йылда Юность колхозы булып китә. 1930 йылға 18 ихата, ете йыллыҡ мәктәп, медицина пункты, магазин, халыҡ йорто (һуңыраҡ клуб), ясле-баҡса, ашхана, һыу тирмәне була. Колхоз баҡсаһы ултыртыла.[2]

1930 йылда республикала кантон бүленеше бөтөрөлә, райондар ойошторола. Юность артеле Баҡалы районы составына инә[4], һуңынан Саҡмағош районы составына инә. 1935 йылда ауыл Советы үҙәге булған ҡасаба яңы булдырылған Шаран районына тапшырыла[5][6], 1937 йылдың 9 майында сельсовьет бүленә, Юность яңы Триключин ауыл советы составына инә[7]. 1939 йылда Юность ауылы Шаран районының Триключинский ауыл советына күсерелә[8]..

Һуғыш башына колхоз райондың иң алдынғы хужалыҡтарының береһе була, ике тапҡыр ВДНХ-ла ҡатнаша. Бында киндер үҫтергәндәрр, кирбес эшләгәндәр, йөн цехы, ике умарталыҡ һәм балыҡ үҫтереү өсөн ике быуа булған; был шөғөлдән бик күп килем алғандар. Ауылдан һуғышҡа 26 кешеһе киткән, бары тик 12 кеше генә әйләнеп ҡайтҡан. Һуғыштан һуң алдағы производство тергеҙелә, тирмән һәм таҡта ярҙырыу цехы төҙөлә.[2]

1952[9] һәм 1959[10] йылдарҙа шул уҡ ауыл Советында Юность ауылы (село)тип теркәлә. 1961 йылда Юносьт ҡабаттан ауыл (деревня) булып үҙгәртелә[4], 1960 йылдан «Мичуринск» совхозы составына инә[2].

1960-сы йылдарҙа, сиктәрҙе алмаштырғандан һуң, Триключа ауыл советы Юность ауылныа күсерелә.[11] 1963 йылдың башында административ-территориаль бүленеш реформаһы һөҙөмтәһендә ауыл Туймазы районы составына индерелә, 1964 йылдың мартынан — Баҡалы районы составында, 1966 йылдың 30 декабренән — йәнә Шаран районына бирелә[2].

1992 йылдың майында Юность ауыл Советы Юност ауылы менән бергә Мичуринск аул советы составына инә.[11]

1999 йылда ауыл «Мичурин совхозы» составына инә[12].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Миннигалиев, 2011, с. 54—55
  3. Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 60. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.
  4. 4,0 4,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1961 года / Сост.: Н. Х. Буранбаев, С. К. Кильметов, С. Н. Муликов, К. Р. Рахматуллин. — Уфа: Башкнигоиздат, 1961. — С. 339. — 428 с.
  5. Миннигалиев, 2011, с. 21
  6. История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001) / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2003. — С. 123. — 536 с.
  7. Миннигалиев, 2011, с. 22
  8. БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года. — Уфа: Башк. гос. изд-во, 1941. — С. 374. — 387 с.
  9. Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — С. 246. — 494 с.
  10. Населенные пункты Башкортостана. В 4 т. Т.2. По мат. Всесоюзных переписей 1959 и 1970 годов.. — Уфа: Китап, 2018. — С. 225. — 424 с. — ISBN 978-5-295-07053-2.
  11. 11,0 11,1 Миннигалиев, 2011, с. 23
  12. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 1999 года. — Уфа: Башбланкиздат, 1999. — С. 336. — 411 с.