Юлсы (мосафир) намаҙы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Юлсы (мосафир) намаҙы — мосафир кешененең намаҙы.
Кем 90 саҡырымлыҡ юл үтергә ниәте булып (йәйәү уртаса тиҙлек менән 18 сәғәтлек, йә 3 көнлөк йәйәүле юлға), үҙенең йәшәгән еренән юлға сыҡҡан кешегә юлсы тиҙәр.
Киткән ерендә 15 көндән артыҡ булһа, ул мосафир һаналмай, әгәр 15 көндән аҙыраҡ ҡалһа — мосафир булып һаналыр. Ул шул уҡ көндө, йә иртәгеһенә ҡайтырға ниәт ҡылһа, ул юлсы һаналыр, был ниәтен ун йыл буйы яңыртып торһа ла.
Юлсы намаҙын ҡылыу тәртибе
үҙгәртергәДинебеҙ мосафирҙарға ҡарата еңеллектәр яһауҙы күҙ алдында тота.
Юлсыға дүрт рәҡәғәт фарыз намаҙын ике рәҡәғәт фарыз итеп ҡылырға. З һәм 2 рәҡәғәтле фарыз намаҙҙар ҡыҫҡартылмай. Сәфәр дауамында, уңайлы урын булһа, сөннәттәрен дә ҡыҫҡартмай уҡый ала.
Мосафир кеше дүрт рәҡәғәтле фарыз намаҙҙарында мосафир булмаған имамға эйәрһә, имам менән бергә намаҙын дүрт рәҡәғәт итеп ҡыла.
Имамға беренсе рәҡәғәттән һуң эйәргән булһа, имам сәләм биргәндән һуң намаҙын тамамлар. Мосафир булған кеше мосафир булмағандарға имамлык итһә, имам икенсе рәкәғәттән һуң сәләм бирә, ә мосафир булмаған йәмәғәт дүрт рәҡәғәтен тамамлар.
Юлсы сәфәр ваҡытында ҡалдырған дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙы, сәфәрҙән һуң ике рәҡәғәт ҡаза итеп ҡыла ала.
Мосафир тәһәрәт алып кейгән мәсехтәр өҫтөнә өс көн һәм өс тән мәсех яһарға була.
Юлсы, Рамаҙанда, теләһә ураҙаһын тотор, теләһә бүтән ваҡытҡа ҡалдырып өйөнә ҡайтҡас тота ала. Ураҙа тоторға бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ булмаһа ураҙаны ваҡытында тотоу хәйерлерәк.
Мосафирға йома һәм байрам намаҙҙарын ҡылмаҫка ла мөмкин. Әгәр ҡылһа, намаҙы ҡабул булыр. Йома намаҙын ҡыла алмаһа, өйлә намаҙын ҡылыр.
Былар барыһы ла, сәфәр ҡыйынлыҡтарын иҫәпкә алып, динебеҙҙең мосафир өсөн яһалған еңеллектәрелер.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
- Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев