Юлдаш Һөйәрембәтов
Юлдаш Һөйәрембәтов (?—1742) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Мулла.
Юлдаш Һөйәрембәтов | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Көҙәй улусы, Себер даруғаһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Биографияһы
үҙгәртергәЮлдаш Һөйәрембәтов сығышы менән Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорттарынан. Көҙәй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара[1].
1736 йылдың ғинуар уртаһында А. И. Тевкелевтың каратель командаһы башҡорт ауылдарын (шул иҫәптән Һөйәнтөҙ ауылын) юҡ итә, уларҙың халҡын үлтерә йәки әсирлеккә ала башлай. Себер даруғаһы башҡорттары Өфө властарына каратель яуҙарын туҡтатыуҙы һорап мөрәжәғәт ебәрә, уға ошо даруғаның 10 улусынан 17 вәкил (шул иҫәптән Юлдаш Һөйәрембәтев, Ҡыуаҡан улусынан мулла Бәпәнәй Төрөпбирҙин) ҡул ҡуя[2]. Чиновниктар менән һөйләшеүҙәр һәм хат алышҡанда, Юлдаш мулла тарихи материалдарҙы ҡулланып властарҙан уступкалар талап итә. Әммә был мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡала, ә Юлдаш мулла 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе булып китә[3].
1737 йылдың ғинуарында Көҙәш Рахманғоловҡа властарға тоғролоҡҡа ант итә. Ғинуар аҙағында Себер даруғаһы башҡорттары Өфө властарынан баш ҡалаға императрица Анна Иоановнаға челобитная менән барырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итәләр[4]. 1737 йылдың яҙында Урта жүз ҡаҙаҡтары менән баш күтәреүселәргә ҡораллы ярҙам итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара[1]. 1737 йылдың май башында Мырҙалар улусының Васкино ауылында Себер даруғаһының бер нисә улустары вәкилдәренең йыйыны үтә, Юлдаш мулла бында сығыш яһай һәм башҡорттарға Урта жүздән хан саҡырыу ниәте хаҡында хәбәр итә, әммә ҡайһылары был тәҡдимғә ҡырҡа ҡаршы була[5].
Июндә 2500 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 4200) кешенән торған Юлдаш Һөйәрембәтов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге баш күтәреүселәр Богдановский ҡәлғәһен ҡамауға ала. Алыш ике көн дауам итә, әммә ихтилалсылар ҡәлғәне яулап ала алмай, эргә тирәһендәге күскенселәрҙең тораҡ пункттарын талап Бөрө ҡалаһына йүнәлә. Ғәйнә башҡорттары Себер даруғаһы баш күтәреүселәренә ҡушыла һәм улар бергәләп Уҫы һәм Көңгөр ҡалалары, Тере Танып йылғаһы тирәһендәге күскенселәрҙең ауылдарын талайҙар[5]. 1737 йылдың июнь аҙағы — август башында Юлдаш мулланың отряды Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов һ.б. отрядтары менән берлектә Бөрө, Ҡатай острогы, Красноуфимск ҡәлғәһе, Көңгөр, Уҫы һ.б. Иҫәт һәм Өфө провинцияларының тораҡ пункттары тирәһендә алыштар алып бара[1].
1737 йылдың сентябрендә Калиновский ҡәлғәһе янында капитан Галчиндың хөкүмәт командаһына ҡаршы алышта ҡатнаша. 1737 йылдың октябрь—ноябрендә ихтилалсылар һәм батша чиновниктары араһында һөйләшеүҙәр башлана. Баш күтәреүселәр Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов һәм башҡа ҡулға алынған ихтилал етәкселәрен иреккә сығарыу һәм йөкләмәләрҙе (штраф аттарын) талап итмәү шарты менән көрәште туҡтатасаҡтарын белдерәләр, әммә властар был талаптарҙы үтәүҙән баш тарта. 1738 йылдың ғинуарында Себер даруғаһында ихтилал йәнә тоҡана, апрель-майҙа Сыбаркүл, Силәбе һәм Красноуфимск ҡәлғәләренә, Ревда заводына һөжүм итәләр. Июндә 2500 кешенән торған полковник Арсеньевтең командаһы менән бер нисә алыш була, Арсеньев сигенергә мәжбүр була. Июнь аҙағында ихтилалсылар майор Люткин командаһы менән ауыр алыштар алып бара. Июль аҙағында баш күтәреүселәр властар менән һөйләшеүҙәрҙе башлай. Август уртаһында Башҡорт комиссияһы командиры генерал-майор Л. Я. Соймоновҡа Себер даруғаһындағы ихтилал етәкселәре Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов һәм Юлдаш Һөйәрембәтовтар «ғәйептәрен танып» биреләләр[3].
1739 йылда башҡорттар араһында властар тарафынан йән иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға ҡаршы була. 1740 йылдан Себер даруғаһында Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Шығанай Борсаҡов менән бергә Ҡараһаҡалға ҡаршы хәрәкәт итә. 1740 йылда әсиргә алына. 1742 йылдың сентябренә тиклем Ырымбур төрмәһендә тотола, үлем язаһына тарттырыла[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Акманов И. Г. Юлдаш Һөйәрембәтов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ История башкирского народа, 2011, с. 202
- ↑ 3,0 3,1 История башкирского народа, 2011, с. 220—221
- ↑ Бының тураһында Өфө воеводаһы С . В. Шемякин Ырымбур экспедицияһы начальнигы Ырымбур экспедицияһы начальнигы М. С. Хрущевҡа артабанғыса хәбәр иткән:«…оные Елдаш мулла с товарыщи и письменно о даче пашпорта просили ехать до Санкт-Петербурха до е. и. в. На что к ним от меня указом предложено, чтоб ехали в Уфу… и по приезде де их дастца тот пашпорт без замедления..»
— История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 210. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- ↑ 5,0 5,1 История башкирского народа, 2011, с. 213
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1993.
- Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. — Уфа, 1995.
- Военная история башкир. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — ISBN 978-5-88185-076-0
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Устюгов Н. В. Башкирское восстание 1737—1739 гг.. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1950. — 94 с. — 2000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡманов И. Ғ. Юлдаш Һөйәрембәтов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сагидулин Р. Красноуфимское сражение 25 июня 1736 года // Ватандаш. — 2014. — № 8. — ISSN 1683-3554.