Башҡорт эштәре комиссияһы
Башҡорт эштәре комиссияһы (Башҡорт комиссияһы[1], 1735 — 1742) — Рәсәйҙә императрица Анна Иоанновна указы буйынса хөкүмәт тарафынан ойошторолған дәүләт учреждениеһы. Указда 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа ҡатнашҡан башҡорттарҙы язалау һәм ихтилалды баҫтырыу буйынса саралар тураһында һүҙ бара.
Тарих
үҙгәртергәКомиссия 1735 йылдың 13 авгусында булдырыла һәм ошо йылдан алып Башҡортостан менән идара итеүҙең төп органы булып китә. Уның ҡарамағында шулай уҡ Әстерхан һәм Ҡазан губерналары була.
Генерал-майор А. И. Румянцев (1735—1736), М. С. Хрущев (1736—1737), Л. Я. Соймонов (1737—1742) начальниктары була. Штаб-фатиры Минзәлә ҡалаһында урынлаша.
Башҡорт һәм Ырымбур комиссиялары (штабы Өфө ҡалаһында була) ғәҙәттән тыш хәлдә коалицион хөкүмәте ролен башҡарырға тейеш була. Бынан тыш, комиссия административ, дипломатик, хәрби һәм иҡтисади — сәйәси функциялар башҡара.
1736 йылдың 11 феврале Указдарына ярашлы урыҫ халҡы иҫәбен алыу ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ башҡорттарҙың да иҫәбен алыу буйынса саралар күрелә.
1737 йылдың 14 июлендә Башҡорт комиссияһы һәм Ырымбур экспедицияһының уртаҡ кәңәшмәһендә ҡарар ҡабул ителә. Атап әйткәндә, башҡорттарҙың һайлап ҡуйылған старшиналары Өфө властары тарафынан тәғәйенләнгәндәргә алмаштырыла, йыйылыштарға, (йыйындарға) тыйыу индерелә. Шулай уҡ ҡорал яһау һәм тимерселек тыйыла. Башҡорт булмаған халыҡтарға төп халыҡҡа ата торған һәм башҡа төрлө ҡорал һатыуы тыйыла. Яһаҡ түләү һәм хөкөм үҙәктәре итеп, Өфөнән башҡа, Минзәлә, Красноуфимск, Уҫы һәм Сыбаркүл нығытмаһы билдәләнә.
1737 йылда Ырымбур экспедицияһын провиант һәм икмәк запастары менән тәьмин итеү өсөн Иҫәт провинцияһы булдырыла. Ихтилалдарҙы баҫтырғандан һуң Башҡорт комиссияһы баш күтәргән башҡорттарҙы массауи язалауын үткәреүе һәм ойоштороуы менән етәкселек итә[2].
1742 йылда батша администрацияһы Башҡорт комиссияһының эше туҡтатылыуы һәм уның функцияларын Ырымбур коммиссияһына тапшырылыуы тураһында ҡарар ҡабул итә.
Архив материалдары буйынса генерал — прокурор кенәз Н. Ю. Трубецкойҙың тикшереү комиссияһы эшмәкәрлеге тураһында билдәле. Комиссия 1737—1741 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырған саҡта генерал Л. Я. Соймоновтың саманан тыш ҡанһыҙлығын һәм Өфө провинцияһы администрацияһының, обер — комиссар П. Д. Аксаковтың енәйәттәрен һәм башҡа эштәрҙе тикшерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Россия архивы 2015 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ Статья " Башҡортостан:Ҡыҫҡаса энциклопедия 2013 йыл 3 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рычков П. И. История Оренбургская по учреждении Оренбургской губернии. Уфа:ЦЭИ УНЦ РАН, 2002.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья в Башкортостан:Краткая энциклопедия 2013 йыл 3 апрель архивланған.
- Избасарова Г. Башкирские восстания XVIII века 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)