Савельев-Сас Александр Сергеевич

Савельев-Сас Александр Сергеевич (26 сентябрь 1932 йыл12 июнь 2021 йыл) — сыуаш шағиры, яҙыусы. Халыҡ мәғарифы алдынғыһы. М. Трубина, Ф. Кәрим, Ауырғазы район хакимиәтенең Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй.

Савельев-Сас Александр Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 сентябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1]
Тыуған урыны Юламан, Талбазы ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 июнь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (88 йәш)
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, тәржемәсе

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Сергеевич Савельев-Сас 1932 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районындағы Юламан тигән сыуаш ауылында тыуа.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, туған колхозында эшләй. 19511954 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. Киске мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ пединститутында юғары белем ала.

Туған мәктәбендә уҡыта, район гәзитендә эшләй.

Күп хикәйә һәм повестарын Чебоксарҙың гәзит-журналдарында баҫтыра. Уларҙың иң билдәлеһе — «Ют арăм» (Сит ҡатын) повесы. Әҙәбиәт хеҙмәткәре барлығы алты китап сығара.

Яҙыусының әҫәрҙәре урыҫ, татар, башҡорт телдәренә тәржемә ителгән.

Әҙип 2021 йылдың 12 июнендә вафат була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Китаптары: «Кама пысăкрах» — Кем бейегерәк (1975), «Ялти сукмаксем» — Ауыл һуҡмаҡтары (1981), «Кашкăр сукмакĕ» — Бүре һуҡмағы (1987), «Шăнкăравлă пĕкĕ» — Дөңгөрлө дуға (1993), «Сăвăсем» — Шиғырҙар (2000).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2