Южноуральск ГРЭС-ы
Южноуральск ГРЭС-ы (рус. Южноура́льская ГРЭС) — Рәсәйҙең йылылыҡ электростанцияһы, Силәбе өлкәһенең Южноуральск ҡалаһында Уйылға йылғаһы Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысының һул ярында урынлашҡан.
Южноуральск ГРЭС-ы | |
Ил | |
---|---|
Источник водозабора |
Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы (Уйылға йылғаһы) |
Собственник | |
Эксплуатацияға башланған йылы | |
Төп характеристикалар | |
Электр ҡеүәте |
747 МВт |
Йылылыҡ ҡеүәте |
320 Гкал/ч |
Ҡорамалдар характеристикаһы | |
Төп яғыулыҡ | |
Турбиналар һаны һәм маркаһы |
2хК-50-90-2, П-35/50-90/10,ПТ-83/100-90/9, К-100-90-5,2хТ-82-90/2,5, 2хК-200-130 |
Төп ҡоролмалары | |
Бүлеүсе ҡорамал |
220, 110 кВ (ГРЭС-1) 500, 220 кВ (ГРЭС-2) |
Картала | |
Интер РАО Төркөмө составына инә (элек — «ОГК-3» ААЙ-ы составында).
Адресы: 457040, Силәбе өлкәһенең Южноуральск ҡалаһы, Спорт урамы, 1-се йорт.
Тарихы
үҙгәртергәПроектлау һәм төҙөү
үҙгәртергәЭлектр станцияһын төҙөү урыны Уйылға йылғаһының һул ярында һайланған. ГРЭС бинаһы һәм ҡоролмалары дүрт террасала урынлашҡан[1]
Южноуральск ҡала электр станцияһы төҙөлөшө СССР Министрҙар Советының 1948 йылдың 2 июнендәге 248-се ҡарары рәүешендә рәсмиләштерелә. Төҙөлөш Электр станциялары министрлығына йөкмәтелә. Проект документацияһын әҙерләү менән «Теплоэлектропроект» институтының (Мәскәү) баш бүлексәһе шөғөлләнә. Проекттың баш инженеры С. С. Ракита, проекттың баш архитекторы И. И. Мальц була.
Институттың субподрядсылары:[1]
- «Теплоэлектропроект» (Ленинград бүлексәһе) — техник һыу менән тәьмин итеүҙе проектлау, гидро-газ таҙартыуы;
- «Гипрониигаз» институты (Һарытау) — электр станцияһын газ менән тәьмин итеүҙе проектлау.
Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы — СССР Энергетика һәм электрлаштырыу министрлығының «Южуралэнергострой» тресы төҙөлөш идаралығы. Электр станцияһын халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарынан утыҙҙан ашыу коллектив төҙөгән. Южноуральск ҡала электр станцияһын төҙөүгә илдең күп төбәктәренән иң яҡшы белгестәр саҡырылған.
Төҙөлөш 1952 йылдың апреленә тамамлана. Станцияның тәүге эшләй башлау операциялары 23 апрелдәбашлана, ә генераторҙы эшләтеп ебәреү 28 апрелдә 0 сәғәттә 23 минутта башҡарыла[1]
Электр станцияһы ҡеүәте 747 мвт тәшкил итә. Станцияның йылылыҡ ҡеүәте — 320 Гкал/час.
Үҫеш этаптары
үҙгәртергәПланлы иҡтисад тамамланғандан һәм 1990-сы йылдарҙа станцияның хосуси идара ителеүгә күсеүе предприятие етәкселегенә яңы маҡсаттар һәм бурыстар йөкмәтә
XXI быуат башында станция ике тапҡыр юридик йәһәттән үҙгәртелеү кисерә:[1]
- «Челябэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу 2005 йылдың 31 ғинуарында «Южноуральск ГРЭС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыу юлы менән башҡарылған;
- 2006 йылдың 1 апреленән станция"ОГК-3" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булып тора;
- 2012 йылдан алып Южноуральск электр станцияһы «Интер РАО — Электрогенерация» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булып тора.
ГРЭС-2
үҙгәртергәЭлектр станцияһын 1290 МВт ҡеүәткә сығарыу өсөн артабан үҫтереү күҙаллана. Бының өсөн «ОГК-3» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы 2008 йылда Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысының ҡаршы ярында, Южноуральск яғыулыҡ-энергетика станцияһының ғәмәлдәге майҙанынан дүрт километр алыҫлыҡта ике яңы энергия блогын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткән. 2010 йылдың 14 авгусында Южноуральск ГРЭС-2 нигеҙенә символик «тәүге ташҡа» нигеҙ һалынған.
Энергоблок 2014 йылда эшләтелә башлай: беренсһе — 17 февралдә, икенсеһе — 25 ноябрҙә[2]. Ҡеүәте ярашлы рәүештә 408 һәм 416,6 МВт[3][4].
Рәсми пресс-релизда станция ҡеүәте 2016 йылда 844,5 МВт-ға тиклем артҡан тип белдерелә[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Южноуральская ГРЭС . Официальный сайт «ОГК-3». Дата обращения: 19 октябрь 2008. Архивировано 24 декабрь 2009 года. 2009 йыл 24 декабрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Южноуральская ГРЭС» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ На Южноуральской ГРЭС-2 торжественно запустили второй энергоблок — Новости онлайн — Новости
- ↑ ИНТЕР РАО — Электрогенерация: Южноуральская ГРЭС 2015 йыл 6 февраль архивланған.
- ↑ 2014 год — рекордный по вводу электрических мощностей в постсоветской России | Энергетика. ТЭС и АЭС
- ↑ АО «Интер РАО — Электрогенерация» подвело итоги производственной деятельности за 2016 год 2017 йыл 16 март архивланған.