Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы
Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы (рус. Южноуральское водохранилище) — Рәсәй Силәбе өлкәһе Уйылға йылғаһында 1952 йылда булдырылған яһалма һыу ятҡылығы. Көньяҡ Урал ГРЭС-ы быуаһы төҙөлөшө тамамланыу менән һыуһаҡлағыс барлыҡҡа килтерелгән.
Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Уйылға |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Уйылға |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәҺыуһаҡлағыс Силәбе өлкәһе Уйылға районында урынлашҡан. Һыу ятҡылығының көньяҡ өлөшөндә — Южноуральск ҡалаһы, төньяҡ-көнсығыш яр буйында — Кичигин ауылы, көнсығыш өлөшөндә — Кичигин ҡарағайлығы. Һыу көҙгөһө майҙаны — 17,2 км², иң тәрән ере 11 метрға метртиклем.
Хайуандар донъяһы
үҙгәртергәБалыҡтарҙан алабуға, суртан, ҡорман һәм ҡайһы бер башҡа төр балыҡтар бар. 1965 йылда судак селбәрәләре һәм үрсем балыҡ ебәргәндәр. Бында ҡорман бигерәк тә яҡшы яраҡлашҡан, уны 1954 йылдан алып 1960 йылға тиклем һәм 2014 йылда ебәргән булғандар. Башҡа һыу ятҡылыҡтарында үрсетеү өсөн тиҫтәләрсә-йөҙҙәрсә мең дана ҡорман селбәрәләре аулана. Һыуһаҡлағыс урыны бик ҡиммәтле ҡорман питомнигына әүерелә.
Антропоген йөкләнеш
үҙгәртергәҺыуһаҡлағыс Көньяҡ Урал ГРЭС-ы өсөн һыу һыуытҡыс һәм һыу алыу сығанағы, шулай уҡ Южноуральск ҡалаһы өсөн төп эсәр һыу резервуары булып хеҙмәт итә[1]
Рекреацион әһәмиәткә эйә: һыуһаҡлағыс ярҙарында ял базалары һәм балалар лагерҙары урынлашҡан (Звездный, Олимпия, Лесная сказка).
Һыуһаҡлағыс буйында урынлашҡан тораҡ пункттар: Южноуральск ҡалаһы, Берёзовка, Кичигин ауылдары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Водные ресурсы Челябинской области . Архивировано 17 апрель 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Южноуральское водохранилище . Дата обращения: 8 февраль 2020.