Эйгенсон Александр Сергеевич

Эйгенсон Александр Сергеевич (15 июль 1912, Армавир, Кубань өлкәһе, Рәсәй Империяһы4 апрель 1999, Өфө, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй химиктехнологы һәм уҡытыусы. Техник фәндәр кандидаты (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1952, 1955) ордендары менән бүләкләнгән.

Александр Сергеевич Эйгенсон
Тыуған көнө

15 июль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Армавир, Кубань өлкәһе, Рәсәй Империяһы

Вафат көнө

4 апрель 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Рәсәй

Ил

Рәсәй Империяһы Рәсәй Империяһы
СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

химия

Эшләгән урыны

Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ
ӨДНТУ

Альма-матер

Әзербайжан индустриаль институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр кандидаты

Награда һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Тышҡы һүрәттәр
Александр Эйгенсон

Биографияһы

үҙгәртергә

Эйгенсон Александр Сергеевич 1912 йылдың 15 июлендә Кубань өлкәһенең Армавир ауылында тыуа.

1935 йылда ул Әзербайжандың Баҡы ҡалаһындағы М.А. Азизбеков исемендәге индустриаль институтын инженер-технолог һөнәре буйынса тамамлай. 1932 йылдан алып Баҡы ҡалаһында эшләй башлай: нефть эшкәртеү заводтарында, 1935 йылдан башлап Әзербайжан нефть ғилми тикшеренеүҙәр институтында, бер үк ваҡытта 1938 йылдан алып Әзербайжан индустриаль институтында уҡыта.

1941 йылдан алып Александр Эйгенсон П. А. Джапаридзе исемендәге нефть эшкәртеү заводында баш инженер вазифаһын биләй. 1943 йылдан — Краснокамск НЭЗ‑ы директоры (Молотов өлкәһе), 1946 йылдың апреленән сентябргә тиклем Мәскәүҙә СССР Көнсығыш райондары нефть сәнәғәте министрлығының көнсығыш райондарҙа нефть эшкәртеү буйынса Баш идаралығында техник бүлек начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәтен үтәй.

1946 йылдан алып — 417‑се заводтың үҙәк лаборатория начальнигы, 1947 йылдан башлап — Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда баш технолог, ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1949 йылда Эйгенсон техник фәндәр кандидаты исемен яҡлай.

Александр Сергеевич бер үк ваҡытта Өфө нефть институтында уҡытыу эшен алып бара, 1954 йылдан башлап Өфө НЭЗ‑ында баш инженер вазифаһын биләй. 1956—1976 йылдарҙа Эйгенсон өҙөклөк менән үҙе ойошторған Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда директор вазифаһы буйынса эшләй.

1959—1963 йылдарҙа Башҡортостан совнархозының техник идаралыҡ начальнигы булып эшләй.

1952 һәм 1955 йылдарҙа — «Почёт Билдәһе», 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була.

1966 йылда Александр Сергеевич БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, 1976 йылда — СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы исемдәре менән бүләкләнә.

Эйгенсон ҡарамағында республикала химия һәм нефтехимия комплексын үҫтереү буйынса программаһы төҙөлгән. Илдә тәүгеләрҙән булып көкөртлө нефтте, шул иҫәптән шуларҙың юғары температурала ҡайнаған дистилляттарын, тәрән эшкәртеүҙең технологик алымдары яһалған, Волга буйы, Көнбайыш Себер, Көнбайыш Урал нефттәренең классификациялары булдырылған. Александр Сергеевич VIII - X донья нефть конгрестарында ҡатнаша.

Эйгенсон 300 тирәһе ғилми эштәр һәм 30 уйлап табыу авторы була.

1999 йылдың 4 апрелендә Өфөлә вафат була.

Наградалары һәм исемдәре

үҙгәртергә

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Закономерности компонентно‑фракционного состава и химических характеристик пластовых и резервуарных нефтей. Томск, 1986 (авторҙ.)
  • Опыт генетической интерпретации закономерностей состава природных углеводородных систем. Томск, 1991

Һылтанмалар

үҙгәртергә