Ырыҫ[1] (Урус[2] татар. Үрсу, рус. Урусово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә һәм уның административ үҙәге булып тора[3].

Ауыл
Ырыҫ
татар. Ырыс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Минзәлә

Ауыл биләмәһе

Ырыҫ

Координаталар

55°46′33″ с. ш. 52°51′39″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1732 йыл

Халҡы

282 кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85555

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 240 000 063

ОКТМО коды

92 640 492 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ырыҫ (Рәсәй)
Ырыҫ
Ырыҫ
Ырыҫ (Татарстан)
Ырыҫ

География үҙгәртергә

Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих үҙгәртергә

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1728 йылдан билдәле[1]. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән[5][4].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[4].

Коллективлаштырыу осоронда ауылда колхоз ойошторола, ул 1953 йылда Тулыбай ауылы артеле менән берләштрелә, ә 1959 йылда — Гөлөк ауылы колхозына ҡушыла. Эреләтелгән хужалыҡты М. Вәхитов исемендәге колхоз тип атағандар[6].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ауылда ир енесле 93 йән башҡорт һәм 29 йән типтәр; 1816 йылда — 137 башҡорт (шуларҙың 3-һө — өс ҡатынлы) һәм 28 типтәр; 1834 йылда — 170 башҡорт һәм 59 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт һәм 115 типтәр; 1912 йылда — 548 аҫаба башҡорт һәм 28 керҙәш башҡорт йәшәй[5][7]..

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022010
474514532551716716707472503372349374311196248282

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе бар[4].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Фәнзаман Баттал — яҙыусы[6][8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Ырыҫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Закон Республики Татарстан от 31 января 2005 года № 50-ЗРТ «Об установлении границ территорий и статусе муниципального образования „Мензелинский муниципальный район“ и муниципальных образований в его составе»
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 149—152. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. 6,0 6,1 Урусовское сельское поселение: о сельском поселении. Мензелинский муниципальный район (официальный сайт). 2017 йыл 5 август архивланған.
  7. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 127. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.
  8. Маузиева Р. Сегодня нашему земляку-писателю Фанзаману Батталу исполнилось 75 лет. Мензеля (16 февраль 2014). 2016 йыл 27 декабрь архивланған.