Щербаков Салауат Александрович

скульптор, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
(Щербаков Салауат Александр улы битенән йүнәлтелде)

Щербаков Салауат Александрович (15 ғинуар 1955 йыл) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор, Рәсәй Художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы[1], Рәсәйҙең халыҡ рәссамы (2011)[2].

Щербаков Салауат Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө скульптор
Эш урыны В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Уҡыу йорто С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Народный художник Российской Федерации Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы медаль «В память 850-летия Москвы» II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Тасуирлау биттәре tass.ru/encyclopedia/per…
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Щербаков Салауат Александрович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Александрович Щербаков 1955 йылдың 15 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. Атаһы — Александр Семенович Ишкильдин (Дәүләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдин) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, милләте буйынса башҡорт[3]. Салауат Щербаковтың ҡартатаһы — Ишкилдин Сиражетдин[4], Ырымбур өлкәһенең Күлсем ауылынан. Атаһы бәләкәй сағында уҡ етем ҡалған: ете йәшендә әсәһе, туғыҙ йәшендә атаһы вафат булған. Артабан ул Разномойка ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән, шунда уға Александр исемен бирәләр[5]. Салауат Александровичтың атаһы үҙенең ысын исеме Дәүләтхажи[4] икәнен белгән һәм улына үҙ ғаилә тарихын һөйләп ҡалдырған. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында батырҙарса һуғышҡан минёрҙар отделениеһы командиры Александр Ишкилдин «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан ҡайтҡас, Мәскәүҙә электротехника техникумына уҡырға инә һәм баш ҡалала йәшәргә ҡала. «Башҡорт һәм фронтовик» тип үҙен таныған Александр Ишкилдин улына халҡының данлыҡлы батыры исемен — Салауат исемен — ҡуша[6] Бөтә донъяға билдәле скульптор Салауат Щербаков мәктәптә уҡығанда Ишкилдин булып йөрөй, һуңынан ғына әсәһе фамилияһына күсә[5].

1978 йылда С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художестволы-сәнәғәт университетының архитектура-декоратив пластика бүлеген (етәкселәре — В. И. Дерунов, Г. А. Шульц, А. Н. Бурганов, Ю. П. Поммер, Б. К. Орлов) тамамлай[7].

В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институтының скульптура кафедраһында уҡыта. 2003 йылдан — И. С. Глазунов исемендәге Рәсәй һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу сәнғәте һәм зодчество академияһында уҡыта.

2021 йылдың 16 мартында Өфөнөң «Родина» кинотеатрында С. Щербаков тураһында «Минең исемем Салауат» тип аталған документаль фильмдың премьераһы үтте[8].

 
Мәскәү ҡалаһындағы Космонавтика мемориаль музейының йыһаздары, 2009 йыл

Салауат Щербаков классик һәм реалистик стилдәге монументаль һәм станок скульптураһы жанрында эшләй.

Мәскәүҙә Салауат Щербаковтың монументаль эштәре бик күп: Боровицк майҙанында кенәз Владимирға 17-метрлыҡ һәйкә (2016), уҡсы ҡорал конструкторы Михаил Калашниковҡа (2017), патриарх Гермоген (2013), ун алты патриархҡа, йыһан системаларының генераль конструкторы С. П. Королёвҡа (2008); Сретенка бульварындағы инженер һәм архитектор В. Г. Шуховҡа (2008) һәйкәлдәре; рейхстагка Еңеү байрағын ҡуйыуҙы күрһәткән һәм Поклонный тауҙа урынлаштырылған «Фашизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» (А. Н. Ковальчук менән берлектә) монументы (2010)[9]; Комсомол майҙанындағы юлдар министры П. П. Мельниковҡа һәйкәл һәм ошо уҡ майҙанда скверҙы биҙәү (2003); Поклонный тауҙа Хәрби дан аллеяһын реконструкциялау һәм Гитлерға ҡаршы коалицияла ҡатнашыусы илдәр яугирҙарына монумент (2005); Поклонный тауҙа — интернационалист-яугирҙарға (2004); Кутузов проспектында — легендар совет осоусыһы В. С. Гризодубоваға (2000); «Националь» ҡунаҡханаһы янындағы теракт ҡорбандарына (2005) һәйкәлдәре; Көньяҡ йылға вокзалын, Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге паркын һәм Терлец паркын скульптуралар менән биҙәү; Лихоборы станцияһындағы «Мәскәү урау тимер юлының 100-йыллығы» композицияһы; Люблинда — А. П. Чеховҡа (2014); 19-сы Егерь полкы священнигы Василий Васильковскийға (Калуга өлкәһе, Малоярославец, 2014) һәйкәлдәр.

Салауат Щербаковтың Рәсәй төбәктәрендәге һәм башҡа илдәрҙәге иң билдәле эштәре: Нетаниялағы Еңеү һәйкәле (2012), Гейдар Алиевҡа һәйкәл Баҡы, 2005), Советтар Союзы Геройҙары Аллеяһы (Горно-Алтайск, 3 бюст), Байҡал-Амур магистралендәге Төньяҡ Муй тоннелен асыуға арналған иҫтәлекле билдә (2004), Ф. А. фон Герстнерға һәйкәл (Санкт-Петербург, 2007), принцесса Луиза Баденскаяға (һуңынан — императрица Елизавета Алексеевна) һәйкәл (Германия, 2008), Беренсе донъя һуғышы Геройҙарына һәйкәл ([Калининград, 2014)[10].

Мемориаль һәм станокта башҡарылған эштәренән иң билдәлеләре — СССР-ҙың халыҡ артисы Иннокентий Смоктуновскийға, К. С. Станиславскийға, генерал А. И. Лебедькә[11], РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Эстрада Театры директоры Борис Бруновҡа — улар барыһы ла Новодевичье зыяратында урынлашҡан. С. А. Щербаковтың кесе скульптура эштәре: Ҡотҡарыусы Христос храмындағы архитектор К. А. Тон бюсты, актриса Вера Глаголеваның скульптура портреты; Алексий I-гә мемориаль таҡтаташтар[12], РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Лидия Руслановаға, СССР-ҙың халыҡ артистары Е. П. Леоновҡа, И. С. Козловскийға, И. В. Ильинскийға, И. А. Моисеевҡа, СССР-ҙың Транспорт төҙөлөшө министры Е. Ф. Кожевниковҡа, СССР-ҙың дөйөм машиналар эшләү министры С. А. Афанасьевҡа, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, самбо көрәшен булдырыусы А. А. Харлампиевҡа, Тышҡы сауҙа министры Н. С. Патоличевҡа, хәрби начальник һәм хәрби тарихсы генерал-полковник Л. М. Сандаловҡа һәм башҡа күренекле шәхестәргә мемориаль таҡтаташтар.

С. А. Щербаков оҫтаханаһының арихитектура эштәре: Космонавтика мемориаль музейы интерьерҙары проекты (Мәскәү); «Хәрби дан ҡалаһы» исеме бирелгән ҡалаларҙа иҫтәлекле стелалар проекты; төрлө объекттарҙың художестволы интерьерҙары буйынса проекттар: «Конгрестар һарайы» Дәүләт комплексының «Мәскәү» коттеджы (Стрельня)[13]; «Мәскәү йорто» мәҙәни-эшлекле үҙәге (Минск)[13]; Мәскәү Хөкүмәте идаралығының Мәскәү ҡала университеты; Европала иң ҙур Реабилитация һәм тергеҙеү медицинаһы үҙәге (Мәскәү)[13]; шулай уҡ офис биналары һәм бер нисә шәхси резиденция интерьерҙары проекттары.

Салауат Щербаковтың станокта башҡарылған эштәре Рәсәй һәм сит ил коллекцияларында һаҡлана: Дәүләт Третьяков галереяһында, Мәскәү Кремле Ҡоралдар палатаһында. Ҡайһы бер эштәрен Швецияла, Францияла, Бельгияла, Голландияла, АҠШ-та,Австралияла шәхси галереялар һатып алған.

2020 йылдың көҙөндә Башҡортостан халҡы Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эшләүҙе Салауат Щербаковҡа йөкмәтеү өсөн тауыш бирҙе.

Иң билдәле эштәре

үҙгәртергә
 
Александр I һәйкәлен асыу (Мәскәү), 20 ноябрь 2014 йыл
  • П. П. Мельниковҡа һәйкәл (Мәскәү, 2003)
  • Яугир-интернационалистарға һәйкәл (Мәскәү, 2004)
  • Гейдар Алиевҡа һәйкәл (Баҡы, 2005)
  • Гитлерға ҡаршы коалицияла ҡатнашыусы илдәргә һәйкәл (Мәскәү, 2005)
  • Елизавета Алексеевнаға (принцесса Луиза Баденская) һәйкәл (Баден-Баден, Германия, 2008)
  • В. Г. Шуховҡа һәйкәл (Мәскәү, 2008)
  • Сергей Королевҡа һәйкәл (Мәскәү, 2008)
  • Космонавтика мемориаль музейы — интерьерҙар (Мәскәү, 2009)
  • «Фашизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» (Мәскәү, 2010)
  • МЧС-тың 20-йыллығына Ҡотҡарыусыларға һәйкәл (Мәскәү, 2010)
  • Тимер юлсы-яугирҙарға һәйкәл (Мәскәү, 2011)
  • Петр Столыпинға һәйкәл (Мәскәү, 2012)
  • Еңеү һәйкәле (Нетания, 2012)
  • Патриарх Гермогенға һәйкәле (Мәскәү, 2013)
  • Александр I-гә һәйкәл (Мәскәү, 2014)
  • А. П. Чеховҡа һәйкәл (Люблино (Мәскәү районы), 2014)
  • Замоскворечье ополченецтары скверы (Мәскәү, 2015)
  • Владимир Бөйөккә һәйкәл (Мәскәү, 2016)
  • Маршал А. М. Василевскийға һәйкәл (Хабаровск, 2016)
  • Михаил Калашниковҡа һәйкәл (Мәскәү, 2017)
  • Олег Табаков бюсты (Чехов исемендәге МХТ, 2018)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2009 — Дизайн өлкәһендә «Виктория» милли призы — Космонавтика мемориаль музейы интерьеры һәм экспозицияһы проекты өсөн.
  • 2009 — Үҙәк федераль округының беренсе дәрәжә премияһы («Һынлы сәнғәт» номинацияһында).
  • 2010 — Халыҡ-ара архитекторҙар союзы ассоциацияһының Алтын миҙалы — Космонавтика мемориаль музейы интерьеры һәм экспозицияһы проекты өсөн.
  • 2010 — Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Мәскәү хөкүмәте премияһы — Космонавтика мемориаль музейы интерьеры һәм экспозицияһы проекты өсөн.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Факультет скульптуры: Российская академия живописи, ваяния и зодчества Ильи Глазунова. Дата обращения: 27 ғинуар 2013. Архивировано 4 май 2011 года.
  2. «Государственные награды деятелям культуры и искусства» — ТВ «Культура», 31.10.2011(недоступная ссылка)
  3. Аралбаева Л. Памятник князю Владимиру в Москве создал потомок башкир Салават Щербаков. ИА «Башинформ» (9 ноябрь 2016). Дата обращения: 13 ноябрь 2016.
  4. 4,0 4,1 Всемирно известный скульптор Салават Щербаков ищет в Башкирии своих родных 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 «Башҡорт булыуымды бала саҡтан белеп үҫтем» 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
  6. Аралбаева Л. Памятник князю Владимиру в Москве создал потомок башкир Салават Щербаков. ИА «Башинформ» (9 ноябрь 2016). Дата обращения: 13 ноябрь 2016.
  7. Государственная Третьяковская галерея. Каталог собрания. Т. 3. Скульптура второй половины XX века. «Красная площадь». Москва. 1998 ISBN 5-900743-39-X
  8. В Уфе состоится премьера фильма о всемирно известном скульпторе Салавате Щербакове
  9. Монумент «В борьбе против фашизма мы были вместе»
  10. В Калининграде открыли памятник героям Первой мировой
  11. Памятник на могиле генерала А. И. Лебедя
  12. Мемориальная доска Патриарху Московскому и Всея Руси Алексию I
  13. 13,0 13,1 13,2 Мастерская Салавата Щербакова

Һылтанмалар

үҙгәртергә