Шәкетау (Стәрлетамаҡ)
Шәкетау (рус. «Шахтау») — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһы микрорайоны. Ҡаланың төньяҡ-көнбайышында, хәҙерге ваҡытта ҡаҙылып бөткән Шәкетау шиханы янында урынлашҡан, Ишембай районы менән сиктәш булып тора. Шәкетау ҡасабаһы биләмәләрендә Ағиҙелдең ҡушылдығы Һәләүек йылғаһы аға.
Шәкетау | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Тарихы һәм бөгөнгөһө
үҙгәртергәШәкетау микрорайоны эзбизташ тоҡомдар сығарыу урыны эргәһендә, Маҡар районы (хәҙер Ишембай) биләмәләрендә карьер төҙөү менән бәйле ҡалҡып сыға (ятҡылыҡ «Сода» ААЙ ҡарамағында).
1957 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 24 майындағы «Маҡар районы Шәкетау ҡасабаһын Стәрлетамаҡ ҡала Советының административ ҡарамағына тапшырыу тураһында» исемле 6-2/70-се Указына ярашлы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше (1708—2001): док. һәм материалдар йыйынтығы» (Өфө: Китап, 2003. 532 бит, 302-се бит) белешмәһенә киләһе мәғлүмәт индерелә:
Маҡар районы Ишәй ауыл Советының Шәкетау ҡасабаһын Стәрлетамаҡ хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала Советының административ буйһоноуына күсерергә.
2004 йылдың ноябрь айында Ишембай районы Ишәй ауыл советы составынан Шәкетау микрорайоны (Стәрлетамаҡ) составына 371 г тапшырыла[1].
Шәкетау ҡасабаһы 73 йыл инде сеймал сығанағы булып торған Шәкетау карьерының йәштәше. Башта ҡасабала бәләкәй генә ағас йорттар хасил була, артабан ике ҡатлы, һуңғараҡ биш ҡатлы йорттар төҙөлә башлай. Ҡасаба айырыуса 1980-се йылдарҙа, Шәкетау Стәрлетамаҡ ҡалаһына тапшырылғас, әүҙем үҫеш кисерә. Ҡасабала өс меңдән ашыу кеше йәшәй, бында мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер пункты асыла[2]. Ҡасабала йәшәгән халыҡтың күбеһе оҙайлы йылдар бында йәшәй, уның йәшәйеше туранан-тура карьер эшмәкәрлеге менән бәйле:
Мин бында 1972 йылда күсендем. Ул ваҡытта әле ике панелле йорт ҡына төҙөлгән ине. Ҡалала тораҡ алып булмай ине, ә бында хәлдәр башҡасараҡ булды. Бына шуға ла «Сода» эшселәренең күбеһе бында күсенде. Бында бөтә нәмә — инфраструктура һәм тораҡтың күпселеге — «Сода» тарафынан төҙөлгән (Михаил Бочкарев хәтирәләренән)[2]
«Башҡортостан сода компанияһы» менән бәйле аҙаҡҡы ваҡиғалар ҡасаба халҡын хәүефкә һала, билдәһеҙлек арҡаһында күп кеше вахта эшенә күсеп, Себер тарафтарына, башҡа төбәктәргә юллана[2]. Ҡасаба тауҙар араһында урынлашҡан, халыҡ карьерҙағы шартлатыуҙарға өйрәнеп бөткән тиерлек, әммә эзбизташты төптән ҡаҙып сығара башлағандан һуң хәлдәр үҙгәрә, сөнки ер аҫты шартлауҙар йорт эсендәге йыһаздарҙы һелкендерә, шуға күрә ҡасаба халҡы яңы шихандарҙы (Торатау, Ҡуштау) сеймалға тотоноу яҡлы була[2]. Шәкетау ҡасабаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы микрорайоны булараҡ ҡала хакимиәте иғтибарынан һәм ярҙамынан ситтә ҡалмай. 2022 йылға тиклем ҡасабала ете өс ҡатлы күп фатирлы йорттар төҙөү планлаштырылған. 340 урынлыҡ яңы мәктәп 2020 йылдың 1 сентябрендә ишектәрен асты. Әлеге мәктәп Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығы проекты сиктәрендә төҙөлдө[3][4].
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә йыл һайын йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә. Ҡасаба халҡы был рейтингтарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2021 йылғы тауыш биреүҙә Шәкетау микрорайонында парк төҙөү буйынса — 237[5], шулай уҡ сквер төҙөү буйынса 92 тауыш бирелгән[6].
Инфраструктураһы
үҙгәртергәШәкетау ҡасабаһында 340 урынлыҡ яңы мәктәп бинаһы (дөйөм майҙаны 6800 кв.м, төҙөлөш «А — Строй» АЯЙ тарафынан 2018 йылдың апрелендә башлана, 2020 йылдың 1 сентябрендә асыла), 20-се «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы (1956 йылда асылған балалар баҡсаһы 1975 йылда яңы бинаға күсә)[7], сбербанк бүлексәһе[8], бер нисә магазин («Һәләүек» аҙыҡ-түлек магазины, «Кәзә һөтө» фермерҙар тауарҙары магазины, «Мегион», ике «Монетка» супермаркеты[9]) бар.
Урамдар
үҙгәртергә- Карл Либкнехт
- Рәсәй
- Таусылар
- Уҡыусылар
- Урал
- Һәләүек
- Роза Люксембург
- Йылға
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ О СОГЛАСОВАНИИ ИЗМЕНЕНИЙ ГРАНИЦ МУНИЦИПАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ ШАХТАУ ГОРОДА СТЕРЛИТАМАКА
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Посёлок на перепутье. Часть Стерлитамака может перестать существовать
- ↑ В Стерлитамаке строится новая школа к 100-летию Башкортостана 2019 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Видео: Глава Стерлитамака посетил строящуюся школу в поселке Шахтау
- ↑ В Стерлитамаке выбрали ТОП-5 общественных территорий для благоустройства в 2021 году
- ↑ https://cityopen.ru/podvedeny-itogi-sbora-predlozhenij-proekta-gorodskaya-sreda/ Подведены итоги сбора предложений проекта «Городская среда»
- ↑ МАДОУ «Детский сад № 20»(недоступная ссылка)
- ↑ Адреса, часы работы и телефоны Сбербанк в поселке Шахтау Стерлитамака 2017 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ В посёлке «Шахтау» в Стерлитамаке «Монетка» откроет второй магазин
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Корректировка генерального плана городского округа «город Стерлитамак» (рус.) // Стерлитамакский рабочий : газета. — Стерлитамак, 2011. Архивировано из первоисточника 20 февраль 2015.
- Шәкетау (Стәрлетамаҡ) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Общие сведения и история Стерлитамака
- Три детских сада и поликлинику построят в Стерлитамаке
- В посёлке Шахтау открылась новая школа(недоступная ссылка)
- Топографическая карта поселка Шахтау
- Посёлок на перепутье. Часть Стерлитамака может перестать существовать