Ҡуштау
Ҡуштау, Quştau (рус. Куштау, гора Долгая) — шихан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 18 км көнсығышта һәм Өфө ҡалаһынан 140 км көньяҡта тора. Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡуштау ҙа ошо тирәләге башҡа(Торатау, Йөрәктау, Шаһтау) шикелле 2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» (Шихан булараҡ) билдәләнгән[2]
Ҡуштау Quştau | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 374,5[1] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 251 метр |
Урынлашыуы | |
53°42′00″ с. ш. 56°05′00″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Район | Ишембай районы |
Ҡуштау Викимилектә |
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы (2020)[3][4].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәДиңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 357 м. Тупраҡ өҫтөнән — 251 м. Ике ҡуш һырт формаһында, медиаль йүнәлештә төньяҡтан Көньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо — 4 км, киңлеге — 0,7 - 1,4км. Түбәләренең бейеклеге — 374,5 һәм 243,8.
Ҡуштауҙың көньяҡ битләүе ташлы дала. Битләүҙә араларында үҙән барлыҡҡа килтергән йомро арҡалар һуҙылған. Арҡаларҙың тупраҡтары ярлы һәм ташлы. Дала үҫемлектәре менән ҡапланған.
Тауҙың янынан көньяҡтан һәм көнбайыштан Ағиҙел йылғаһы бөгөл яһап аға. Яҡында ҡына Стәрлетамаҡтың «Шихан» ял йорто урынлашҡан. Көнсығышта «Ҡуштау» тау саңғыһы комплексы бар. Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы палеозой риф массаларынан 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән.
Янындағы боронғо тораҡтар
үҙгәртергәҠуштау эргәһендә элек-электән кешеләр көн иткән. Археологик ҡаҙылмалар һөҙөмтәһендә унда Арҡайым менән замандаш булған, бронза быуатының аҙағына ҡараған артефактар табылған. Был мәҙәниәттең йәшәгән ваҡыты беҙҙең эраға тиклем 18/17 – 19/18 быуаттар (Евразийская металлургическая провинция позднего бронзового века — ЕАМП).
Ҡуштауҙың көнбайыш битләүе яғынан, тау итәгенән 600—700 м тирәһе алыҫлыҡта Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған Ҡуш-Тау торағы табылған (бронза быуаты аҙағы — иртə тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы, беҙҙең эраға тиклемге 11—6 быуаттар). Кәҫле тупраҡ менән ҡапланған 1600 кв. м. майҙанды биләп тора.
Тауҙың көньяғында тағын бер Ҡуш-Тау торағы К. В. Сальников тарафынан асылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Топографическая карта России, Украины, Беларуси (53.70,56.084)
- ↑ «Семь чудес России» 2012 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Гора Куштау // ООПТ России.
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 02.09.2020 №529 О СОЗДАНИИ ОСОБО ОХРАНЯЕМОЙ ПРИРОДНОЙ ТЕРРИТОРИИ РЕСПУБЛИКАНСКОГО ЗНАЧЕНИЯ В МУНИЦИПАЛЬНЫХ РАЙОНАХ ИШИМБАЙСКИЙ И СТЕРЛИТАМАКСКИЙ РАЙОНЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Горнолыжный комплекс «Куш-тау» на сайте НеДома.ру
- Горнолыжный комплекс «Куш-тау» на сайте UralWeb.ru 2007 йыл 15 март архивланған.
- Горнолыжный комплекс «Куш-тау» на сайте ОАО «Сода»(недоступная ссылка)
- http://www.hotel-str.ru/index.php?m=4&sid=&id=7
Был Ишембай районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |