Тулвинский Шәйхулла Сибәғәтулла улы

(Шәйхулла Зәйнин битенән йүнәлтелде)

Тулвинский (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәтулла улы (2 август 1886 йыл15 октябрь 1970 йыл) — уҡытыусы, шағир. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

Шәйхулла Тулвинский
Исеме

Шәйхулла Сибәғәтулла улы Тулвинский

Тыуған көнө

2 август 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы) Башаптүз ауылы

Вафат булған көнө

15 октябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

Педагог һәм шағир

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәйхулла Сибәғәтулла улы (Зәйнин) Тулвинский 1886 йылдың 2 авгусында Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе (хәҙерге Пермь крайы Барҙа районы) Башаптүз ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Йосоп ауылы мәҙрәсәһендә уҡый[1].

Солтанай ауылының «Мансуриә» мәҙрәсәһендә белем ала, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1909 йылда «Ғосмания» мәҙрәсәһен тамамлай[2].

1906—1921 йылдарҙа Өфө һәм Пермь губерналары мәктәптәрендә мөғәллимлек итә: 1909 йылдан Йосоп ауылында уҡыта, ә 1908—1910 йылдарҙа Ирәкте төбәгендә бер нисә мәҙрәсә асылғас, Аҡсәйет, Күрҙем ауылдары мәҙрәсәләрендә эшләй[3][2].

1922 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны Иҫке Ҡаҙансы ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1931—1956 йылдарҙа Түбәнге Тәтешле ауылында уҡыта. Күренекле рус педагогтарының тәғлимәтенә таянып уҡытырға тырыша, К. Д. Ушинский хеҙмәттәрен өйрәнә[3].

Тәүге әҫәре — «Сабыйға» шиғыры «Шура» журналының 1911 йылғы сентябрь һанында баҫылып сыға[3].

Мәғрифәтселек традициялары уның ижади эшмәкәрлегендә ҙур урын биләй. Әҫәрҙәрендә йәш быуын вәкилдәрен белем алырға саҡыра («Тырышлыҡ», «Балаға» һ.б.), фәҡирлектә йәшәгән ауыл уҡытыусыларына теләктәшлек күрһәтә («Ауылда хәлфә», «Тормошом» һ.б.), социаль тигеҙһеҙлеккә ҡаршы («Әхмүш» һ.б.) һәм ирҙәр менән ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булыуҙарын яҡлап («Ситлектән осҡан һандуғасҡа» һ.б.) сығыш яһай. Бер нисә әкиәт һәм хикәйәләр авторы булып тора[2].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1-се китап. Поэзия. — Өфө, 1983.
  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Беренсе китап. — Өфө: Китап, 2003. — 256 с. — ISBN 5-295-03223-Х.[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. [https://kitaptar.bashkort.org/files/MAGhRIFATSE%20MOGhALLIMDAR,%20KURENEKLE%20UQYTYUSYLAR%20HAM%20MAGhARIF%20ESHMAKARZARE.pdf Яйыкбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Беренсе китап. - Өфө: Китап, 2003. - 256 бит.]