Фәйзулла (Баймаҡ районы)

Фәйзулла (рус. Файзуллино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше[3]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849005.

Фәйзулла
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татлыбай ауыл советы
Халыҡ һаны 0 кеше (2002)[1],
0 кеше (2009)[1],
0 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453656
Карта

1707 йылда рәсми рәүештә теркәлгән. Бәхтегәрәй (Манһыр) ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Башта йылға исеменән Шурале тип аталған[4].

Фәйзулла атамаһы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Фәйзулла Ильясов хөрмәтенә бирелгән. Бында шулай уҡ 3-сө Башҡорт полкы яугиры Фәйзулла Аҡтаев тә йәшәгән[4].

Төп шөғөлдәре — малсылыҡ һәм игенселек, өлөшләтә — алтын сығарыу.

1931 йылда Фәйзулла һәм Ғәле ауылы халҡы Чапаев исемендәге колхозға ойошалар. 1949 йылда әлеге колхозды Сталин исемендәге колхозға ҡушалар. 1957 йылдан алып — «Сибай» совхозы составында, 1997 йылдан «Сибай» АКХ-һына ингән[4]. Бөгөнгө көндә ауыл бөткән.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь - - -

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Шүрәле йылғаһы янында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 17 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Фәйзулла Аҡтаев — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында 14-се Башҡорт атлы полкының поход яҫауылы.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.