Гмелин Йоһанн Георг
Гмелин Йоһанн Георг (өлкәне) — (рус. Гме́лин Иога́нн Гео́рг (старший), нем. Johann Georg Gmelin; 10 август 1709 йыл — 20 май 1755 йыл) — Рәсәйҙә хеҙмәт иткән немец тәбиғәт фәндәре белгесе, врач, ботаник, этнограф, сәйәхәтсе, Себер һәм Урал төбәктәрен өйрәнгән, Петербург Фәндәр академияһының химия һәм тәбиғи тарих адъюнкты (30 август, 1727 йыл), 1731 йылдың 22 ғинуарынан 1748 йылдың 1 ғинуарына тиклем профессор, Петербург Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.Төньяҡ Бөйөк экспедицияһы академия отряды натуралисы.
Себерҙәге тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса, 1747—1769 йылдарҙа, «Себер флораһы» 4 томлығы нәшер ителә, унда Себерҙә үҫкән 1178 төр үҫемлек һүрәтләнгән. 1751—1752 йылдарҙа «Себер буйлап сәйәхәт» тигән дүрт томлығы немец телендә сыға.
Стокгольмдағы Швеция короллеге фәндәр академияһы академигы һәм почетлы ағзаһы.
Сәйәхәтсе-натуралист Самуил Готлиб Гмелиндың, шулай уҡ Тюбинген һәм Гёттинген университеттары медицина профессоры Йоһанн Фридрих Гмелиндың бик яҡын туғаны.
Биографияһы
үҙгәртергәЙоһанн Георг Гмелин — аптекарь улы, Германияның көньяҡ-көнбайышында тыуған. Өйҙә генә белем ала, Тюбинген университеты студенты булып китә[7]. 1725 йылда 16 йәшлек Йоһанн медицина факультетын доктор дәрәжәһе алып тамамлай.
Атаһы һәм ғаилә дуҫы, университет профессоры, ғалим Г. Бюльфингер кәңәше менән, Йоһанн Гмелин 1727 йылдың йәйендә Рәсәйгә китә тәбиғи тарих менән шөғөлләнә башлай. 1727 йылдың авгусында Петербург Фәндәр академияһында стажировка үтә. Профессор итеп раҫланғанса сығымдарына айына 10 һум алып тора.
Шул йылда Петербург академияһына йәш-йәш буласаҡ ғалимдар Леонард Эйлер, Герард Фридрих Миллер килә. Һуңғыһы уның Себер буйынса ауыр сәйәхәтендә өлкән ярҙамсыһы булып оҙатып йөрөй.
Рәсәйҙә тәүге өс йыл ғүмерен Гмелин Кунсткамерала һәм тәбиғи тарих кабинетында эшләүгә бағышлаған. Минералдар каталогы төҙөй, боронғо ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарҙың каталогын туплай башлай. Был эште ул академик Йоһанн Амман менән бергә башҡара, әммә эш тамамламай ҡала, уны 1741 йылда Ломоносов Михаил Васильевич атҡарып ҡуя.
1727 йылдың 30 авгусында Гмелин тәбиғи тарих һәм химия буйынса адъюнкты вазифаһына раҫлана.
Себерҙе өйрәнеүе
үҙгәртергә1724 йылда Пётр I Витус Беринг етәкселегендә Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөн һәм уға яҡын ерҙәрҙе өйрәнеү өсөн экспедиция ебәрә. Әммә экспедиция ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәп сыға алмай.
Шул арҡала 1733 йылда В. Беринг етәкселегендә Икенсе Камчатка экспедицияһы төҙөлә (1733—1743). И. Г. Гмелин да ошо экспедиция ағзаһы була.
И. Г. Гмелиндың маршруты Ярославль, Ҡазан, Тобольск, Семипалатинск, Усть-Каменогорск, Томск, Енисейск, Иркутск аша үтеп Якутскиға сыға, унан Петербургҡа Иркутск, Томск, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Верхотурье, Соликамск, Бөйөк Устюг, Вологда һәм Шлиссельбург аша ҡайта.
Оҙон һәм ҡатмарлы сәйәхәте Якутскиға килеп еткәс, уның күп яҙмалары янып юҡҡа сыға. Уларҙы яңынан йыйыр өсөн йәнә сәйәхәткә сыға. 1736—1737 йылдарҙа ул Яҡут крайында бер нисә файҙалы ҡаҙылдыҡтар ятҡылыҡтары аса. Бер нисә йыл Көнбайыш Себерҙең көньяғы буйлап сәйәхәт итә һәм Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә тикшеренеүҙәр үткәрә, Магнит тауының тасуирламаһын яҙа. Был тасуирлама Магнит тауының башҡортса оронимы буйынса ҡалдырған яҙмаһы менән дә ҡиммәт.
И. Г. Гмелинды Урал тауҙарында башҡорттар юл күрһәтеп, оҙатып йөрөй. 1743 йылда үҙенең яҙмаларында ул әле Магнит тауы (башҡортса Әтәс тауы) тип йөрөтөлгән тауҙың атамаһын тап уларҙан Улу-Утассе-Тау тип яҙып алған. Атаманың килеп сығышын уларҙан һораған, әммә улар аңлатып бирә алмағанғ
«Они (местные жители) не могут объяснить происхождение слова Утассе и полагают, что оно происходит от имени бывшего башкирского вождя, который жил в этой местности, потому что многие другие горы этих мест названы таким образом»[8].
1741—1742 йылдарҙа Барабин далаһын һәм һәм Уралдың көнсығыш битләүҙәрен өйрәнә.
Ғалим-энциклопедист һәм һоҡланғыс рәссам да булараҡ, ул 10 йыл эсендә Себер буйлап 34 000 км юл үтә һәм был төбәкте фәнни яҡтан өйрәнеүгә нигеҙ һала.
Петербург осоро (1743—1747 йылдар)
үҙгәртергәПетербургҡа ҡайтып, коллекцияһын һәм көндәлектәрен эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай.
Ботаник коллекциялары «Себер флораһы» күп томлығына нигеҙе булып хеҙмәт итә. Был хеҙмәттәрендә ул 1178 төр себер үҫемлеген тасуирлай.
Фәндәр академияһына тамамланған беренсе томын күрһәтеп, Гмелин дүрт йыллыҡ яңы контрактҡа ҡул ҡуя. Контрактҡа ярашлы Фәндәр академияһына ағза итеп, ботаника һәм тәбиғи тарих профессоры вазифаһына ҡабул ителә һәм йылына 1 000 һум эш хаҡы билдәләнә. Бер академик ултырышта Гмелин бер йылға Германияға ҡайтып эшләп алырға рөхсәт һорай, Академияның ҡушҡан эштәрен үтәргә йөкләмә ала, эш хаҡы һаҡлана. 1747 йылдың 1 июнендә уға шундай рөхсәт бирел.
1747 йылдың 5 авгусында Гмелин Тюбингенгә китеп, 1749 йылдан алып 1755 йылға тиклем, вафат булғанса, урындағы университетта ботаника һәм химия профессоры булып эшләй. Гмелин кире ҡайтмағас, 1748 һәм 1749 йылдарҙа уның өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған М. В. Ломоносов һәм Г. Ф. Миллер Академияға 715 һум түләй. Һуңғараҡ был аҡсаларҙы уларға Гмелин кире ҡайтарып бирә[9].
1751 1755 йылдарҙа Гёттингенда ул экспедиция көндәлектәрен 4 томда баҫтырып сығара. Унда Рәсәй властарына Себерҙәге ңшмәкәрлек буйынса тәнҡит тә була. Фәндәр академияһы Г. Ф. Миллер менән М. В. Ломоносовҡа тәнҡитте кире ҡағып яҙып сығырға ҡуша, әммә ғалимдар бынан баш тарта. Шуға күрә китаптар урыҫ теленә тәржемә ителмәй[10].
Гмелин вафат булғас, ҡулъяҙмалары һәм гербарийы Петербургҡа килтерелә һәм Петербург Фәндәр академияһына һатыла.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- «Reise durch Sibirien von dem Jahre 1733 bis 1743» Göttingen, Verlegts Abram Vandenhoecks seel., Wittwe, 1751—1752 (нем.) (4 тома, in 8°, с 7 картами и 18 рисунками)
- «Flora Sibirica sive historia plantarum Sibiriae» Petropoli ex Typogr. Acad. sci. (mtfxtx+g330224999a))&linkText=0&presId=mtfront I — 1747; (mtfxtx+g330224999b))&linkText=0&presId=mtfront II — 1749; (mtfxtx+g330224999c))&linkText=0&presId=mtfront III — 1758; (mtfxtx+g330224999d))&linkText=0&presId=mtfront IV — 1769[11]
- «Leben Herrn Georg Wilhelm Stellers»: gewesnen Adiuncti der Kayserl. Academie der Wissenschaften zu St. Petersburg; worinnen die bissher bekannt gemachte Nachrichten von deselben Reisen, Entdeckungen, und Tode, theils wiederleget, theils ergaenzet und verbessert werden. Frankfurt, 1748
- «Joannis Georgii Gmelini Reliquias quae supersunt commercii epistolici cum Carolo Linnaeo, Alberto Hallero, Guilielmo Stellero et al., Floram Gmelini sibiricam ejusque Iter sibiricum potissimum concernentis … curavit Guil» Henr. Theodor Plieninger. Addita Autographa lapide impressa Stuttgartiae, 1861
- Урыҫ телендә
- Перевод с предисловия, сочинённого профессором Гмелиным к первому тому «Флоры сибирской» / Пер. с нем. С. П. Крашенинникова. — СПб.: Тип. АН, 1749
- Путешествие в Сибирь / Отв. ред. Е. В. Смирнов; пер. с нем. Д. Ф. Криворучко. — Соликамск, 2012. — 86 с.
Хәтер
үҙгәртергәКөнбайыш Бенгал, Һиндостан
- И. Г. Гмелин иҫтәлегенә исем бирелгән үҫемлектәр
И. Г. Гмелин иҫтәлегенә Карл Линней вербеналар ырыуына ҡараған сәскәгә Гмелина (Gmelina L.) тип исем бирә. -лап төр үҫемлеккә Гмелин исеме ҡушылған[12]. Ҡайһы берҙәре:
- Adenophora gmelinii (Spreng) Fisch.
- Angelica gmelinii (DC.) Pimenov — Дудник Гмелина
- Artemisia gmelinii Web. ex Stechm. — Полынь Гмелина
- Atriplex gmelinii C.A.Mey. — Лебеда Гмелина
- Betula gmelinii Bunge
- Bryanthus gmelinii D.Don. — Мохоцветник Гмелина
- Crepis gmelinii (L.) Tousch. — Скреда Гмелина
- Carex gmelinii Hook. & Arn. — Осока Гмелина
- Elymus gmelinii (Ledeb.) Tzvelev — Колосняк Гмелина
- Hedysarum gmelinii Ledeb.
- Larix gmelinii (Rupr.) Kuzen. [13] — Лиственница Гмелина
- Lathyrus gmelinii — Чина Гмелина
- Limonium gmelinii (Willd.) Kuntze — Кермек Гмелина
- Petasites gmelinii (Turcz. etDC.) Polunin
- Ranunculus gmelinii DC. — Лютик Гмелина
- Rumex gmelinii Turcz. ex Ledeb. — Щавель Гмелина
- Viola gmeliniana Schult. — Фиалка Гмелина
- Башҡа атамалар
И. Г. Гмелин иҫтәлегенә ҡушылған:
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — doi:10.5281/ZENODO.10080503
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #11903705X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 4,0 4,1 Johann Georg Gmelin // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 6,0 6,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Бобынин В. В. Гмелин, ЙоһаннГеорг // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- ↑ ВОСТОЧНАЯ ЧАСТЬ ЮЖНОГО УРАЛА (УРАЛ-ТАУ, ИРЕНДЫК И ВОСТОЧНЫЕ ПРЕДГОРЬЯ)[ttps://uralsky.info/geografiya/uralskie-gory/yuzhnyj-ural/vostochnaya-chast-gory-ural-tau-i-irendyk.html]
- ↑ Михайло Васильевич Ломоносов. Жизнеописание. / Сост. Б. Н. Меньшуткин. — 3-е изд. — СПб., 1911. — С. 39—40.
- ↑ В. А. Грищев. Исследователи Сибири ЙоһаннГеорг Гмелин и Герард Фридрих Миллер // Краеведческие записки / Иркут. обл. краев. музей. — Иркутск: Изд-во Ин-та геогр. СО РАН, 2004. — Вып. 11.
- ↑ III, IV тома вышли после смерти Гмелина-старшего и издавались его племянником С. Г. Гмелином-младшим. Пятый том материалов Гмелина, содержавший сведения по споровым растениям, написан С. Крашенинниковым по материалам Гмелина после его смерти, но остался в рукописи.
- ↑ Классики науки: Гмелин Иоганн-Георг материалы Н. И. Стрельниковой.
- ↑ Larix gmelinii:IPNI сайтында мәғлүмәт (инг.)
- ↑ Астраханская линия. Описание станций и их окрестностей. Гмелинская.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Литвинов, Д. И. Библиография флоры Сибири. // Труды Ботанического музея АН. Т.5. — СПб., 1909
- Обручев, В. А. История геологических исследований Сибири, период первый. — Л.: 1931
- Тихомиров, В. А., Софиано, Г. А. 200 лет со дня смерти академика И. Г. Гмелина. // Известия АН СССР. Серия геологическая. — № 2. — C. 130.
- Белковец, Л. П. ЙоһаннГеорг Гмелин, 1709—1755. — М.: Наука, 1990
- Гмелин ЙоһаннГеорг // Иностранные члены Российской академии наук. XVIII-XXI в.: Геология и горные науки. — М.: Наука, 2012. — С. 423.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИоганн Георг Гмелин Викиөҙөмтәлә | |
Иоганн Георг Гмелин Викимилектә |
- Профиль Гмелин Иоган Георг РФА рәсми сайтында
- Гмелин, ЙоһаннГеорг // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Гмелины // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Гмелин Иоганн-Георг
- Работы Гмелина в проекте «Встреча на границах»
- Исследователи Алтая: Гмелин