Руденко Сергей Иванович
Руденко Сергей Иванович (29 ғинуар 1885 йыл — 16 июль 1969 йыл) — ғалим-археолог, антрополог, этнолог, гидролог. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. География магистры (1917), техник фәндәре докторы (1945), профессор (1919), Рәсәй география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1911), Париж антропология йәмғиәте ағзаһы (1914). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954).
Сергей Иванович Руденко | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Ленинград ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
археология, антропология, этнология |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары |
Бөтә Союз Рус география йәмғиәтенең Семёнов-Тян-Шанский исемендәге алтын миҙалы (1965) |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Иванович Руденко 1885 йылдың 29 ғинуарында Харьков ҡалаһында тыуған, Уралда үҫкән.
1904—1910 йылдарҙа Санкт-Петербург университеты физика-математика факультеты тәбиғи бүлеге студенты. Уҡыуын уңышлы тамамлағас, уны университетта профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдыралар.
1906 һәм 1907 йылдарҙа Башҡортостан буйлап экспедицияла була, ә 1908 йылда Волга буйы халыҡтары (сыуаш, мари, мордва) араһында этнографик тикшеренеүҙәр үткәрә, рус музейеның Этнография бүлегенә экспонаттар йыя.
1910 йылдан рус география йәмғиәтенең картографик комиссияһы эшендә ҡатнаша. Экспедиция барышында Обь бассейнындағы хант халҡын өйрәнә. Урал алдында йәшәүсе башҡорттарҙың, шулай уҡ Көнбайыш Себерҙең көньяғында йәшәүсе алтай халҡының антропологияһын, этнографияһын өйрәнә.
1913—1914 йылдарҙа сит илдәрҙә: Италия, Франция, Төркиә, Палестина һәм Египетта фәнни командировкала була.
1914 йылда, Тыуған иленә ҡайтҡас, Петербург университетының география һәм антропология кафедраһы профессоры итеп һайлана.
1917 йылда Рәсәй һәм уға сиктәш илдәр халыҡтарының ҡәбилә-ырыу составын өйрәнеү комиссияһына индерелә.
1919—1921 йылдарҙа Томск университетының география факультеты профессоры, физика-математика факультеты деканы.
1921—1954 йылдарҙа Ленинград университетының антропология кафедраһы профессоры. Бер үк ваҡытта рус дәүләт музейы директоры урынбаҫары булып та эшләй, унда этнография бүлеген етәкләй.
1927—1930 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡорт экспедицияһы етәксеһе.
1930 йылда ҡулға алына. 1934 йылға тиклем Беломор-Балтика каналын төҙөүҙә ҡатнаша.
1947—1950 йылдарҙа пазарык ҡәберлектәрен тапҡан Таулы Алтай районына археологик экспедицияны етәкләй.
1969 йылда Ленинградта вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1910 йылда Санкт-Петербург университетын тамамлағанда С. И. Руденконың исеме фәнни йәмәғәтселеккә яҡшы билдәле була. Ул остазы, Рәсәйҙән ситтә лә яҡшы билдәле этнограф, антрополог, тәбиғи фәндәр докторы Ф. К. Волковтың идея һәм ниәттәрен тормошҡа лайыҡлы ашырыусы уҡыусыһы булараҡ таныла.
С. И. Руденконың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ғилми эҙләнеүҙәре ғайәт киң. Ул бер нисә сит илдәр телдәрен яҡшы белә. 25 йәшендә Францияның Ниме ҡалаһында уҙғарылған антрополог һәм этнографтарҙың халыҡ-ара конгресында Рәсәй фәнен яҡшы яҡтан таныта. Ғалим фәндең ҡайһы ғына өлкәһенә тотонһа ла, археология, этнография, антропология йә гидрология булһынмы — уларҙы тәпсирләп өрәнеп, фәнни асыштар яһауға өлгәшә.
С. И. Руденконың ғилми эшмәкәрлегендә Башҡортостанды, башҡорттарҙы, уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, этник тарихын ғилми яҡтан өйрәнеү ҙур урын биләй. Ғилми экспедициялар материалдарын эшкәртеп, анализлап ул «Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар» тигән монографик хеҙмәтен яҙа. Уны өҫтәп, тулыландырып, ғилми яҡтан байытып бер нисә тапҡыр баҫтырып сығара. Был ғилми хеҙмәт башҡорт этнографтарының өҫтәл китабына әйләнде. Бынан тыш ғалим 1908—1909 йылдарҙа Парижда француз телендә «Башҡорт риүәйәттәре һәм әкиәттәре» исемле китабын баҫтырып сығара.
С. И. Руденконың фундаменталь хеҙмәттәре башҡорт этнографияһының, антропологияһының артабанғы уңышлы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны, уларҙың артабанғы йөкмәткеһен, йүнәлештәрен билдәләште, фәндең был өлкәләрендәге эталонға әйләнде.
С. И. Руденконың башҡорттар тураһында яҙғандарынан
үҙгәртергә- Башҡорттарҙың кәсепселеге бары тик үҙ халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатын ғына ала.
- XVIII быуаттың аҙағынан XX быуаттың башына тиклем башҡорттарҙың кейеме үҙгәрешһеҙ һаҡланған тиерлек, шулай ҙа уларҙың күптәре ҡулланылыштан сыҡҡан, икенселәре барлыҡҡа килгән. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәре ҙур үҙгәрештәр кисергән.
- Сабата башҡорттарҙың милли аяҡ кейеме түгел һәм И. И. Лепехин һүҙҙәре буйынса, XVIII быуаттың аҙағында сабатаны башҡорттар бөтөнләй кеймәгән.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Башкиры: Опыт этнологической монографии. Ч.1. Физический тип башкир. Пч., 1916; Ч.2. Быт башкир. Л. 1925;
- Древняя культура Берингова моря и эскимосская проблема. М.-Л., 1947;
- Горно-Алтайские находки и скиф. М.-Л., 1952;
- Башкиры: Историко-этнографические очерки. М.-Л., 1955;
- Культура населения Горного Алтая в скифское время. М.-Л., 1953;
- Башкиры: Историко-этнографические очерки. Уфа, «Китап», 2006.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Н. И. Воробьев. Рец. на кн.: С. И. Руденко. Башкиры: Опыт этнологической монографии. Ч2. Л., 1925 // Этнография. 1928. № 1. С. 134—137.
- Кузеев Р. Г. Рец. на кн.: Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. М.-Л., 1955 // Советская этнография. 1956. № 2. С. 154—158.
- Кузеев Р. Г., Авижанская С. А. Этнографические коллекции по башкирам Государственного музея этнографии народов СССР: Об экспедициях С. И. Руденко в Башкирию в 1906, 1907 и 1912 гг. и собранных коллекциях // Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1962. Т.1. С.344-357.
- Т. Сәғитов. Фән ҡаһарманы // Совет Башҡортостаны. 1967. 21 декабрь.
- Т. Сәғитов. Оло ғалим сәләме // Башҡортостан пионеры. 1968.31 ғинуар.
- Бикбулатов Н. В., Мажитов Н. А. Археология и этнография Башкирии за 50 лет // Наука в Советской Башкирии за 50 лет. Уфа, 1969. С. 512—530 (о С. И. Руденко: с. 524—525, 526—527).
- Т. Сәғитов. «Башҡорттар» китабының авторы: (мәшһүр ғалим тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ) // Ағиҙел. 1970. № 2. 119-120-се биттәр.
- Бикбулатов Н. В. Руденко и башкирская этнография // Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1973. Т.5. С. 9-16.
- Бикбулатов Н. В. Күренекле тикшеренеүсе: С. И. Руденконың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата. // Совет Башҡортостаны. 1975.22 март.
- Бикбулатов Н. В., Шәкүр Р. З. Мөхәббәте уның — Башҡортостан: С. И. Руденконың тыуыуына — 100 йыл. // Ағиҙел. 1985. № 1. 125-127-се биттәр.
- Шәкүр Р. З. Мәшһүр ғалимдың аҫыл мираҫы // Совет Башҡортостаны. 1985. 7 февраль.
- С. И. Руденко и башкиры. Уфа: Гилем, 1998 (Сбор. стат.).