Шубин Георгий Иванович
Георгий Иванович Шубин (28 август 1918 йыл — 4 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 2-се Белорус фронтында 21-се армияның 46-сы уҡсылар дивизияһы 49-сы айырым разведка ротаһының отделение командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
Шубин Георгий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 28 август 1918 |
Тыуған урыны | Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Q130300492? |
Вафат булған көнө | 4 март 1945 (26 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1918 йылдың 28 авгусында утары Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Новопетровское хуторында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы составындағы ауыл) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. 1935 йылда ғаилә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Түбә ауылына күсенә, унда ул рудник машинисы булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы
үҙгәртергә1942 йылдың 5 февралендә фронтҡа саҡырыла.
Балтика буйында һәм Ленинград эргәһендә 46-сы уҡсылар дивизияһында һуғыша. Өлкән сержант званиеһында айырым разведрота отделениеһы командиры була.
Луга ҡалаһын азат иткәндәге ғәмәлдәре өсөн 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Приекуле ҡалаһы эргәһендә Лиепайский районында өлкән сержант Шубин әсирҙәрҙә тотоу һәм ҡулға алыуҙа ҡатнаша, ошо операция төркөмөн етәкләй. Бының өсөн 2-се дәрәжә Дан орденыны лайыҡ була.
Нарев йылғаһына һөжүм иткәндә һәм йылғаны аша сыҡҡас өлкән сержант командалығында 17 немец һалдаты һәм офицеры әсирлеккә алына.
Голотчизна ауылында Шубиндың төркөмө дошмандың 10 һалдатына осрай һәм улар ҡаса башлағас, эҙәрлекләп, күпселеген юҡ итә. Циханув ҡалаһы эргәһендә өлкән сержантың отделениеһы шоссе эргәһендәге күперҙе шартлатыуҙы иҫкәртә, дошман саперҙарын юҡ итә. Ҡала өсөн алыштарҙа разведчиктар отделениеһыт 11 дошманды, шул иҫәптән өс офицерҙы үлтерә, һигеҙ һалдатты әсирлеккә ала, кейем тейәлгән бер йөк машинаһын ҡулға төшөрә.
1945 йылдың 4 мартында һәләк була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән өлкән сержант Георгий Иванович Шубин 1-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана.