Шпионаж йәки шпионлыҡ[1] — сит ил дәүләттәре органдарының (уларҙың агенттарының) законһыҙ разведка эшмәкәрлеге. Был, ҡағиҙә булараҡ, сит дәүләт махсус хеҙмәттәренең рәсми рәүештә йәшерен тип иғлан ителгән мәғлүмәттәрҙе (дәүләт серен) урлауын күҙ уңында тота.

Альфонс де Невиль. «Шпион» (1880)
Немец шпионын тотоу. Беренсе донъя һуғышының көнсығыш фронты, 1915 йыл.
Инглиздарҙың Германия файҙаһына шпионлыҡ иткән урындағы кешене атып үлтереүе. Беренсе донъя һуғышының Африкалағы хәрби хәрәкәттәре, 1916 йыл.

Шпион — конфликтта булған яҡтарҙың береһе тураһында икенсеһе файҙаһына мәғлүмәт йыйыу менән йәшерен шөғөлләнеүсе кеше. Мәғәнәһе яғынан «разведчик» һүҙенә яҡын, әммә унан дөйөм кире мәғәнәһе һәм ҡулланыуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән айырыла.

Шпион тип ғәҙәттә йә төрлө йәшерен ысулдар менән (аңдып ҡарау һәм аңдып тыңлау, шул иҫәптән махсус техник саралар ҡулланып), йә дошман яғына индерелеп йәғни үҙен уның яҡлы итеп күрһәтеп, йә был ике ысулды бергә ҡушыу юлы менән ҡаршы яҡ тураһында мәғлүмәт табыусыны атайҙар. Сит ил разведкаһының штаттағы хеҙмәткәре лә, сит ил разведкаһы тарафынан вербовкаланған һәм эше, хәрби хеҙмәте буйынса йә шәхси бәйләнештәре аша билдәле булған йәшерен мәғлүмәттәрҙе ошо разведкаға тапшырыусы кеше лә шпион тип атала.

ШПИОН м. -нка ж. франц. соглядатай, лазутчик, скрытный разведчик и переносчик, южн. зап. шпег, польск. Шпионить, -нничать, -нствовать, соглядать, лазутничать, лазутить; подсматривать, подслушивать, выведывать, что у одной стороны, и передавать противной; служить лазутчиком. У него все шпионские приёмы. Шпионство, в военное время, считается дозволенным.

Владимир Иванович Даль. Толковый словарь живого великорусского языка

Рус телендәге кеүек башҡорт телендә лә «шпион» һүҙе кире мәғәнәғә эйә. Был иң тәүҙә уның фиғыл-ҡыланыштары менән бәйле: йәшерен тыңлау һәм йәшерен ҡарау (күҙәтеү), ышанысҡа инеп, уны насар маҡсатта файҙаланыу, мәкерлек һәм алдашыу) – быларҙы йәмғиәттә ҡабул ителгән этика хупламай.

Шпионлыҡ итеү — «разведка эше менән шөғөлләнеү» тигән төп мәғәнәһенән тыш «йәшерен күҙәтеү, насар ниәттәр менән ҡарап тороу тигәнде лә аңлата. Шунлыҡтан башҡа дәүләттәрҙә ошо уҡ ысулдар менән мәғлүмәт табыусы үҙ илеңдең тышҡы разведка агенттарын «шпион» тип түгел, ә «разведчик» тип атау ҡабул ителгән.

Башҡа оҡшаш төшөнсәләр

үҙгәртергә

«Шпион» башлыса йәшерен мәғлүмәттәрҙе икенсе дәүләткә тапшырыу тураһында һүҙ барған осраҡтарҙа ҡулланыла. Шул уҡ ғәмәлдәр мәғлүмәтте үҙ илеңдең власть органдарына тапшырыу маҡсатында башҡарылған осраҡта (мәҫәлән, властарға кемдеңдер законға ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итеү) мәғәнәһе буйынса оҡшаш башҡа терминдар ҡулланыла: «хәбәрсе», «информатор», «агент». Көс ведомстволарының рәсми документтарында «информатор» һәм «агент» терминдарынан тыш нейтраль нигеҙҙәге «йәшерен хеҙмәткәр» («секретный сотрудник» — ҡыҫҡартылған формаһы «сексот») йәки «хеҙмәткәр» ҡулланылыуы мөмкин. Теге йәки был мәғлүмәтте тәүге табыусы (биреүсе) булған агент рәсми документтарҙа «сығанаҡ» тип тә атала.

Шпиондар һәм шымсы-хәбәрселәр араһындағы айырма һәр ваҡытта ла асыҡ түгел. Бының ғәмәлдәге власть структураларының законлылығы ҡайһы саҡ бигүк аңлашылып бөтмәгәндә (бигерәк тә оҙайлы һуғыш осоронда), дәүләт власының көсһөҙләнеүе, илдең йыш үҙгәреүсән сиктәре, халыҡтың иртәгәгә көнгә ышанысы кәмегән һәм башҡа шундай шарттарҙа булыуы мөмкин. Мәҫәлән, тарихта билдәле булыуынса, Британия хөкүмәте Ирландияла урындағы информаторҙарҙы илдең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш алып барған Ирландия республика армияһына ҡаршы ҡулланған. Был осраҡта информаторҙы, уның сәйәси ҡарашынан сығып, «разведчик», «хәбәрсе» йәки «шпион» тип атап була.

«Шпионаж» төшөнсәһе менән бер рәттән дәүләткә ҡаршы енәйәт булып иҫәпләнгән «сәнәғәт шпионажы» тигән төшөнсә лә бар, уның объекты булып урындағы һәм сит ил коммерция ойошмалары һанала.

Шпион һәм разведчик статусы халыҡ-ара хоҡуҡ күҙлегенән

үҙгәртергә

1874 йылғы Брюссель конференцияһында дошман шпиондарын судһыҙ-ниһеҙ үлем язаһына тарттырыу тәҡдим ителә, әммә ул ҡабул ителмәй. Шул уҡ конференцияла шпионаж билдәләре асыҡлана: дошман армияһы тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм был ғәмәлдәрҙе йәшерен башҡарыу.

Халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡ нормаларына ярашлы, конфликтта булған яҡтарҙың ҡораллы көстәре составының теләһә ҡайһы вәкиле шпионаж менән шөғөлләнгәндә ҡаршы яҡ властары тарафынан тотола икән, ул хәрби әсир статусына эйә булмай, һәм уның менән шпион булараҡ мөғәмәлә итәләр йәғни уны ҡылғандары өсөн енәйәт эҙәрлекләүенә дусар итә алалар.

Конфликта булған ике яҡтың береһе баҫып алған территорияла йәшәмәгән һәм был территорияла шпионлыҡ менән шөғөлләнгән ҡаршы яҡтың ҡораллы көстәре хеҙмәткәре хәрби әсир статусын юғалтмай, һәм уға ҡарата, үҙ ҡораллы көстәренә ҡушылғанға тиклем тотолған осраҡтарҙан тыш, шпионға ҡарата мөғәләмә ҡулланылмай.

Шпиондан айырмалы рәүештә, конфликта булған ике яҡтың береһенең ҡораллы көстәре хеҙмәткәре-разведчигы үҙҙәренең формаһында ҡаршы яҡ контролдә тотҡан биләмәлә мәғлүмәт йыя йәки йыйырға тырыша икән, ул шпионлыҡ менән шөғөлләнеүсе булып һаналмай һәм, әсиргә төшкән осраҡта, был разведчик хәрби әсир статусына эйә.

Ҡәтғи әйткәндә, үҙ ҡораллы көстәренең тейешле айырыу билдәләре булған һәм хәрби форманы кейеү ҡағиҙәләренә ярашлы үҙ формаһында булған ғәскәри разведчиктар ғына разведчик булып һанала. Ә тотолған урыны буйынса суд тикшереүе һөҙөмтәһендә сит ил разведкаһына эшләүе иҫбатланған һәм енәйәт ҡануниәтенең «шпионаж» (бары тик ошо формулировка менән) статьяһы буйынса хөкөм ителеүсе юридик планда шпион тип һанала. Разведка маҡсатындағы эштәр менән асыҡ һәм үҙҙәре булған ил ҡануниәте талаптарын боҙмай шөғөлләнеүселәр (дипломатик учреждениелар атташелары, сауҙа ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм сит ил вәкилдәренең тағы ла ҡайһы бер категориялары, юридик күҙлектән шпион булып һаналмай. Был уларҙың халыҡ-ара протокол һәм урындағы ҡануниәт сиктәренән сыҡҡан ниндәйҙер йәшерен саралар үткәрмәгән осраҡтарына ғына ҡағыла. Шуға ҡарамаҫтан, «һары матбуғат»та уларға «шпион» исеме тағыла, ә абруйлы матбуғат баҫмалары һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары бындай атама ҡулланмай, сөнки намыҫ һәм эшлекле репутацияны яҡлау, яла яғыу һөҙөмтәһендә килтерелгән әхлаҡи зыянды ҡаплау тураһындағы дәғүәләр буйынса судҡа йәлеп ителеүҙәре мөмкин.

Шпионлыҡтың юридик квалификацияһы

үҙгәртергә

Рәсәй империяһында

үҙгәртергә

Рәсәй империяһында Язалар тураһында уложениеның 1885 йылғы баҫмаһында бары тик ҡәлғәләрҙең, гавандәрҙең, порттарҙың, арсеналдарҙың пландарын дошман булмаған державаларға еткереү һәм уларҙы хөкүмәт рөхсәтенән тыш баҫтырып сығарыу өсөн генә яуаплылыҡ ҡарала.

Ә 1903 йылғы Енәйәт уложениеһына байтаҡ өлөшө менән индерелгән[2], 1892 йылғы законда шпионаждың киңерәк билдәләмәһе бирелә. Яза иһә һөргөнгә ебәрелеүҙән каторга эштәренә тиклем арттырыла.

1903 йылдың 11 февралендә император тарафынан хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡағылған махсус закон раҫлана[3]. Уның буйынса тыныс ваҡыттағы шпонлыҡтың бөтә осраҡтары өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡарата көсәйтелгән яуаплылыҡ билдәләнә, атап әйткәндә, эш буйынса ышанып тапшырылған һәм билдәле булған йә хеҙмәт вазифаһы ярҙамында алынған план, һүрәт йәки мәғлүмәттәрҙе сит ил хөкүмәтенә йә агентына хәбәр иткән йә баҫтырып сығарған өсөн — үлем язаһы ҡарала. Бында ғәйепленең үҙ ғәмәленең «Рәсәйҙең тышҡы именлеге өсөн айырыуса зарарлы эҙемтәләргә килтерергә тейеш йәки килтереүе мөмкин» икәнен күрмәүе (күҙалламауы) мөмкин булмауы төп шарт итеп ҡуйыла.

Советтар Союзында

үҙгәртергә

СССР-ҙа шпионлыҡ РСФСР-ҙың 1960 йылғы Енәйәт кодексының 65-се статьяһы менән ҡаралған була. Ул дәүләт серен йәки хәрби серҙе тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе сит дәүләткә, сит ил ойошмаһына йәки уларҙың агентураһына тапшырыу, йә уларҙы тапшырыу маҡсатында урлау йәки йыйыу, шулай уҡ СССР мәнфәғәттәренә зыян килтереүҙә ҡулланыу өсөн башҡа мәғлүмәттәрҙе тапшырыу йәки сит ил разведкаһы ҡушыуы буйынса уларҙы йыйыу тип аңлатыла. Енәйәт субъекты махсус була — ул сит ил гражданы йәки гражданлығы булмаған кеше. СССР гражданы тарафынан яһалған шпионлыҡ Ватанға хыянат формаларының береһе тип һанала һәм Енәйәт кодексының 64-се статьяһына ҡарай. Сит ил кешеһе йәки гражданлығы булмаған кеше генә шпионаж субъекты була алғанлыҡтан, санкция Тыуған илгә хыянат иткәнгә ҡарағанда йомшағыраҡ билдәләнә: минималь срок ете йыл иректән мәхрүм итеү, ә максималь яза 15 йылға иректән мәхрүм итеү йәки үлем язаһы була. Өҫтәмә яза төрҙәре ҡаралған — тәғәйенләнмәүе мөмкин булған 2-5 йылға һөргөнгә ебәреү, шулай уҡ тәғәйенләнеүе мотлаҡ булғаны — мөлкәтте конфискациялау. Енәйәт айырыуса хәүефле дәүләт енәйәттәре иҫәбенә ҡарай, ә был иһә хөкөм ителеүсенең хоҡуҡи статусын билдәләй. Мәҫәлән, иректән мәхрүм итеүгә хөкөм ителеүселәргә баштан уҡ ҡаты яза режимы тәғәйенләнә, ә үлем язаһы иректән мәхрүм итеү менән алмаштырылғандарға (хатта кеше быға тиклем хөкөм ителмәгән булһа ла) — айырым (особый) яза режимы бирелә. Хөкөмгә тарттырылыусыларҙың шартлы-ваҡытынан алда иреккә сығыуға хоҡуғы булмай, ә азат ителгәндән һуң улар, икенсе тапҡыр илгә инеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп, кисекмәҫтән СССР-ҙан ситкә ҡыуылырға тейеш була.

Рәсәй Федерацияһында

үҙгәртергә

Рәсәй енәйәт ҡануниәте шипионажды ике төргә бүлеп билдәләй:

  1. үҙ аллы енәйәт (ст. 276 УК РФ); һәм
  2. дәүләткә хыянаттың бер формаһы — Дәүләткә хыянат (ст. 276 УК РФ).

Бары тик сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр генә үҙ аллы енәйәт итеп ҡаралған шпионлыҡтың субъектары була ала. Рәсәй граждандары шпионлыҡ эштәре өсөн Енәйәт кодексының 275-се статьяһы буйынса ("Дәүләткә хыянат ") яуаплылыҡ тота.

Шпионаждың билдәләмәһе Енәйәт кодексының 276-сы статьяһында бирелә:

Дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе сит дәүләткә, халыҡ-ара йә сит ил ойошмаһына йәки уларҙың вәкилдәренә тапшырыу, йә уларҙы тапшырыу маҡсатында урлау йәки һаҡлау, шулай уҡ сит ил разведкаһы йә уның мәнфәғәттәрендә эш иткән кеше заданиеһы буйынса Рәсәй Федерацияһы именлегенә ҡаршы ҡулланыу өсөн башҡа мәғлүмәттәрҙе тапшырыу йәки йыйыу, әгәр ҙә был ғәмәлдәр сит ил гражданы йә гражданлығы булмаған кеше тарафынан башҡарылһа…

Рәсәй фәнендә һәм практикала был билдәләмә (субекттарға һылтаныуҙан башҡа) дәүләткә хыянаттың бер формаһы булған шпионлыҡҡа ла тап килә тип һанала[4].

Шулай итеп, Рәсәй ҡануниәте буйынса, дәүләт серенән тыш асыҡ сығанаҡтарҙағы (гәзит һәм журналдар) һәр төрлө мәғлүмәт тә шпионаж предметы була ала. Тик улар сит ил развдкаһы ҡушыуы буйынса йыйылырға һәм Рәсәйҙең тышҡы именлегенә ҡаршы ҡулланылырға тейеш. Шуға ла ғәйепләнеүсенең был ғәмәлдәрҙе ҡылғанда ошо билдәләнгән ике фекерҙе белеүе һәм аңлауы мотлаҡ, кире осраҡта уның эштәрендә енәйәт составы булмаясаҡ. Шпионаж өсөн Рәсәй гражданына ун ике йылдан егерме йылға тиклем срокка иркенән мәхрүм итеү һәм бер үк ваҡытта биш йөҙ мең һумға тиклем күләмдә штраф ҡаралған, йәки өс йылға тиклемге осорҙа хөкөм ителгән йәки башҡа килем күләмендә яза бирелә. Сит ил кешеһе йәки гражданлығы булмаған кеше тарафынан яһалған шпионаж өсөн РФ Енәйәт кодексы ун йылдан егерме йылға тиклем иректән мәхрүм итеү формаһындағы яза билдәләй.

Сәнәғәт шпионажы

үҙгәртергә

Сәнәғәт шпионажында, сәйәси (хәрби) шпионлыҡтан айырмалы, мәғлүмәт йыйыу иҡтисади эшмәкәрлектә өҫтөнлөк алыу маҡсатында ойошторола. Был мәғлүмәттәр башлыса коммерция йәки хеҙмәт служебный сергә ҡарай, әммә предприятие эшмәкәрлегенең характерынан сығып, серҙең башҡа төрҙәренә лә ҡарауы мөмкин[5]. Сәнәғәт шпионажы менән шәхси ойошмалар ҙә, дәүләт органдары ла шөғөлләнә ала, шул уҡ ваҡытта шпионаж итеп билдәләү өсөн уларҙың ғәмәлдәре законһыҙ булырға тейеш, кире осраҡта улар конкурентлы разведка тип баһалана[6][7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шпионство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. (111-се, 112-се һәм 113-сө статьялар)
  3. Высочайшее повеленіе Николая II, объявленное Военнымъ Министромъ Объ установленіи для военнаго вѣдомства особыхъ правилъ объ отвѣтственности за выдачу военныхъ тайнъ и шпіонство въ мирное время.11 (24) февраль 1903 года
  4. См., например: Комментарий к Уголовному кодексу Российской Федерации / Под ред. Ю. И. Скуратова, В. М. Лебедева. — М.: Издательская группа ИНФРА-М — НОРМА, 1996
  5. Мелтон, Пилиджан, 2013, с. 10
  6. Knight, Judson Economic Espionage // Encyclopedia of Espionage, Intelligence, and Security. — Gale, 2004. — P. 372—374.
  7. Kahaner, Larry. Competitive Intelligence: How To Gather Analyze And Use Information To Move Your Business To The Top (инг.). — Simon & Schuster, 1997. — P. 16. — 300 p.