Шпилёва Прасковья Васильевна

Шпилёва Прасковья Васильевна (1913 йыл) — ауыл хужалығында совет производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Шпилёва Прасковья Васильевна
рус. Прасковья Васильевна Шпилёва
билдәһеҙ
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 13 сентябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Томск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Барнаульский уезд[d], Томск губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1980-сы[1]
Вафат булған урыны Титово[d], Промышленновский район[d], Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Прасковья Васильевна Шпилёва Томск губернаһында (хәҙерге Алтай край территорияһы) 1913 йылда тыуған.

Бала сағында П.В.Шпилёваның ғаиләһе Томск губернаһы Кольчугинский өйәҙенә күсеп килә. Тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағандан һуң, СССР Халыҡ комитеттары совхоздарының урындағы «Заря» совхозында ауыл хужалығы эштәрендә эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң совхоздың бөтә эшселәре ялһыҙ айырым эш режимына күсә. Йәй Прасковья Васильевна сусҡасылыҡ фермаһы өсөн мал аҙығы әҙерләү өсөн ялан бригадында эшләй, ҡыш фермала сусҡа ҡараусы булып эшләй. Хеҙмәттә үҙен ышаныслы һәм яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтә, һәр ваҡыт производство заданиеларын ваҡытында үтәй[2].

1946 йылдан Кемерово өлкәһе Титов районының «Ударник» сусҡасылыҡ совхозының малсылыҡ фермаһында эшләй. 1948 йыл башында совхоздың партойошмаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитетының февраль Пленумының «О мерах подъема сельского хозяйства в послевоенный период» ҡарарҙарын үтәп, ун ялан звеноһын ойоштороу буйынса ҡарар ҡабул ителә, бер звеноны етәкләү П.В.Шпилёваға ышанып тапшырыла.

1948 йыл йомғаҡтары буйынса П.В.Шпилёва етәкләгән звено 40 гектар майҙанда һәр гектарынан 30,2 центнер арыш уңышы ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 25 февралендәге Указы менән «1948 йылда арыштан юғары уңыш алып ауыл хужалығы продукттарын совхоз тарафынан дәүләткә тапшырыу буйынса планды үтәгәне һәм 1949 йылда яҙғы сәсеү ихтыяждарын орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин иткәне өсөн» Шпилёва Прасковья Васильевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 3 июлендәге указы менән «1949 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәт батырлығы өсөн» Шпилёва Прасковья Васильевна икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.

Хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда эшләй. Кемерово өлкәһенең Промышленновский районында йәшәй

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Прасковья Васильевна Шпилёва // https://towiki.ru/view/Прасковья_Васильевна_Шпилёва
  2. Труженики кузбасского села — Герои Социалистического Труда / В. И. Бельков // Архивы Кузбасса: информационно–методический и историко-краеведческий бюллетень / отв. ред. Т.В. Акибова. — Кемерово: «Кузбассвузиздат», 2007. — № 1(10)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кемеровчане — Герои Социалистического Труда / сост. Балибалов И. А. Кемерово: Кемеровское книжное издательство, 1968.
  • Герои Социалистического Труда: Историческая энциклопедия Сибири: в 3 т. / Российская академия наук, Сибирское отделение, Институт истории; [рук. проекта академик РАН А.П. Деревянко; гл.ред. В.А. Ламин; отв.ред. В.И. Клименко]. Том 1. — Новосибирск: «Историческое наследие Сибири», 2009.