Штеровка (укр. Штерівка) — Украинаның Луганск өлкәһендәге ҡала тибындағы ҡасаба, Красный Луч ҡала советына ҡарай.

Штеровка
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Khrustalnyi urban hromada[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d], UTC+3:00[d] һәм DAZD[d]
Карта
 Штеровка Викимилектә

Дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған урыны. Штеровка.

Штеровка ауылы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы менән бәйле: 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловоград (хәҙер Луганск өлкәһе) Петровское ҡасабаһы һәм Штеровка (Юлино) ауылы араһынан полк тәрән рейдтан сыҡҡан саҡта дивизия командиры генерал-майор М. М. Шайморатов һәләк була[1].

Географияһы үҙгәртергә

Тораҡ пунктан төньяҡ-көнсығышта Елизаветинск һыуһаҡлағысы урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Ултыраҡ XVIII быуаттың башынан билдәле. Ауылға серб полковнигы П. И. Штерич ранг дачаһы хоҡуҡтарында 1723 йылда нигеҙ һала.

Совет власы 1917 йылдың ноябрендә урынлаштырыла. 1919 йылда крәҫтиән депутаттары советы рәйесе Я. Р. Дробот һәм комбед Е. О. Носко деникинсылар тарафынан атып үлтерелә.

Бөйөк Ватан һуғышында фронттарында 287 кеше ҡатнаша, уларҙың 100-ҙән ашыуы һәләк була, 248 кеше ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Нацистик оккупацияһы ваҡытында Владимир Бурлак йортонда Иванов партизан отрядының йәшерен осрашыу фатиры була; 1942 йылда уларҙы немецтар атып үлтерә.

Штеровкала йәшәгән В. П. Бондаренко Германияға эшкә ебәрелә, унда ул «Хәрби әсирҙәрҙең туғандаш хеҙмәттәшлеге» подпольеһында ҡатнашҡанға күрә «Освенцим» лагерына ултыртыла, тотҡонлоҡтан уны Ҡыҙыл Армия яугирҙары азат итә.

1989 йылдың ғинуарына халыҡ һаны 1919 кеше тәшкил итә[2].

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1273 кеше тәшкил итә[3].

Парктағы туғандар ҡәберлегендә обелиск урынлаштырылған. Ҡасаба үҙәгендә В. И. Ленинға һәйкәл ҡуйылған.

Иҡтисад һәм социаль өлкәһе үҙгәртергә

Күпселек халыҡ Петровское ҡалаһында һәм Малониколаевка ҡасабаһында эшләй.

9 йыллыҡ мәктәп, клуб, 2 китапхана (17000 том), фельдшер-акушерлыҡ пункты, 17 магазин, 3 аптека, элемтә бүлеге, сберкасса бар.

Транспорт үҙгәртергә

Ҡасаба Петровеньки тимер юлы станцияһынан 7 километр алыҫлыҡта ята (Чернухино — Должанская линияһында)[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә