Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы

Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Германия исеменән сығыш яһаусы хоккей командаһы. Европала иң тәүге командаларҙың береһе. Олимпия уйындарының көмөш (2018) һәм ике тапҡыр бронза призёры (1932, 1976).

Ассоциация
Германия хоккей федерацияһы
Главный тренер
Тони Сёдерхольм
Капитан
Мориц Мюллер (ЧМ-2019)
Наибольшее количество игр за сборную*
Удо Кисслинг: 320
Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы
5
Беренсе уйыны
Германия Германия 9:1 Флаг Швейцарии Швейцария
(Монтрё, Швейцария; 10 ғинуар 1910)
Иң ҙур еңеүе
Германия флагы Германия 14:0 Югославия Социалистик Федератив Республикаһы флагы Югославия
(Любляна, Словения; 10 февраль 2000)
Иң ҙур еңелеүе
СССР СССР 17:1 Германия флагы ФРГ
(Лужники, Мәскәү; 31 март 1973)
Германия флагы ФРГ 2:18 СССР СССР
(Лужники, Мәскәү; 8 апрель 1973)
Германия (һулда) 2010 йылғы Олимпия уйындарында Швецияға ҡаршы матчта

Тарихы үҙгәртергә

Германияла беренсе хоккей уйыны 1887 йылдың февралендә Берлинда Халензе күле боҙонда үтә. Урындағы спорт клубы командаһы студенттар йыйылмаһын 11:4 иҫәбе менән еңә.

Германия йыйылма командаһының йыйылма кимәлендәге тәүге рәсми уйыны Швейцарияның Монтрё ҡалаһында 1910 йылдың 10 ғинуарында Швейцария йыйылма командаһына ҡаршы үткәрә һәм 9:1 иҫәбе менән еңә. Хоккейҙың популярлығы Икенсе донъя һуғышына тиклем, айырыуса Берлинда арта бара. 1910 йылда Германия командаһы Швейцарияла беренсе тапҡыр Европа чемпионатында ҡатнаша һәм унда 2-се урынды яулай. Үҙенең уңышын 1911, 1912 һәм 1914 йылдарҙа ҡабатлай, ә 1913 йылда 3-сө урынды биләй.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Германия командаһының уңыштары бер аҙ кәмей төшә, әммә егерменсе йылдар аҙағында тағы ла миҙалдар яулай башлай: 1927 йылдағы Европа чемпионатында 3-сө урын ала. 1930 йылда Германия командаһы Европа чемпионы була. Дүрт йылдан һуң ул был уңышты ҡабатлай.

1932 йылда Американың Лейк-Плэсид ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпиадала немецтар бронза наградалар алып, өсөнсө урынға лайыҡ була.

Команданы бүленеүе һәм берләшеүе үҙгәртергә

Германия бүленгәндән һуң, хоккей командаһы ла Германия Федератив Республикаһы һәм Германия Демократик Республикаһының йыйылма командаларына бүленә. ФРГ йыйылма командаһы уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәле сығыш яһай.

1991 йылда ике команда Германия хоккей федерацияһы етәкселеге аҫтында берләшә.

Ҡушылыуҙан һуң үҙгәртергә

Германия берләшкәс тә, йыйылма команда һиҙелерлек һөҙөмтәләр күрһәтмәй. Иң юғары ҡаҙаныштарҙың береһе — 2003 йылғы донъя чемпионатында 6-сы урын яулай.

2018 йылда Кореялағы Олимпия уйындарында финалға сыға, унда Рәсәй йыйылма командаһына ҡаршы уйнай һәм үҙ тарихында тәүге тапҡыр олимпия көмөш миҙалдарын яулай. Әлеге ваҡытта (2023) Германия йыйылма командаһы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 5-се урында тора[1][1].

Төп уңыштары үҙгәртергә

 
Фелтинс-Арена: 2010 йылғы хоккей буйынса донъя чемпионатында Германия — Америка Ҡушма Штаттары (2:1) матчын 77803 тамашасы ҡарай
Ярыш Үткәрелеү урыны Һөҙөмтә
Олимпия уйындары
Олимпия уйындары 1932   США (Лейк-Плэсид)   Бронза миҙал
Олимпия уйындары 1976   Австрия (Инсбрук)   Бронза миҙал
Олимпия уйындары 2018   Корея Республикаһы (Пхёнчхан)   Көмөш миҙал
Донъя чемпионаттары
Донъя чемпионаты 1930   Франция (Шамони)   Көмөш миҙал
Донъя чемпионаты 1932   США (Лейк-Плэсид)   Бронза миҙал
Донъя чемпионаты 1934   Италия (Милан)   Бронза миҙал
Донъя чемпионаты 1953   Швейцария (Цюрих, Базель)   Көмөш миҙал
Донъя чемпионаты 2023   Финляндия (Тампере),   Латвия (Рига)   Көмөш миҙал
Европа чемпионаты
Европа чемпионаты 1910   Швейцария (Лез-Аван)   Көмөш миҙал
Европа чемпионаты 1911   Германия (Берлин)   Көмөш миҙал
Европа чемпионаты 1913   Германия (Мюнхен)   Бронза миҙал
Европа чемпионаты 1914   Германия (Берлин)   Көмөш миҙал
Европа чемпионаты 1927   Австрия (Вена)   Бронза миҙал
Европа чемпионаты 1930   Франция (Шамони)   Алтын миҙал
Европа чемпионаты 1934   Италия (Милан)   Алтын миҙал
Европа чемпионаты 1953   Швейцария (Цюрих, Базель)   Көмөш миҙал

Уйын формаһы үҙгәртергә

Нығытылған номерҙар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. IIHF - World Ranking. iihf.com. Дата обращения: 30 май 2023. Архивировано 29 июль 2020 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә