Чудов Максим Александрович

Чудов Максим Александрович (12 ноябрь 1982 йыл) — спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙағы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында эстафетала бронза миҙал яулаусы. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2010), Халыҡтар дуҫлығы ордены (2010) кавалеры.

Максим Чудов Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Максим Александрович Чудов

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

12 ноябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (42 йәш)

Тыуған урыны
Йәшәгән урыны

Өфө

Клуб

«Динамо»

Буйы/Ауырлығы

169 см /65 кг

Ғаилә хәле

кәләш алған[1]

Профессия

аҙыҡ-түлек сәнәғәте механигы
юрист

Белеме

Өфө механика-технология колледжы/
Башҡорт дәүләт университеты

Титулдары
Донъя чемпионы

3: 2007, 2008 (2)

Атыу мәргәнлеге
Мәғлүмәттәр буйынса

2009/2010

Дөйөм мәргәнлек

78,43%

Ятып

78,12%

Тороп

78,75%

Карьера (Кубок мира)
Ярыш

117

Еңеү

4 (эстафеталарҙа 7)

Подиум

18 ( x 4 + x 9 + x 5)
14 ( x 7 + x 6 + x 1)

АЛған мәрәйҙәр

2 660

Миҙалдар

Биатлон
Олимпия уйындары
Бронза Ванкувер 2010 эстафета 4x7,5 км
Донъя чемпионаттары
Көмөш Антхольц 2007 эҙәрлекләү 12,5 км
Алтын Антхольц 2007 эстафета 4x7,5 км
Алтын Эстерсунд 2008 спринт 10 км
Көмөш Эстерсунд 2008 эҙәрлекләү 12,5 км
Алтын Эстерсунд 2008 эстафета 4x7,5 км
Бронза Эстерсунд 2008 масс-старт 15 км
Көмөш Пхёнчхан 2009 эҙәрлекләү 12,5 км
Йәйге биатлон (саңғыроллерҙар)
Донъя чемпионаттары
Алтын Өфө 2006 спринт 10 км
Алтын Өфө 2006 эҙәрлекләү 12,5 км
Көмөш Отепя 2007 спринт 10 км
Көмөш Отепя 2007 эҙәрлекләү 12,5 км
Алтын Өфө 2012 спринт 10 км
Көмөш Өфө 2012 эҙәрлекләү 12,5 км
Дәүләт һәм ведомство бүләктәре
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)

 Максим Чудов Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ма́ксим Алекса́ндрович Чу́дов 1982 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Михайловка ауылында тыуған.

Биатлонда карьераһы

үҙгәртергә
  • 1998 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай
  • Тренерҙары — Никитин В. А., Падин А. В.
  • Беренсе тренеры — Ковалёв В. В.
  • Саңғы маркаһы — Fischer
  • Винтовка моделе — Anschutz
  • Йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр чемпион була (Өфө — 2006, 2012).

Карьера башындағы ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионатында эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай (Риднау, Италия, 2002)
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионатында эҙәрлекләү һәм эстафета ярыштарында алтын, ә спринтта — бронза миҙалдарын яулай (Польша, 2003)
  • Эҙәрлекләү ярышында Рәсәй чемпионы (2003)
  • Спринт буйынса йәйге биатлонда Рәсәй чемпионы (2004)

Олимпия уйындарында сығыштары

үҙгәртергә
  • 2006 йылғы Туринда уҙған Олимпия уйындарында ҡатнаша, әммә призлы урын ала алмай.
  • 2010 йылғы Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында эстафета составында бронза миҙалын яулай.

Донъя кубогында сығыштары

үҙгәртергә
 
Максим Чудов. Спринт 10 км, 13 март 2010 йыл, Контиолахти.
  • 2004/2005 йылдарҙан башлап Донъя кубогы этаптарында сығыш яһай башлай.
  • 2005 йылдың 18 декабрендә Донъя кубогының Осрбльела уҙған этабында тәүге тапҡыр подиумға эләгә. Бында ул индивидуаль ярышта икенсе урын яулай.
  • 2007 йылдың 17 мартында Донъя кубогының Ханты-Мансийскиҙа уҙған этабында тәүге тапҡыр еңеүгә өлгәшә.
  • 2007 йылғы донъя чемпионатында тәүге тапҡыр призлы урын ала. Бында эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.
  • 2007 йылғы донъя чемпионатында эстафета командаһы составында тәүге тапҡыр алтын миҙал яулай.
  • 2007/2008 йылғы миҙгелдә иң етеҙ биатлонсылар рәтендә була. Шунлыҡтан «рус ракетаһы» (рус. Русская ракета) ҡушаматын ала.
  • 2008 йылғы донъя чемпионатында миҙалдарҙың тулы комплектын яулауға ирешә — спринтта һәм эстафетала ике алтын, эҙәрлекләү ярышында көмөш һәм масс-стартта бронза миҙалдарын яулай.
  • «Алтын дүртәү» ҡатнашыусыһы (Черезов, Чудов, Ярошенко, Круглов). Улар 2006/2007 һәм 2007/2008 йылғы миҙгелдәрҙәге һигеҙ ярышта бер тапҡыр ҙа икенсе урындан түбәнерәк төшмәйҙәр. Ике йыл рәттән донъя чемпионатында алтын миҙал яулайҙар.
  • 2009 йылғы донъя чемпионатында эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай. Фиништан һуң бер нисә спорсының, шул иҫәптән ярышта еңеүсе Уле Эйнар Бьёрндален трассаны үтеү ҡағиҙәләрен боҙоуы асыҡлана. Шунлыҡтан уларға берәр штраф минуттары өҫтәлә. Шулай итеп, Максим Чудов беренсе урынға күтәрелә. Әммә өс сәғәттән һуң апелляция жюриһы штраф минуттарын өҫтәмәҫкә тигән ҡарарға килә. Бьёрндаленға алтын миҙал ҡайтарыла, ә Чудовҡа көмөш миҙал ҡала.
  • 2009/2010 йылғы миҙгелдә Чудовтың һөҙөмтәләре насарая. Ванкуверҙағы Олимпиада алдынан шәхси ярыштарҙа Чудов тик бер нисә тапҡыр ғына сәскә церемонияһына (тәүге алты урын) эләгә. Олимпиадала спринт ярыштарында ул 63-сө урын ала һәм эҙәрлекләү ярышына үтә алмай. Эстафетала өсөнсө этапта сығыш яһай һәм Иван Черезов, Антон Шипулин һәм Евгений Устюгов менән бергә бронза миҙалын яулай. Миҙгел аҙағында тик бер генә тапҡыр шәхси подиумға эләгә — спринт ярышында икенсе урын яулай. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Чудов 17-се урында ҡала.
  • 2010/2011 миҙгеле уның карьераһында иң ауыр була. Миҙгел аҙағындағы ярыштарҙа һәм Рәсәй чемпионатында ҡатнашмай һәм Германияға тикшеренеүгә китә. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Чудов 25-се урынды биләй.
  • 2011/2012 миҙгелендә умыртҡа йәрәхәте арҡаһында ярыштарҙа ҡатнашмай.
  • 2012/2013 миҙгелен Валерий Польховский етәкселегендәге төркөмдә башлай. 2013 йылдың декабрендә спорт карьераһы тамамланыуы тураһында иғлан итә[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
2010 йылғы Ванкуверҙағы Олимпия уйындары миҙалсылары Рәсәй президенты Дмитрий Медведев менән, 15 март 2010

Өҫтәлмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


Һылтанмалар

үҙгәртергә