Падин Андрей Викторович (20 февраль 1968 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы. Биатлон буйынса халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (1997). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Биатлон буйынса рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). Рәсәй ирҙәр йыйылма командаһы тренеры[1] («А» ирҙәр командаһын функциональ әҙерләү буйынса тренер)

Падин Андрей Викторович
Заты ир-ат
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет
Һөнәр төрө спортсы
Квалифицирован для ирҙәр спорты[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Андрей Викторович Падин 1968 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Силәбе физик культура институтын тамамлай.

«Труд» балалар спорт йәмғиәтендә шөғөлләнә, тренеры Ф. Ф. Әхмәҙиев.

1996—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһына инә.

20012006 йылда Өфөлә балалар‑үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбендә биатлон буйынса тренер булып эшләй.

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • Европа чемпионы (1997), спринтта;
  • Рәсәй чемпионы (1995) команда ярышында һәм АҠШ-тың асыҡ чемпионатында (1997) шәхси ярыштарҙа;
  • Европа чемпионатының көмөш призеры (1997), эстафета;
  • Спринтта Европа Кубогы этабында (1996) һәм Рәсәй чемпионатының команда ярышында (2000) көмөш призер;
  • Европа Кубогы этабының бронза призеры, эстафетала (1996) һәм спринтта (2001);
  • Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2000), эстафета;
  • АҠШ асыҡ чемпионатының бронза призеры (1997), эҙәрлекләү ярышы.[2][3]

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

http://biathlonrus.com/team/coaches/36087/ на сайте Союза биатлонистов России

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә