Чачава Константин Владимирович

Чачава Константин Владимирович (19191979) — акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә СССР ғалимы һәм педагогы, медицина фәндәре докторы (1959), профессор (1960), СССР Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1974; 1966 йылдан ағза-корреспонденты). Грузин ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). СССР дәүләт премияһы лауреаты (1968). Акушерлыҡта һәм гинекологияла электрофизиологик йүнәлешкә нигеҙ һалыусы.

Чачава Константин Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 21 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Грузия Демократик Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 16 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (59 йәш) или 8 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Ерләнгән урыны Дидубийский пантеон[d]
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Константин Владимирович Чачава 1919 йылдың 21 майында Тбилиси ҡалаһында тыуған.

1936 йылдан алып 1941 йылға тиклем Беренсе Мәскәү медицина институтында уҡый. 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дауалау учреждениларында ординатор вазифаһында һәм хирургия бүлеге мөдире була, практик эштән тыш Тбилиси медицина институтының акшурлыҡ һәм гинекология кафедраһында педагогик эш менән шөғөлләнә.

1945 йылдан 1949 йылға тиклем Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология милли медицина тикшеренеү үҙәгенең клиник ординатураһында һәм аспирантураһында уҡыуын дауам итә. 1949 йылдан алып 1965 йылға тиклем Тбилиси медицина институтында ассистент, доцент һәм был институттың акушерлыҡ, гинекология кафедраһы мөдире булып эшләй. 1965 йылдан 1979 йылға тиклем — Грузин ССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының перинаталь медицина, акушерлыҡ һәм гинекология ғилми-тикшеренеү институты директоры[1][2][3].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

К.В. Чачаваның төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге мәсьәләләре акушерлыҡ һәм гинекология, аналыҡтың ҡыҫылыу эшмәкәрлегенең патологияһы һәм физиологияһы, яралғы торошон тикшереүҙең электрофизик һәм физиологик ысулдары менән бәйле, уның тарафынан яралғының электрокардиографияһы һәм тура реоэнцефалографияһы ысулдары тәҡдим ителә. К.В. Чачава инициативаы буйынса ҡатмарлы бала табыу ваҡытында яһалма гипотермия ысулы тәҡдим ителә. 1971 йылдан 1979 йылға тиклем К. В. Чачава Бөтә Союз акушер-гинекологтары ғилми йәмғиәтенең Президиумы ағзаһы, шулай уҡ Венгрия, Румыния һәм Чехословакия акушер-гинекологтары ғилми йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора. К. В. Чачава фәнни «Советская медицина» һәм «Акушерство и гинекология» журналдары мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы булып тора, Ҙур медицина энциклопедияһының «Акушерство и гинекология» мөхәрририәт бүлеге мөхәррире була.

1949 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Ранняя диагностика рака шейки матки с помощью определения окислительно-восстановительного потенциала» темаһына диссертация яҡлай, 1959 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «К вопросу о замене акушерских щипцов вакуум-экстрактором» темаһына диссертация яҡлай. 1960 йылда уға ғилми профессор исеме бирелә. К. В. Чачава етәкселегендә йөҙ алтмыш алты ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән дүрт фундаменталь монография яҙыла, уның етәкселегендә ун дүрт докторлыҡ һәм утыҙ кандидатлыҡ диссертация яҡлана. 1968 йылда «За разработку и внедрение новых методов диагностики и лечения в перинатальной медицине» хеҙмәте өсөн СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. 1966 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ә 1974 йылда — тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана[1][2][3].

К.В.Чачава 1979 йылдың 16 майында Тбилисиҙа вафат була.

Библиография

үҙгәртергә
  • Прямая электрокардиография плода: (Новый метод регистрации биотоков сердца в период родов) / Тбилис. гос. ин-т усовершенствования врачей М-ва здравоохранения Груз. ССР. - Тбилиси : Ганатлеба, 1965. - 140 с.
  • Методическое письмо по применению новых физических и электрофизиологических методов диагностики и лечения в акушерстве / М-во здравоохранения Груз. ССР. Науч.-исслед. ин-т акушерства и гинекологии. - Тбилиси : [б. и.], 1965. - 17 с.
  • Реоэнцефалография плода и новорожденного. - Тбилиси : Ганатлеба, 1969. - 174 с.
  • Кранио-церебральная гипотермия плода в родах [Текст] : (Новый метод борьбы с интранатальной асфиксией) / К. Чачава, П. Кинтрая, А. Зиракадзе. - Тбилиси : Сабчота Сакартвело, 1973. - 205 с.
  • Пути снижения перинатальной патологии: Сб. науч. статей : (Посвящается 60-летию со дня рождения К. В. Чачава) / НИИ перинат. медицины, акушерства и гинекологии, Тбил. ин-т усоверш. врачей ; [Отв. ред. П. Я. Кинтрая и др.]. - Тбилиси : [б. и.], 1979 (вып. дан. 1980). - 323 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 27. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 К. В. Чачава, К 60-летию со дня рождения / Хирургия // М.: 1963. — № 5 — С.149
  3. 3,0 3,1 Капанадзе Д. Л. Константин Владимирович Чачава / Акушерство, гинекология и репродукция // М.: 2017. — Т.11 —№1 — С.81-82