Хөсәйенов Мөхәмәтйән
Мөхәмәтйән Хөсәйенов — (محمدجان بن الحسين بن عبد الرحمان بن أنس, Мөхәммәтжан бине әл-Хөсәен бине Габдеррахман); 1756 йыл, Солтанай ауылы, Өфө провинцияһы — 17 июль 1824 йыл, Өфө, Атъетәр ауылында ерләнгән, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) — Ырымбур мосолман диниә назаратының беренсе мөфтөйө[1].
Мөхәмәтйән Хөсәйенов محمدجان بن الحسين بن عبد الرحمان بن أنس | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
22 сентябрь 1788 йыл — 17 июль 1824 йыл | ||||
Алда килеүсе: | вазифа раҫлана | |||
Һуңынан килеүсе: | Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм | |||
| ||||
c 1785 йыл | ||||
Тыуғандағы исеме: | Мухаммеджан Хөсәйенов | |||
Тыуғанда ҡушылған төп исеме: |
محمدجان بن الحسين بن عبد الرحمان بن أنس | |||
Тыуыуы: | 1756 Солтанай, Рәсәй империяһы | |||
Вафаты: | 17 июль 1824 Атъетәр, Рәсәй империяһы | |||
Атаһы: | Хөсәйен б. Абдуррахман б. Әнәс әл-Бурундуки | |||
Балалары: | Ҡыҙы: Фатима Улдары: Мирза-Әхмәт һәм Әмирйән | |||
Наградалары: |
|
Солтанай ауылында (хәҙерге Кушнаренко районы) тыуған. Уның атаһы Хөсәйен бин Абдуррахман бин Әнәс әл-Бурундуки 1720 йылдарҙа Өфө губернаһыдағы Стәрлебаш ауылында имам һәм мөҙәрис була (ҡара Стәрлебаш мәҙрәсәһе). Юғары дини белемде Сәйет биҫтәһендә, Ырымбур, Бохара һәм Ҡабул мәҙрәсәләрендә алған. 1785 йылдан алып Ырымбур экспедицияһында ахун булып тора, шул уҡ йылда Екатерина II рескрипты буйынса «Крайҙың беренсе ахуны» исемен ала.
1788 йылдың 22 сентябрендәге Екатерина II указына ярашлы мөфтөй, Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем ошо вазифаны биләй. Ырымбур мосолман диниә назаратын Үҙәк мосолман коллегияһына әүерелдереү, донъяуи ғилми фәндәр уҡытыла торған дини уҡыу йорттарының селтәрен ойоштороу буйынса проекттарҙың авторы. Башҡортостанда Екатерина II сәйәсәтен үткәреүсе була. Рәсәй империяһының Көнсығышта һәм Кавказда тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Күп тапҡыр Кесе һәм Урта Йөҙҙәр ҡаҙаҡ хандары һәм солтандары менән һөйләшеү өсөн («Хөсәйенов илселектәре») делегацияларын етәкләгән. 1797 йылда Кесе Йөҙ менән идара итеү өсөн булдырылған Хан советына индерелгән. Властар уны Кавказға ебәргәндәр, бында ул тау халыҡтарында ырыу судтарын ойоштора һәм Рәсәйгә тоғролоҡ антын ҡабул итеүҙә ҡатнаша. 1805 йылда төркмәндәр эше буйынса йәшерен комиссияла ҡатнаша. Ирекле иҡтисади йәмғиәтенең ағзаһы һәм Ҡазан университеты Советының почетлы ағзаһы булып тора һәм башҡорт ерҙәрен иркен һатыу һәм һатып алыуға хоҡуғы булыуға ирешә, эре ер биләүсегә әйләнә. Гәүһәр миҙалы менән бүләкләнә.
Ҡатындары һәм балалары
үҙгәртергә- Айша Алеева. 1798 йылдың йәйендә никахлашалар һәм никах ике ай дауам итә.
Төрөк ҡатын-ҡыҙы, рус ғәскәрҙәре штурмы ваҡытында һәләк булған Измаил төрөк нығытмаһы комендантының ҡатыны.
Әсирлеккә эләгә. 1788 йылда Ҡазанға алып киләләр, бында ул билдәле татар сауҙәгәре Исмәғил Апанаевҡа кейәүгә сыға. 1795 йылда, ире үлгәндән һуң, ҙур мираҫлы тол ҡатын булып ҡала.
1798 йылдың йәйендә Хөсәйенов Мөхәмәтйәнгә кейәүгә сыға, әммә ике ай уның менән йәшәгәндән һуң, Хөсәйенов, бер ниндәй ҙә туй булманы тип белдерә һәм Ырымбурға сығып китә. Шул уҡ ваҡытта мөфтөй Айшаның мөлкәте менән файҙаланып өлгөргән була. 1798 йылдың авгусында Айша Алеева мөфтөйгә ҡаршы дәғүә белдерә һәм тотонолған мөлкәтте кире ҡайтарырға талап итә. 1803 йылдың февралендә Ҡазан өйәҙ суды мөфтөйҙө сауҙәгәр ҡатынын алдауҙа ғәйепле тип таба һәм унан 3 402 һум 50 тин түләттереү тураһында ҡарар сығара, әммә күрһәтелгән сумманы тик 1805 йылда ғына түләттереүгә ирешәләр.
- Кәримә, сығышы менән Анапанан. 1835 йылда вафат була, Бүкәй Урҙаһындағы Хан Урҙаһы ҡасабаһы Хан зыяратында ерләнә (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһының Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе). Ҡыҙҙары Фатима — Йыһангир хандың ҡатыны (Йангир хандың, Бүкәй Урҙа ханы Бүкәй хан улы, Нуралы хандың ейәне, Абелхәйер хандың бүләһе).
- Суфия (1759 — 2 март 1869), черкес ҡыҙы. Улдары Мирза-Әхмәт һәм Әмирйән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Фахруддин Р. Асар. Т. 1. — Казань: Рухият, 2006. — С. 286—289.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мухаметжан Хусаинов. Журнал Оренбургского Муфтия. Часть 1
- Мухаметжан Хусаинов. Журнал Оренбургского Муфтия. Часть 2
Алдан килеүсе: — |
Ырымбур мөфтөйө (Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе) 1788—1824 |
Һуңынан килеүсе: Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм |