Хәлит (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Хәлит — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәХәлит исеме башҡорт теленә ғәрәптәрҙән килеп ингән. Мәңгелек, ғүмерлек; дуҫ тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәФәтихов Хәлит Шәйех улы (20 март 1958 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
Ғайсин Хәлит Ғәлиәхмәт улы (декабрь 1920 йыл) — Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Хәлит Дәүләтов (1785 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (17 апрель 1954 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1993 йылдан «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Хосаев Хәлит Сәйет (әзерб. Xocayev Xalid Sәid; 1888 йыл — 1937 йыл) — үзбәк-әзербайжан тел белгесе, төркиәтсе, әзербайжан телен латин алфавитына күсереүҙә ҙур роль уйнай.
Фамилия
үҙгәртергәХәлитов Бәхтейәр Әсфәндиәр улы (7 ғинуар (1942 йыл) — башҡорт шағиры, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы (5 сентябрь 1960 йыл) — уҡытыусы, спортсы. Гер күтәреү буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы, Гиннесс рекордтар китабына индерелгән.
Ауылдар
үҙгәртергәХәлит — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Хәлит ауыл биләмәһенең үҙәге.
Хәлит (рус. Халитова) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы башҡорт ауылы, Яратҡол ауыл биләмәһенә керә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |