Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы

Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы (5 сентябрь 1960 йыл) — уҡытыусы, спортсы. Гер күтәреү буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы, рекорды Гиннесс китабына индерелгән.

Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Тыуған датаһы

5 сентябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған ере

БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы

Тренеры


гер спорты

БиографияһыҮҙгәртергә

Сәмәрә Әхәт ҡыҙы Хәлитова 1960 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған.

Һигеҙенсе синыфта уҡығанда еңел атлетика буйынса район чемпионы була. Утыҙ ике йыл тыуған ауылында физкультура уҡытыусыһы булып эшләп, 2010 йылда хаҡлы ялға сыға. «Йыл уҡытыусыһы — 2004» тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған.

2013 йылда Бөрйән район үҙәгендә физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асыла, һәм ул шунда методист-инструктор булып эшләй.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, гер спорты менән мауығып китә. Башта район ярыштарында уңышҡа өлгәшһә, тора-бара республика буйынса ла приздар ала башлай. Унан инде халыҡ-ара бәйгеләргә лә саҡырыла.

Спорт ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә

2012 йылдың майында Керчь ҡалаһында спортсы-ветерандар өсөн үткәрелгән халыҡ-ара чемпионатта ул, тәүге тапҡыр ғына шул кимәлдә ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Икенсе урынды яулаған үҙенән 2 йәшкә кесерәк Елена Уварованы ул хатта 49 килограмға уҙып китеп, 121 кг ауырлыҡты күтәрә.

Шул уҡ йылдың июлендә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа 75 кг ауырлыҡҡа тиклемге 50-54 йәшлектәр араһында ул тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ араһында көс һынаша һәм барыһын да еңеп сыға, донъя чемпионкаһы титулы алып ҡайта.

2011—2017 йылдарҙа республика ярыштарында даими беренселек яулай.

Иң яҡшы һөҙөмтәһе — 10 минутта 166 тапҡыр 16 килограмлыҡ герҙе күтәрә.

2 тапҡыр халыҡ- ара, 4 тапҡыр — Европа, 5 тапҡыр донья чемпионы.

30 минутлыҡ ярым марафонда 10 кг-лыҡ герҙе 665 тапкыр күтәреп, донья рекорды ҡуя. Мәскәүҙә " 33 баһадир " тип исемләнгән ярышта 1130 тапҡыр күтәреп, Гиннестың рекордтар китабына ингәнлегенә сертификат ала.

СығанаҡтарҮҙгәртергә