Хөршидбаныу Натаван

күренекле әзербайжан шағирәһе
(Хуршидбану Натаван битенән йүнәлтелде)

Хөршидбаныу (әҙәби псевдонимы Натаван, әзерб. خورشیدبانو ناتوان, Xurşidbanu Natəvan; 6 август 1832 йыл — 2 октябрь 1897 йыл), «Хан ҡыҙы» булараҡ та билдәле[2]әзербайжан шағиры, Ҡарабах ханы Мәхти Ҡолой Хан ҡыҙы, Ибраһим Хәлил-хан ейәнсәре.

Хөршидбаныу Натаван
әзерб. Xurşidbanu Natəvan
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Псевдоним Natavan
Тыуған көнө 6 август 1832({{padleft:1832|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Шуша[d], Грузинская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 октябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Шуша[d], Елизаветпольская губерния[d], Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Имарет[d]
Атаһы Карабахский, Мехти Кули Хан[d]
Балалары Мехтикули-хан Вафа[d], Mir Hasan Ağa Mir[d] һәм Ханбика Ханум[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Әзербайжан теле
Һөнәр төрө шағир
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт[1]
Ойошма ағзаһы Меджлиси-Унс[d]
 Хөршидбаныу Натаван Викимилектә

Тормош юлы

үҙгәртергә

Хөршидбану Натаван 1832 йылда Шушала һуңғы Ҡарабах ханы, генерал-майор Мәхдиҡолой-хан Джеваншир Ҡарабахлы ғаләһендә тыуа[3] һәм һуңғы Гәндж ханы Джавад-хан — Бядирджахан-беим ейәнсәре(1802—1863)[4]. Уның бала сағы тураһында бик аҙ билдәле[5]. Атаһы яғынан яҡын туғандары араһында Агабаджи апаһы һәм Нава ағаһы шағир булған, әсәһе яғынан — ағаһы Мусахиби һәм Хали[6]. Уны икенсе апаһы Гәүһәр ханым тәрбиәләп үҫтерә, Натаванда музыка, шиғриәт һәм һүрәт төшөрөүгә һөйөү тәрбиәләй[2].

Натаван белемде өйҙә ала, көнсығыш телдәрен өйрәнә, Фирҙәүси, Низами, Саади, Хафиз, Навои, Физули һәм башҡаларҙың әҙәрҙәрен уҡый. Дағстан буйлап сәйәхәт итә, Тифлистә, Баҡыла була. 1858 йылда Баҡыла Александр Дюма (атай) менән осраша, уға үҙенең ҡул эштәрен бүләк итә. Дюма шағирәгә матур итеп эшләнгән шахмат бүләк итеп бирә[2][7][8]. Был осрашыу тураһында А. Дюма :

  Беҙ ике татар (әзербайжан) princesse (әсәле-ҡыҙлы) саҡырылған беренсе аш табынына бара алмай ҡалдыҡ. Мосолман ҡатындары, дини һәм йәмғиәт йолалары буйынса, сит ил кешеләре алдында йөҙҙәрен аса алмай... Уларҙың береһе Ҡарабахтың һуңғы ханы Мәхти-ҡолой хан ҡатыны, икенсеһе хандың ҡыҙы. Әсәһенә - 40, ҡыҙына 20 йәштәр тирәһе. Улар икеһе лә милли кейемдә. Хан ҡыҙы был кейемдә сибәр генә булып күренде, кейеме зиннәтле, тик әллә ни күкәм, нәфис тип әйтеп булмай ине[6]  

1872 йылда ул Шушала әҙәби түңәрәк ойоштора[9]Меджлиси-Унс» («Собрание друзей»)[8][10], Әзербайжан ҡалаларындағы башҡа шундай уҡ түңәрәктәр менән ижади бәйләнештә тора[9].

Шушала көнсығыштың классик музыкаһы белгесе Харрат Ҡолой (18231883) ойошторған мәжлес тураһында ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр һаҡланған. Мәжлес дини маҡсаттан ойошторола, ләкин «мөхәррәм» айында дини йолаларҙы үтәгәндә башҡарыла торған йырҙар менән бер рәттән, бында әзербайжан халҡының милли йырҙары — мугамдарҙы ла өйрәнгәндәр. Бер нисә ай буйы әҙерләнгән матәм тамашалары тамамланғас, йырсылар (ханенделар) шул уҡ мугамдарҙы икенсе урындарҙа, туй һәм башҡа байрамдарҙа, башҡара.

 
«Шушинский ханский дворец дочери бывшего владетельного хана». Открытка имперских годов

Натаванды халыҡ хөрмәт иткән. Уның дәүерендә Шушала хан һарайы, мәсет, сауҙа йорттары, театр, йәйге һәм ҡышҡы клуб, реаль училище һәм башҡа биналар төҙөлә[11]. 1872 йылда Хөршидбаныу Шуша ҡалаһы халҡын һыу менән тәьмин итер, ҡаланы тәртипкә килтерер өсөн 10 километр алыҫлыҡтағы Һарыбаба тигән ерҙәге Иса болағынан (шишмә) һыу үткәргес һалдырта. Был проектҡа Натаван йөҙ мең һум аҡса бирә. Был һыу үткәргес әле лә «Хан ҡыҙы һыуы» булып йөрөй. Натаван бик уҡымышлы була, көнсығыш телдәрен, Фирҙәүси, Низами, Саади, Хафиз, Физули һәм башҡа көнсығыш шағирҙарының ижадын яҡшы белә. Натавандың эске рухи донъяһына Мирза Ахундовтың йоғонтоһо көслө була, ул үҙ ижадында әүәлге әзербайжан әҙәбиәтендәге кешелеклелек идеяларын үҙ дәүеренең яңы йүнәлештәре, халыҡ бәхете өсөн көрәш юлын эҙләү идеялары менән байыта. Мирза Ахундов менән яҡындан танышыу, Хөршидбаныуҙың йәмәғәт эштәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлауына һәм уның йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарыуына килтерә.

Хөршидбаныу Натаван 1897 йылдың сентябрь аҙаҡтары — 8 октябрь тирәһендә Шушала вафат була (Раби ас-сани, 1314 йыл)[12]. Агдам ҡалаһында, «Имарет» зыяратында ерләнгән[2].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
Хөршидбаныу Натаван улы Мәхдиҡолой-хан Вафа һәм ҡыҙы Ханбикә менән

Натаван cығышы менән Ҡарабах ханлығының джеванширҙар династияһы хакимдәре ғаиләһенән, шиғый[13].

1870 йылдар тирәһендә уның 53 ауыл (1,778 мөрйә) урынлашҡан ере булған (Варанди, Джеваншир, Зангезур, Кебирли райондарында һәм Шуша өйәҙенең Челябюрд участкаһында), әсәһе вафат булғандан һуң 1861 йылда Натаванға тағы ла 9 ауыл (186 мөрйә) бирелә[12]

Беренсе тапҡыр ул ҡумыҡ ханы, генерал-майор Хасай хан Уцмиевҡа кейәүгә сыға, уларҙың ике балаһы була — улдары Мәхти Ҡолой хан (1855—1900) менән ҡыҙҙары Хан-Бикә (1856—1921)[12]. Сәлмән Мумтаз килтергән мәғлүмәттәр буйынса, был урыҫ батшаһының Кавказдағы наместнигы М. С. Воронцовтың сәйәси маҡсатына бәйле никах була:

  Ул заманда Кавказда фельдмаршал Воронцов хаким итә, ул Әзербайжанда ихтилалдар булмаһын өсөн төрлө ысулдар һәм юлдар эҙләй; бөтә ергә үҙенең шымсыларын ҡуя. Шуның өсөн ул Натаванды үҙенең ярандарының береһе — Дағстан ханы генерал Хасай-ханға кейәүгә сығырға мәжбүр итә..., тик Натаван уны бөтөнләй яратмай. Уның менән оҙаҡ йылдар йәшәргә мәжбүр ителә[6].  

Икенсе тапҡыр ул Шушаның «ябай кешеһе» Сейид Гусейн Агамировҡа кейәүгә сыға[14][12]. Был никахта уның биш балаһы була: өс улы — Мир Аббас-аға (1868—1885), Мир Гасан-аға (1870—1903) һәм Мир Джафар-аға (?-1914?), ике ҡыҙы — Сара-бегум менән Хәжәр-бикә[12].

Натавандың шиғырҙары йыйынтығы (диуан) һаҡланмаған, ләкин уның матурлап биҙәлгән, әзербайжан телендә 13 шиғыры яҙылған альбомы беҙгә хәтле килеп еткән [15]. Натаван ҡатнаш стилдәге насталик-шикастэ яҙыуы менән матур итеп яҙған[15]. Бер нисә ғәзәлде фарсы телендә яҙған[16].

 
Натаван төшөргән һүрәт

Шағирәнең беренсе шиғырҙар йыйынтығын 1928 йылда Сәлмән Мумтаз нәшер итә[17], ә 1982 йылда уның урыҫ телендәге тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫыла[12].

Натавандың ижады XIX быуаттың 50-се йылдарында башлана. Уның баштараҡ «Хөршид» исеме аҫтында яҙылған шиғырҙары юғалған, бик аҙ ғына өлөшө беҙҙең ваҡытҡа тиклем һаҡланып ҡалған. 1870-се йылдан ул «Na­tə­van» псевдонимын ала. Натаван иҫән саҡта уҡ уның шиғырҙары телдән- телгә күсеп йөрөй. Хөршидбаныуҙың шиғырҙары 4 өлөшкә бүленә: мөхәббәт шиғырҙары, тәбиғәт гүзәллегенә арналған һәм күңелһеҙ, ҡайғылы ваҡыта яҙылған шиғырҙар.

[18]Натаван — лирик шиғырҙар авторы, уларҙың күбеһе бик иртә вафат булған улына арнала («Илайым», «Ул китте», «Улыма» һәм башҡа), уларҙа социаль мотивтар ҙа ишетелеп ҡала — башлыса ул ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡһыҙ булыуына зарлана. Хөршидбаныу Натавандың шиғриәтенең төп мотивы — тормошто һөйөү, бәхәт тураһында хыял, улын юғалтҡан әсә ҡайғыһы[19]. Шиғырҙарҙан тыш Натаван һүрәт төшөрөргә лә яратҡан. Ул пейзаждар, сәскәләр һәм көнкүреш декоратив сәнғәте менән шөғәлләнгән.

  • Шағирә вафат булған Агдам ҡалаһында ҡәбер ташы ҡуйылған.
  • 1960 йылда Баҡыла скульптор Омар Эльдаров эшләгән һәйкәл ҡуйылған.
  • Шағирәнең тыуған ҡалаһы Шушала Хөршидбаныу Натавандың бюсы ҡуйылған. 1992 йылда әрмән-әзербайжан һуғышы ваҡытында Натавандың, Узеир Гаджибеков һәм Бөль-Бөлдең бюстарын әрмәндәр һүтеп алып, Грузияға металл һыныҡтары итеп һатҡан, ә Әзербайжан хөкүмәте уларҙы кире һатып алған. Әлеге ваҡытта пуля эҙҙәрен һаҡлаған, бер һуҡ бармағы өҙөлгән был бюст Баҡыла асыҡ һауалағы Музей экспозицияһында тора[20][21].
  • 2016 йылдың февралендә Бельгияның Ватерлоо ҡалаһы паркында Натаванға һәйкәл асыла (скульптор Имран Мехдиев, етәксеһе Таир Салахов)[22].

Генеалогия

үҙгәртергә
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ибраһим Хәлил-аға
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Панах Әли-хан
(?—1763)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ибраһим Хәлил-хан
(1732—1806)
Мехрали-бек
(1735—1785)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Мамедгасан-аға
(1755—1806)
Джавад-аға
(1757—1779)
Мехтикули-ханАбульфат-хан Тути
(1766—1839)
Агабейим-аға Агабаджи
(1782—1831)
Ханлар-аға
(ок. 1785—1832)
Мамед Касим-аға
(?—до 1843)
Гевхар-аға
(ок. 1796—до 1844)
Мөхаммәд-бек
(1762—1797)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Джафаркули-хан Нава
(1785—1867)
Ханджан-аға
(ок.1793—до 1844)
Хуршидбану Натаван
(1832—1897)
Паша-ағаДжафар Кули-бек
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ата-ханМахмуд-ағаМехтикули-хан Вафа
(1855—1900)
ХанбикәАзад-ханАхмед-бек
(1823—1903)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Гамэр-бейим Шейда
(1881—1933)
АсланБахрам-хан НахичеванлыАкбар-хан Нахичеванлы
(1873—1961)
Бехбуд-хан
(1877—1921)
Гамида
(1873—1955)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Хан Шушинский
(1901—1979)



  1. Natəvan, Xurşidbanu // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Натәван / Под ред. Дж. Кулиева. — Әзербайжан совет энциклопедияһы: Әзербайжан совет энциклопедияһы баш редакцияһы, 1983. — Т. 7. — С. 163—164.
  3. Центральный государственный исторический архив Азербайджанской ССР. Путеводитель. — Баку, 1958, с. 179—180
  4. Исмаилов Э. Э. Хөршидбаныу-беим Натавандың шәжәрәһе (биш быуын) // Известия Азербайджанского историко-родословного общества. — Баҡы, 2000. — № 1. — С. 38—39.
  5. Джафарзаде, 1961, с. 43
  6. 6,0 6,1 6,2 Джафарзаде, 1961, с. 44
  7. Путешествие на Кавказ
  8. 8,0 8,1 Взаимоотношения полов в культуре Нового времени.(недоступная ссылка)
  9. 9,0 9,1 Натаван Хуршудбану Мехтикулихан кызы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  10. www.womenmusic.aznet.org
  11. В Доме культуры имени М.Азизбекова прошло мероприятие, посвященное Хуршидбану Натаван — Trend Life
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Исмаилов Э. Э. Ханы Карабахские: поколенное описание старшей линии рода // Журнал «Кавказ & Глобализация». — CA&CC Pres, 2014. — Т. 4, Выпуск 3-4. — С. 160—162.
  13. Muriel Atkin. The Strange Death of Ibrahim Khalil Khan of Qarabagh // Iranian Studies, Journal of The Society for Iranian Studies. — Vol. XII (1979). — С. 81.
  14. Джафарзаде, 1961, с. 45
  15. 15,0 15,1 Джафарзаде, 1961, с. 51
  16. Джафарзаде, 1961, с. 50
  17. Джафарзаде, 1961, с. 54
  18. Редкий «женский почерк» Хуршудбану Натаван | Центр Льва Гумилева в Азербайджане (рус.). www.gumilev-center.az. Дата обращения: 23 май 2017.(недоступная ссылка)
  19. АЗЕРБАЙДЖАНСКАЯ ЛИТЕРАТУРА, ФЭБ "Русская литература и фольклор".
  20. Творческие династии Азербайджана в XX веке 2012 йыл 16 февраль архивланған.
  21. Том де Ваал. «Черный сад». Глава 12. Шуша. Последняя цитадель

    Захватив город, армяне в отместку демонтировали и продали бронзовые бюсты трех азербайджанских музыкантов и поэтов, уроженцев Шуши, причем и эти реликвии были чудом спасены, на сей раз благодаря скупщику металлолома в Тбилиси. Я видел эти три бронзовых бюста — в плачевном состоянии, со следами от пуль, они валялись во дворе штаб-квартиры Красного Креста в Баку: поэтесса Натеван с покрытой платком головой, держащая книгу в руке с отбитым большим пальцем; композитор Гаджибеков, испещренный пулями, в двубортном пиджаке и сломанных очках, и знаменитый певец Бюль-Бюль, похожий на мыслителя..с выпуклым бронзовым лбом.

  22. Агавердиев Т. В Бельгии открыт памятник Хуршидбану Натаван // trend.az. — 2016.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Джафарзаде А. Хуршид Бану Натаван — поэтесса и художница Азербайджана XIX века // Труды республиканского рукописного фонда. — Баку, 1961. — Т. I.