Хүнәйнә һуғышы
Хүнәйнә һуғышы (ғәр. غزوة حُنين; рус. Битва при Хунейне) — 630 йылда Хүнәйнә үҙәнендә мосолмандар менән мәжүсиҙәр араһындағы һуғыш. Ул Мәккәнән әт-Таифҡа берған юлдарҙың береһендә була һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең еңеүе менән тамамлана. Хүнәйнә алышы Ҡөрьәндә телгә алынған ике йыһаттың береһе[1]..
Мосолмандарҙың мөшриктәргә ғазауаты | |||
Төп конфликт: Хүнәйнә һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Хүнәйнә үҙәне, Сәғүд Ғәрәбстаны | ||
Нәтижә |
Мосолмандарҙың еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
Дөйөм юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Хүнәйнә һуғышы Викимилектә | |||
Тарихы
үҙгәртергәМәккәнең яуланыуы Ғәрәп ярымутрауындағы мөшриктәр өсөн ауыр ҡайғы булған һәм улар мосолмандарға һөжүм итергә булған. Үҫеп килгән мосолман дәүләтенә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡарар иткән төрлө ҡәбиләләр араһында бала сағында Мөхәммәт тәрбиәләнгән Бәнү Сәғд ҡәбиләһе лә була. Дошмандың ниәттәре тураһында белеп ҡалған Мөхәммәт Пәйғәмбәр 12 000 кешенән торған ғәскәр тупларға һәм әт-Таиф йүнәлешендә сығыш яһарға бойора. Был хәл Мәккәне яулап алғандан һуң ике аҙна үткәс була.
Мәлик ибн Ауф барыһына ла ғаиләһен, мал-тыуарын алып килергә ҡушты. Уның фекеренсә, ғәскәре былай ҡасып китмәҫкә тейеш булған. Ҡәбиләһенең ҡарт юлбашсыһы Дурайд Мәлик ибн Ауфҡа ҡаршы сыға, әммә уны тыңламайҙар. Һәүәзиндәр тар тарлауыҡта боҫоп, мосолмандарҙы көтә башлаған.
Шаршамбы кис унынсы шәүүәлдә мосолман ғәскәре үҙәнгә килеп етә. Һәүәзиндәр көтмәгәндә мосолмандарға һөжүм итә һәм, урындың рельефын файҙаланып, таштар артына йәшенеп, уларға һөжүм яһай, һәм өҫтәренә таш ташлай. Мосолмандар араһында кәүгә башлана һәм улар ҡасып китә.
Алышҡа ҡалыусылар араһында байраҡсы Али ибн Әбү Талиб , Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Фазал ибн Ғәббәс, Ғүсәмә һәм Әбү Суфыян ибн Харис була[2][3]. Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип сәхәбәләрҙе саҡырып оран һалғас, 140-лап кеше йыйыла.
Алыш ваҡытында Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡулына бер ус тупраҡ алып, дошмандар яғына һибә. Тупраҡ бөтә хауазиндарҙың күҙҙәренә тула һәм буталыш, ҡурҡыу тыуҙыра[4][5]. Бының менән файҙаланып, мосолмандар уларҙы ҡыҫырыҡлай башлай һәм хауазиндарҙы, ғаиләләрен һәм малын ташлап, һуғыш яланын ташлап китергә мәжбүр итә.
Һуғыштан һуң
үҙгәртергәЯу яланынан ҡасып, хауазиндар мосолмандарға яҡынса 24 мең дөйә, 40 мең һарыҡ, 4 мең унций көмөш һәм 6 мең әсир, шулай уҡ күп һанлы эре мөгөҙлө мал ҡалдыра.
Һәүәзиндәр ике төркөмгә бүленә, береһе әт-Таиф ҡәлғәһенә, ә икенсеһе Әүтәс үҙәненә ҡаса. Әүтәс үҙәненә Әбү Әмир отряды сыға, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәр әт-Таифҡа юллана һәм уны ҡамай. Әүтәс үҙәнендә хауазиндарҙы ҡыуып етеп, мосолмандар һәм хауазиндар алыш алдынан йола буйынса көслө яугирҙар алышын ойоштора. Мосолмандар яғында Әбү Әмир үҙе сыға, ул сиратлап ҡаһарманлығы менән билдәле 9 бер туғанды үлтерә. Һуңғы дошманды үлтергәндән һуң уға ике хауазин ташлана һәм уны үлтерә. Ғәскәрҙе Әбү Әмирҙең туғаны — Әбү Муса етәкләй һәм дошманды ҡыйрата.
Әсирҙәр араһында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һөттәш һеңлеһе лә була, уны шунда уҡ азат итәләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Lammens, H. and Abd al-Hafez Kamal., "Hunayn", in P.J. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs, Encyclopaedia of Islam Online Edition, Brill Academic Publishers, ISSN 1573-3912
- ↑ Battle of Hunayn, Ezsoftech.com . Дата обращения: 29 ғинуар 2013. Архивировано 21 июнь 2013 года.
- ↑ ln Mughazi, vol. III, page 602
- ↑ Battle of Hunayn, Witness-Pioneer.com . Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 17 август 2011 года.
- ↑ The sealed nectar, By S.R. Al-Mubarakpuri, Pg259 . Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 26 декабрь 2018 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәТышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Битва при Хунейне: | |
Набиль аль-Авда Битва при Хунейне // Вместе с любимым Пророком. |
- Ḥunayn / Lammens, H.; Kamal, ʿAbd al-Hafez // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |