Хоружая Вера Захаровна

Советтар Союзы Геройы, партизан активисы

Ве́ра Заха́ровна Хору́жая (бел. Вера Харужая, полякса ; 1903 йылдың 27 сентябре, Бобруйск — 1942 йыл, Витебск) — Советтар Союзы Геройы (17.05.1960 бүләкләнде, үлгәндән һуң), партизан активисы, Белоруссия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты һәм фронт командованиеһы араһында элемтәсе, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, Көнбайыш Белоруссия Коммунистик йәштәр союзының Үҙәк Комитеты секретары. Хәрби разведка һәм шпион эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Псевдонимдары «Вероника Карчевская», «Алеся Шипшина», «Анатолька», «Подпольник», «А. С. Корнилова». Идиш, белорус, урыҫ, немец һәм поляк телендә һөйләшкән. Тыуғанда фамилияһы «Хорунжая», артабан документта хата китеү сәбәпле, фамилия үҙгәрә. Үҙе йәшәгән заманда уҡ совет йәштәренең кумиры була.

Хоружая Вера Захаровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 (27) сентябрь 1903
Тыуған урыны Бобруйск, Минск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны Витебск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Хәләл ефете Stanisław Mertens[d]
Балалары Хоружий Сергей Сергеевич[d]
Место содержания под стражей Шталаг 313[d]
Һөнәр төрө публицист, подпольщик
Эш урыны Malady araty[d]
Полымя[d]
Чырвоная змена[d]
Małady kamunist[d]
Уҡыу йорто Высшая коммунистическая сельскохозяйственная школа Белоруссии имени В.И. Ленина[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Коммунистическая партия Западной Белоруссии[d] һәм Коммунистическая партия Белоруссии[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Комсомол[d], Коммунистический союз молодёжи Западной Белоруссии[d] һәм Young Communist League of Poland[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Писал для Małady kamunist[d]
 Хоружая Вера Захаровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1903 йылдың 27 сентябрендә Бобруйск ҡалаһында (Минск губернаһы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Белорус ҡыҙы. 1908 йылға тиклем атаһы полицияла хеҙмәт итә, һуңынан эштән сығарылған һәм, бер нисә йыл эшһеҙ йөрөгәндән һуң, һаҙлыҡтарҙы киптереү буйынса десятник булып эшләгән. Гимназияла, һуңынан Мозырҙа икенсе баҫҡыс мәктәбендә уҡыған. йылда, Уны тамамлағандан һуң, 1919 йылда, 16 йәшендә кулактарҙа батрак, унан һуң ауылда уҡытыусы булып эшләгән, артабан — үҙ ирке менән Граждандар һуғышына китә, Ҡыҙыл Армия сафында һуғыша.

Граждандар һуғышы йылдарында үҙ теләге менән Булак-Балахович отрядтарына ҡаршы һуғыша. 17 йәшендә комсомол ағзаһы (1920 йылдан), 1921 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Башта Мозырь башта, аҙаҡ Бобруйск өйәҙ комсомол комитеттарында укома политпросвет бүлеге мөдире булып эшләй.

Һуғыш тамамланғандан һуң, Белоруссия комсомолында эшләй. 1922—1923 йылдарҙа Минск ҡалаһында үҙәк совет-партия мәктәбендә уҡый. Бандитизм менән көрәшеү буйынса махсус отряд ағзаһы була. «Малада арат» («Йәш пахарь») комсомол гәзите мөхәррире булып эшләй. 1923 йылда Станислав Скульскийға кейәүгә сыға.

Польшала

үҙгәртергә

1925 йылдан — комсомолдың йәшерен Үҙәк Комитеты секретары һәм Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы, Польша комсомолы Үҙәк Комитеты ағзаһы. Польша охранкаһы күҙәтеүе аҫтында булған. 1925 йылдың 15 сентябрендә Белостокта ҡулға алынған һәм алты, һуңғараҡ - һигеҙ йылға иркенән мәхрүм ителгән. Һуңғы һүҙендә былай ти:

Беҙҙең партия ауыр шарттарҙа йәшәп килә. Беҙҙе йәшерен эш итергә буржуази һәм помещиктар хөкүмәте мәжбүр итә. Беҙ Көнбайыш Белоруссияла йәшәгән эшсе-крәҫтиәндәргә, Совет Рәсәйендә беҙҙең туғандарыбыҙ йәшәгәнлеген һәм социализм төҙөгәнлеген, беҙгә капитализм менән көрәштә уңыш теләгәндәрен аңлатабыҙ. Һеҙ беҙҙе көнсығыш «кресы всходне» польша ерҙәрен тартып алырға һәм Совет Рәсәйенә ҡушырға теләүҙә ғәйепләйһегеҙ. Шуны әйткем килә: беҙҙең партия программаһында әлегә бындай талап юҡ. Ләкин коммунистар һәр ваҡыт халыҡтарҙың бойондороҡһоҙлоҡҡа, хатта айырылып сығырға, хоҡуғын яҡлай.

Беренсе тапҡыр ул, Р. Вольф , З. Поплавский һ. б. менән бергә, Бреста «31-се» процесы буйынса 6 йылға ҡаты шарттарға хөкөм ителә. Процесс 1927 йылдың 10 ғинуарынан 17 ғинуарға тиклем дауам иткән. Ҡарарҙы уҡып ишеттергәндә, хөкөм ителеүселәр, Веры Хоружая башланғысы менән сәйәси демонстрация ойоштора, "Интернационал"ды йырлай, һәм быны суд стеналары аръяғындағы Брест эшселәре лә хуплай. Төрмәлә Вера төрмә партия комитеты ағзаһы була. Икенсе тапҡыр — «133-сөләр» процессы буйынса Белостокта 1928 йылдың апрель — майында була.

«133-сөләр» процесында Вера Хоружая менән бергә төп ғәйепләнеүселәр Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһының етәкселәре Я. Черняк (Аронштам), С. Скульский,Р.. Вольф, Ф. Карловский, Л. Ковенская, В. Свежбинский, К. Басинский, З. Пилипенко, А. Захарьяш һ. б. була. Вера Хоружая һигеҙ йыл каторгаға хөкөм ителә. 1931 йылда уның төрмәнән килгән яҙмалары СССР-ҙа айырым китап булып баҫыла - «Письма на волю».

…Мин ҡыйынлыҡ менән күҙ йәштәремде тыям, ә алыҫтағы онотолмаҫ образдар бер-бер артлы күҙ алдымдан үтә: комсомол ячейкаһы, «Азбука коммунизма», тәүге түңәрәктәр, уҡыу, көслө үҫеш. Комсомол, комсомол! Биш, ун биш, илле йыл да минең хәтеремдән был хәтирәләрҙе оноттора алмай, комсомол мине большевикка әйләндереүен, тәрбиәләүен, сыныҡтырыуын, көрәшергә өйрәткәнен генә түгел, ә революцияны барыһынан да күберәк, хатта ғүмерҙән дә нығыраҡ яратырға өйрәтеүен оноттора алмай, көсөө етмәй…

1932 йылда, СССР һәм Польшаның сәйәси тотҡондарҙы алмашыу тураһында дәүләт-ара килешеүенә ярашлы, Хоружаяны поляк ксёндзына алмашалар, һәм ул Советтар Союзына ҡайта. Һоҡланыулы йәштәр был уңайҙан ҙур демонстрация ойоштора, Вера Хоружаяны вагондан ҡулдарына күтәреп алып сыға улар. Улар Стихиялы митингыла тотҡан телмәре ҡыуаныс дапръяһы тыуҙыра. Республика шағиры Михась Чарот уға шиғыр арнай. БССР-ҙа Вера Хоружая Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһы өсөн мәҡәләләр, өндәмәләр һәм брошюралар яҙған. 1932 йылдың 9 авгусында «Правда» гәзитендә Надежда Крупская Вераны ысын революционер өлгөһө тип атай.

29 йәшендә подпольщицаға: артабан уҡыумы йәки коминтерн башҡарма комитетында хеҙмәтме тип һайларға тәҡдим итәләр. Ул поляк секцияһында эшләүҙе һайлай. 1933 йылдың сентябрендә Мәскәүгә Вераның Минск буйынса танышы Антось Спис уны Белоруссия баш ҡалаһына публицист сифатында эшкә саҡыра. Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһы вәкиллегендә эшләүсе Белоруссия Компартияһы ағзаларын таҙартыу буйынса комиссияның 1933 йылдың 7-9 декабрендә уның фамилияһы ҡаршыһына: «тикшерелгән тип һанала» тип яҙып ҡуя.

1933 йылда Хоружая Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһыҮҙәк Комитеты секретары Корчикка, ордендан баш тартып, ғариза яҙа «был орденға Польшалағы бөтә сәйәси тотҡондар исеменән КПЗБ Үҙәк Комитеты лайыҡ» тип яҙа. Әммә Корчик уға ордендан баш тартмаҫҡа кәңәш итә, шунан һуң Червяков.орденды Хоружаяға тапшыра.

Был мәсьәләне ҡабаттан ҡарауҙы уның элекке ире, Коминтернда Польша КП вәкиле Скульский Станислав талап итә. Вера Хоружаяны составында Альберт, Спис һәм Глебов булған Поляк секцияһының махсус төҙөлгән комиссияһы ултырышына саҡыралар, һәм 1934 йылдың 25 ноябрендә улар шундай ҡарар ҡабул итә: «1925 йылда дефензивта тикшереү ваҡытында юғары дәрәжәлә еңел аҡыл һәм уйланылмаған тәртибе өсөн» иғлан ителә: «ике йыл дауамында яуаплы партия вазифаларына ҡуйылыуын тыйып, ҡәтғи шелтә выговор бирергә. Иптәш Вера Хоунжаяны БССР Үҙәк Башҡарма Комитеты тапшырған Ҡыҙыл Байраҡ орденын кире ҡайтарыуын талап итергә». Бындай ҡараҙың сәбәбе: Вера Хоружая «польша Генштабы Икенсе Бүлеге офицерына ышанып… коспиратив фатирға тапшырыу яҙыу тапшырғаны өсөн» — комиссия аңлатмаһына ярашлы. Шулай уҡ Комиссия Хоружаяның атаһы был ваҡытта польша полицияһында эшләгәнен дә иҫәпкә ала. 19 декабря 1934 йылдың 19 декабрендә Вера Хоружая БССР Президиумына орденды кире алыуҙарын аңлатып хат яҙа:

1935 йылдың 22 февралендә Белоруссия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Бюроһының ултырышында «Вера Хоружаяның БССР Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тураһында» резолюция ҡабул ителә: «Хоружаяға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын етерлек нигеҙгә таянып тапшырылмағанлығы асыҡланғанлыҡтан, ЦВК Президиумына үҙенең бүләкләү ҡарарын юҡҡа сығарыуҙы тәҡдим итергә».

Беларусь Республикаһының Милли архивында һаҡланған БССР буйынса 1935 йылдың 11 ғинуар партколлегияһы ҡарарына ярашлы, Хоружаяның «партия алдында гонаһы» уның элекке ире Мертенс-Скульский тарафынан былай һүрәтләнә: «СССР-ҙан килгәнлеген һәм СССР гражданкаһы булыуын, партияла эшен башҡарыуын таныуы, партияның әүҙем ағзаһы „Кароль“ иптәштең ҡушаматының асылыуы, охранканан партия фатирына жандарм офицеры аша хат ебәреүе һәм шул сәбәпле был фатирҙың фашланыуы...».

Беларусь Республикаһының Милли архивында ятҡан 1935 йылдың 8 сентябрендә төҙөлгән 7-се һанлы партдокумент тикшереү акты күсермәһенә ярашлы, партконтроль комитеты «полша төрмәһендә 1925 йылғы допрос ваҡытында партиялыға хас булмаған ҡылығы өсөн ҡәтғи шелтә менән сикләнеп, уға партбилетын — Хоружая («н» хәрефе ҡуйылмаған) фамилияһы менән кире ҡайтара.

1935 йылда Ҡаҙағстанға «Балхашстрой»ға китә, унда партпросвещение Йорто мөдире булып эшләй. Корнилов Сергей Гавриловичҡа икенсе тапҡыр кейәүгә сыға. 1936 йылда уның Аня исемле ҡыҙы тыуа. Шунда уҡ 1937 йылдың 10 авгусында Мәҙәниәт Йортонда Польша файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына, Минскиға НКВД төрмәһенә килтерелә (ҡара: БССР-ҙа репрессиялар).

Уның эше буйынса сиратлап дүрт тәфтишсе шөғөлләнә. Уны 66, 68 п. «а» һәм БССР Енәйәт кодексының 76-сы статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр. Процесс ваҡытында уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылған Лазарь Аронштам, Иосиф Логинович, элекке ире Станислав Скульский һәм Любовь Янковская менән очный ставка талап итә. Аронштам, Скульский һәм Янковская был мәлгә үлеү сәбәпле, суд уларҙы саҡырта алмай. Судта шулай ти:

… Мин күптәнән Полшала йәшерен эшмәкәлеккә йәлеп итеүҙәрен һораным. Корчик, бер аҙ ял ит тә, ебәрербеҙ, тине, ләкин был һүҙҙә генә ине. Улар Скульский менән бөтөнләй башҡа ҡарар ҡабул иткән: уларҙың Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһында контрреволюцион эштәрен фашлауымды теләмәйҙәр һәм юлдарынан алырға тырышалар.

… Польшала партия эшендә мин ярһыу дәрт, большевик сифаты менән эшләнем … мин Польшаға килгәндә, унда комсомол юҡ ине, ләкин мин уны үҙ ҡулдарым менән булдырҙым һәм мине төрмәгә япҡан саҡта Польшала 1500-ға яҡын комсомолец ине.

…Миңә ни бысағыма кәрәк польша шпионы булыу.

Польшала төрмәлә ултырғанда, дефензива хеҙмәткәрҙәре мине үҙҙәренә эшләргә димләп ҡаранылар, әммә мин быны мыҫҡыл итеү пощёчина кеүек ҡабул иттем һәм ҡырҡа кире ҡаҡтым.

…Мине бер кем дә Совет дәүләтенә ҡаршы ҡуя алманы, шуның өсөн мин бер кемгә лә дәүләт серен һатмайым. Людовик XIV әйтмешләй: «дәүләт — ул мин!», һәм мин Совет дәүләте - был мин, тип әйтергә теләйем!

…Трибунал ҡарарында мин шпион йә хыянатсымы тигән булыр микән, һәм әгәр ҙә мине лагерға ебәреү хөкөмө сығарһалар, мин лагерь етәкселегенең беренсе ярҙамсыһы, стаханов хәрәкәтенең бригадиры булырмын һәм шулай уҡ үҙенең эшмәкәрлеген тормошҡа ашырырға маташыусы теләһә ниндәй дошманды өҙгөсләп ташларға әҙермен перегрызать горло.

…Әгәр мине лагерға ебәрһәләр, мин ебеп төшмәм, теткеләнмәм не размочалюсь. Бер кем дә мине һындыра алмаҫ һәм беҙҙең партияға һәм Совет дәүләтенә булған һөйөүҙе юҡҡа сығармаҫ. Мин бөгөн дә элеккесә, минең тормошомда иң ҡәҙерле булған партиябыҙға тоғро булып, ҡалырмын.Суд ултырышының стенограммаһынан

1939 йылдың 15 авгусында үткән ике көнлөк ултырыштан һуң, суд ҡарары менән һаҡ аҫтынан азат ителә. 1939 йылдың октябрендә партияла тергеҙелә. Көнбайыш Белоруссия Захаровна ҡушылғандан һуң, Вера Хоружая партияның Пинск өлкә комитетында эшләй. 1940 йылдың ноябрь айында ВКП(б) Үҙәк Комитеты эргәһендәге партия контроль комиссияһы партколлегияһы ҡарары менән ҡәтғи шелтә юҡҡа сығарыла.

Немец оккупацияһы осоронда икенсе ире Сергей Корнилов менән[1], йөклө көйө, Испаниялағы граждандар һуғышы геройы Василий Захарович Корж командалығындағы партизан отрядына инә, элемтәсе була. Веры Хоружаяның ире Сергей Гаврилович Корниловтың Пинск ҡалаһынан йыраҡ булмаған Заполье имениеһы янындағы яуҙа ҡулбашы, аяғы һәм күкрәге яралана һәм сигенгән саҡта аңына килмәй һәләк була. Был турала ул ошондай һүҙҙәр яҙа:

Мин Долорес Ибарруриҙың көслө һәм ҡаты һүҙҙәрен хәтерләнем: ҡурҡаҡтың ҡатыны булғансы, геройҙың тол ҡатыны булыу яҡшыраҡ, — һәм был һүҙҙәрҙең яңыса аңланым.

1941 йылдың аҙағында, Беларусь КП(б) Үҙәк Комитеты менән бәйләнеш урынлаштырыу өсөн, йөклө көйө, фронт һыҙығын аша сыға. Тәғәйенләнгән пунктҡа барып еткәс, командование уны Пенза ҡалаһында эвакуацияла йәшәүсе туғандарына ебәрә, бында уның улы тыуа һәм уға һәләк булған ире хөрмәтенә Сергей тип исем ҡуша. 1941 йылдың декабрендә Вера Хоружая Белоруссия Коммунистар партияһы (б) Үҙәк комитеты секретары Пантелеймон Пономаренкоға шундай дәһшәтле көндәрҙә, фашист вәхшиҙәре тыуған Белоруссияһын тапаған саҡта, резервта ултырып ҡалырға теләмәүе тураһында хат яҙа.

Вафат булыуы

үҙгәртергә

1942 йылдың башында Вера Хоружая Мәскәүгә оккупацияланған территорияларҙа йәшерен эш ойоштороу буйынса әҙерлек уҡыуҙарына килә. 1942 йылдың авгусында махсус төркөм башында фронт һыҙығын үтә һәм Витебск ҡалаһына килә. Үҙәк әҙерләгән документтар буйынса, ул Анна Сергеевна Корнилова булған: псевдоним сифатында балаларының исемен һәм һәләк булған иренең фамилияһын ала.

Корнилова-Хоружая төркөмө Витебск янындағы партизан отрядында урынлаша. Подпольщиктарҙың бурысы ҡалаға үтеп инеү һәм ҡала халҡы араһында дошман тураһында оператив мәғлүмәт еткереүсе информаторҙар селтәрен яйға һалыу. Ҡалаға тәүге инеү ынтылыштары уҡ Мәскәүҙә эшләнгән документтарҙың ышаныслы булмауын, ә йәшерен эште немец контрразведка органдарының әүҙем эшмәкәрлеге ҡатмарлаштырыуын күрһәтә. Шуға ҡарамаҫтан, төркөм заданиелар башҡарыуын дауам итә. Подпольщиктар мәғлүмәте буйынса, совет авиацияһы һуғыш ҡоралдары һәм яғыулыҡ келәттәренә бер нисә тапҡыр һөжүм итә.

1942 йылдың 13 ноябрендә уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар. 1942 йылдың ноябрендә явка фатирында (Трактор урамы, 4) Вера Хоружаяны, уның менән бергә, партизан отрядынан ебәрелгән, шулай уҡ Көнбайыш Белоруссия Коммунистар партияһында эшмәкәрлеге өсөн төрмәләрҙә ултырған Софья Панкова һәм Клавдия Бордачева, 1907 йылғы Суранова, 1909 йылғы Василий Воробьев (һуғышҡа тиклем Витебск икмәк заводы директоры, явка фатиры хужаһы), уның ҡатыны Агафия һәм 1858 й. Мария Воробьеваны фашистар ҡулға ала. Нацистар әсирлеккә алған подпольщиктарҙың нисек һәләк булғаны ла, ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ ҡала.

Төркөмдөң уңышһыҙлыҡҡа осрауы тураһында отрядҡа 26 ноябрҙә генә билдәле була. Төркөмдән бер ҡатындың уның ысын исемен — «Вера» — атауы, шулай уҡ немецтар төркөмдөң донесениеһын сисә алғаны ғына билдәле. Анна Киташева — армия разведка төркөмөнән СД-ның махсус төрмәһенән тере сыҡҡандарҙан берҙән-бер була. 1942 йылдың 3 декабрендә ул егерменән ашыу әсир, шул иҫәптән Вера Хоружая, бергә урынлашҡан камераға эләгә. Киташева әйтеүе буйынса, Хоружая, йыртҡыстарса туҡмалғанлыҡтан, йөрөй ҙә алмаҫлыҡ хәлдә була. Өс аҙнаға һуҙылған ҡанһыҙ язалау һәм мәсхәрәләүҙәрҙән һуң, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ала алмайынса, Вера Хоружаяны, моғайын, элекке 5-се тимер юл полкы территорияһында, үлтерәләр.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән (үлгәндән һуң) бүләкләнә. Подпольщицаның һәләк булыуы хәлдәре билдәһеҙ булыуы сәбәпле, 1960 йылда ғына СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 17 май указы менән Вера Захаровна Хоружая, Ленин ордены менән бүләкләнә һәм уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).

Вера Захаровнаның ҡыҙы — Анна Сергеевна Шляпникова (1936 йылда тыуған) — Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай, агрохимик һәм почвовед, шулай уҡ улы — Сергей Сергеевич Хоружий — хәҙер рәсәй физигы, философы, дин белгесе, тәржемәсе.

  • Вера Хоружаяның И. Кравченко һаҡлаған «Светазарная мая Беларусь!» тип аталған очергы,, шул иҫәптән уның шиғырҙары ла ингән, дәфтәре беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.
  • Вера Хоружая тормошона һәм батырлығына фильм «Тереләргә хаттар» (1964)[2] фильмы, композитор Ким Тесаковтың 2-се симфонияһы арналған, Минск ҡалаһының 73-сө мәктәбенең музей экспонаттары ла герой хаҡында һөйләй.
  • Беларустың бер нисә ҡалаһындағы урам һәм майҙандар уны исеме менән аталған, һәйкәлдәр, мемориаль таҡталар ҡуйылған.
  • 1964 йылда Вера Хоружаяға бағышланған почта маркаһы сығарылған. Шул уҡ йылда Белорус ССР-ы Пружаны ҡалаһында урынлашҡан В. Хоружая һәйкәле һүрәте төшөрөлгән почта конверты (№ 3490/64-557, Лапкин каталогы) баҫтырып сығарылған.
  • 1978 йылда героиняға арналған художестволы марка ҡуйылған конверт нәшер ителгән.
  • Мәскәү ҡалаһының 192-се урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар дауамында Вера Хоружая исемендәге пионер дружина булды, 1965 йылдан башлап «Бөйөк Ватан һуғышы герой ҡатын-ҡыҙҙары» музейы эшләй, уның экспозицияһының төп өлөшө В. З. Хоружая батырлығына арналған .
  • Бобруйск ҡалаһының 27-се урта мәктәбе Вера Хоружая исемен йөрөтә.
  • Алматының үҙәк райондарында В. Хоружая урамы бар.

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1960 йылдың 17 майында Хоружая Вера Захаровнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
  • Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Панков, Софья Сергеевна

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А. Звонак, Р. Нехай. «Пламенное сердце 2016 йыл 13 октябрь архивланған.».
  2. Письма к живым.
  • Хоружая Вера Захаровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 692. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Звонак А., Нехай Р. Пламенное сердце // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә