Белорус ССР-ында золом
Белорус ССР-ында золом — Белорус Совет Социалистик Республикаһында сәйәси һылтау менән эҙәрлекләү. Золом кешеләрҙе контрреволюцион эшмәкәрлек алып барыуҙа шикләнеп эҙәрлекләүҙе, милекте национализациялауға ҡамасаулаған кулактарҙы эҙәрлекләүҙе, халыҡты СССР-ҙың икенсе региондарына депортациялауҙы үҙ эсенә ала.
Тарих
үҙгәртергәРепрессия, СССР-ҙың башҡа республикаларындағы кеүек, БССР территорияһында ла ХХ быуаттың 20-се йылдарында башлана һәм 40-сы йылдарға тиклем дауам итә. CCCР-ҙа 1920—1930-сы йылдар араһында репрессив системаның барлыҡҡа килеүе законға ярашлы күренеш булды. Илдә 20-се йылдар аҙағында—30-сы йылдар башында илде тиҙләтелгән индустриялаштырыу һәм ауыл хужалығын коллективлаштырыуҙы тормошҡа ашырыу өсөн кеше ресурстары кәрәк ине. Үҫешкән репрессив аппарат — СССР НКВД ГУЛАГ-ының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары — индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу ҡоралы булып торҙо. Ошо ваҡыттан алып бөтә 3 йылға һәм унан күберәккә хөкөм ителгәндәр төрмәләрҙән төҙөлөштәргә, заводтарға, ауылдарға ебәреләләр, суд тарафынан төрлө срокка хөкөм ителгәндәр ҙә шунда йүнәлтеләләр.
Белорус эшмәкәрҙәренең бер өлөшөн 1937 йылдың 29-30 октябрь араһында 1930 йылда ялған уйлап сығарылған «Белоруссияны азат итеү Союзы» уйҙырма эше буйынса репрессиялайҙар. Күп этник поляктар НКВД-ның поляк операцияһы барышында (1937—1938) репрессияға дусар ителәләр, уларҙың ғаиләләре йыш ҡына Казахстан Совет Социалистик Республикаһына һәм илдең башҡа урындарына депортациялана.
30-сы йылдар башынан алып 800—900 мең махсус күсереп ултыртылған халыҡтың хеҙмәте Урал райондарының ауыл хужалығын һәм сәнәғәтен үҙләштереүҙә ҡулланыла. Көнбайыш Беларуста репрессиялар тулҡыны 1939—1941 йылдарҙа, ул СССР-ға ҡушылғас үтә. Ул кулактарҙы, священниктарҙы, элекке польша чиновниктарын солғап алды. Уларҙы юҡ итәләр йәки Казахстанға, Себергә, СССР-ҙың башҡа региондарына күсереләләр. Репрессиялар Иосиф Сталин үлгәндән һуң 1953 йылда туҡтатыла. Белоруссияла совет репрессиялары ҡорбаны булған кешеләрҙең теүәл һанын билдәләүе ҡыйын, сөнки күп күсерелгән кешеләр депортация территорияһында, унда ғаилә ҡороп, йәшәргә тороп ҡалалар, Республика архивтарының бер өлөшө, автор хоҡуғы тураһындағы Закон буйынса, ҡулланыу өсөн ябыҡ һәм тик 2020 йылдан ғына асыласаҡ (әгәр автор һуғыш йылдарында эшләһә,75 йыл).[1] Бынан тыш, статистика билдәләүенсә: «әгәр һуғышҡа тиклем Беларуста уның хәҙерге сиктәрендә 9,2 млн кеше йәшәһә, 1944 йылдар аҙағында яҡынса 6,3 млн кеше йәшәй. Немец фашист илбаҫарҙарының яуызлыҡтарын тикшереү буйынса Ғәҙәттән тыш Дәүләт Комиссияһы мәғлүмәте буйынса, БССР территорияһында урындағы халыҡ һәм хәрби әсирҙәр бөтәһе 2 219 316 кеше үлтерелгән», китапханалар һәм архивтар юҡ ителгән. Әммә һуңғараҡ асыҡланыуынса, күп райондар буйынса юҡҡа сыҡҡан кешеләр тураһындағы мәғлүмәт байтаҡ кәметеп күрһәтелгән[2].
Ҡорбандар һаны
үҙгәртергәЯҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Белорус ССР-ында ХХ быуаттың 20 — 50-се йылдарында 600 000 тирәһе кеше репрессияланған.[3][4] Шуларҙың 250 000 артығын суд йәки судтан тыш органдар (СССР НКВД -һының республика, край һәм өлкә «тройкаһы»), махсус комиссиялар (СССР Халыҡ комиссарҙары Советы янындағы ОГПУ (Берләштерелгән дәүләт сәйәси идаралыҡ), НКВД (СССР эске эштәр халыҡ комиссариаты), МГБ (СССР дәүләт хәүефһеҙлеге Министерствоһы)) хөкөм иткән. 1920-се-1930-сы йылдарҙа хөкөм ителгәндәрҙән башҡа, 250 000 артыҡ БССР халҡы кулактар йәки кулак ғаиләһе ағзалары булараҡ Белорус Совет Республикаһынан ситкә ҡыуыла. Икенсе ергә күсереү республиканың күп кешеләрен немец оккупанттары тарафынан ҡырылыуҙан ҡотҡарҙы. Шулай итеп, ни тиклем парадокс булмаһын, депортация кешеләргә тере ҡалырға ярҙам итте, сөнки һуғыш йылдарында улар тәрән тылда булып сыҡтылар, унда фронт өсөн эшләнеләр. 1954—2000 йылдарҙа Белоруссияла яҡынса 200 000 совет сәйәси золом ҡорбаны реабилитацияланды.[3]
Золом эҙемтәләре
үҙгәртергәТарихсы Моряков Леонид Владимирович мәғлүмәттәре буйынса, БССР-ҙа репрессия яҡынса 560 әҙәбиәтсегә ҡағыла. Уларға Кляшторный Тодор Тодорович, Андрей Мрый һәм башҡа бик күптәр инә.[5] 500 врач, 200-ҙән артыҡ медсестраны индереп, яҡынса 1520 белорус медиктары репрессия ҡорбаны булдылар.[6] Репрессияға дусар булған Республиканың билдәле кешеләренә инәләр:
- Жилунович Дмитрий Фёдорович — шағир, яҙыусы һәм журналист, Белоруссия Совет социалистик республикаһының беренсе етәксеһе, ҡулға алына һәм 1937 йылда төрмәлә үҙ-үҙенә ҡул һала.
- Тарашкевич Бронислав Адамович — тел белгесе, тәржемәсе һәм сәйәсмән, 1938 йылда үлтерелә.
- Ластовский Вацлав Устинович — әҙәбиәт тарихсыһы, Беларусь Милли фән академияһы ағзаһы, Белорус Халыҡ республикаһы министрҙар Советының элекке рәйесе, 1938 йылда атып үлтерелә.
- Станкевич Адам — Рим-католик священнигы, сәйәсмән. 1949 йылда концентрацион лагерҙа һәләк була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «Белоруссияны азат итеү Союзы» эше
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Как в БССР уничтожали врачей и избавлялись от больных 2011 йыл 18 июль архивланған.
- ↑ Последствия Великой Отечественной войны для Беларуси | Архивы Беларуси
- ↑ 3,0 3,1 В. Ф. Кушнер. Грамадска-палітычнае жыццё ў БССР у 1920—1930-я гг. // Гісторыя Беларусі (у кантэксьце сусьветных цывілізацыяў) С. 370.
- ↑ 600 000 ахвяраў — прыблізная лічба 2012 йыл 11 март архивланған.: з І. Кузьняцовым гутарыць Руслан Равяка // Наша Ніва, 3 кастрычніка 1999.
- ↑ Прадмова 2011 йыл 6 июль архивланған. // Даведнік Маракова
- ↑ …А медсястра ў вар’ятку ператварылася // Наша Ніва, 13 верасьня 2010