Урта Ильяс (рус. Среднеильясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Туҡ (Тоцк) ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Урта Ильяс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°52′ с. ш. 53°28′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 223 843 006

ОКТМО коды

53 623 443 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Урта Ильяс (Рәсәй)
Урта Ильяс
Урта Ильяс
Урта Ильяс (Ырымбур өлкәһе)
Урта Ильяс

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Урта Ильяс (Ильяс) — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[1]. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаевҡа ярашлы, ауылдың атамаһы Ильяс Муллаҡаевтың (Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ҡустыһы) исеменә бәйле[2]. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 35-се йортона керә. XIX быуат аҙағында ауыл кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[3].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

1816 1834 1859 1900 1920[3][1]
234 356 603 604 490
Халыҡ иҫәбе
2010[4]
173

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (91 %) йәшәй[5].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Абдулғәлим Ғәбитов — зауряд-хорунжий, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә Владимир таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
  • Байтүрә Ҡалмантаев — зауряд-хорунжий, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә Владимир таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
  • Муса Ғосманов — хорунжий, Андрей таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
  2. Калмантаев Н. М. Ток-Суранские башкиры // Ватандаш. 2000. № 2. — С. 175.
  3. 3,0 3,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 177-178, 194. — 616 с.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.