Энди Уорхол
Э́нди Уо́рхол (ингл. Andy Warhol; төп исеме — Андрей Варгола, словак. Andrej Varhola, ингл. Andrew Warhola; 6 август 1928 йыл — 22 февраль 1987 йыл) — Америка рәссамы, продюсер, дизайнер, яҙыусы, коллекционер, журналдар нәшер итеүсе һәм кинорежиссёр, тарихта поп-арт хәрәкәтенә һәм хәҙерге сәнғәткә табыныусы шәхес.
Энди Уорхол | |
Andy Warhol | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
22 февраль 1987 (58 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Ил | |
Автограф | |
Энди Уорхол Викимилектә | |
1960 йылдарҙа «Velvet Underground» рок группаһының беренсе альтернатив менеджеры һәм продюсеры. Уның тормошо тураһында бер нисә нәфис һәм документаль фильм төшөрөлгән.
Бала сағы
үҙгәртергәЭнди Уорхол 1928 йылдың 6 авгусында Питтсбургта (штат Пенсильвания, АҠШ) элекке Австро-Венгрия империяһы, Словакияның Миково ауылы русин- эмигранттары ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуа.
Тәүге балаһы, Совакияла тыуған ҡыҙҙары Юстина, АҠШ-ҡа күсеп килерҙән алда вафат була. Уорхолдың атаһы эш эҙләп АҠШ-ҡа 1914 йылда килә, ә әсәһе Юлиә (ҡыҙ фамилияһы Завацкая) уның янына 1921 йылда, Уорхолдың олатаһы менән өләсәһе үлгәс күсеп килә. Дини ғаилә ағзалары Русин грек-католик сиркәүенең мәхәллә кешеләре була[3]. Уорхолдың атаһы күмер шахтаһында эшләй, инглиз телен белмәгән әсәһе тәҙрәләр йыуып, өй йыйыштырып аҡса эшләй һәм шулай уҡ консерва банкаларынан һәм гофрировкалы ҡағыҙҙарҙан сәскә эшләп һата. 1934 йылда Уорхолдар уңайлы районға күсә. Ғаилә Белен урамында 55-се һанлы йортта, ә һуңынан Питтсбург тирә-яғындағы Доусон-Стрит урамында, 3252, Оклендта йәшәй. Эндиның ике оло ағаһы, Павел (Пол, 1923) һәм Джон (1925) була. Павелдың улы балалар өсөн китап иллюстраторы була.
Өсөнсө класта уҡығанда Уорхол, скарлатина эҙемтәһенән ҡалған Сиденгам хореяһы менән ауырый һәм ваҡытының күп өлөшөн түшәктә үткәрә. Уны уҡыған класында ситләткән булалар. Урынһыҙ шикләнеү, һәм вафат булғанынса табиптарҙан һәм дауаханаларҙан ҡурҡыу барлыҡҡа килә. Түшәктә ятҡанында ул рәсем менән шөғөлләнә, кино йондоҙҙарының фотоһүрәттәрен йыя һәм гәзиттән киҫеп алған өҙөктәрҙән коллаждар эшләй башлай. Был осорон Уорхол һуңыраҡ күнекмәләр, нәфис зауыҡ тәрбиәләүҙең шәхесе формалашыуында мөһим осор булды тип телгә ала.
Эндиға 13 йәш булғанда атаһы шахтала ҡазаға тарый һәм һәләк була. 1945 йылда Уорхол Шенли урта мәктәбен тамамлай.
Карьераһының башы
үҙгәртергәРәсемдән уҡытыу өсөн Питтсбург университетында художестволы белем алырға ниәтләй. Әммә һуңынан планы үҙгәрә, һәм ул коммерция иллюстраторы сифатында карьера эшләргә була. Карнеги технологиялар институтына уҡырға инә. 1949 йылда график дизайн өлкәһендә нәфис сәнғәттең бакалавр дәрәжәһен ала. Яҡшы уҡыһа ла күп осраҡта уҡытыусылары һәм курсташтары менән уртаҡ тел тапмай.
1949 йылда уҡыуҙы тамамланғандан һуң Нью-Йоркҡа күсеп килә, унда магазин витринаһында биҙәүсе булып эш башлай, асылмалар һәм реклама плакаттарына һүрәт төшөрә. Һуңыраҡ уны Vogue, Harper’s Bazaar журналдарына һәм тағы бер нисә бик үк популяр булмаған баҫмаларға рәссам-иллюстратор итеп эшкә алалар. Ошо осорҙа ул фамилияһын американлаштыра, һуңғы "а" хәрфен ҡулланмай, «Уорхол» (Warhol) тип яҙа башлай[4].
1950 йылға «И. Миллер» аяҡ кейеме компанияһының рекламаһын биҙәгәндән һуң ҡаҙаныш килә. Реклама плакаттарында эксцентрик манерала махсус эшләнгән таптар менән ҡара яҙыулы аяҡ кейеме һүрәтләнә. 1950 йылдар уртаһында Маргарита Мадригалдың испан телен үҙ аллы өйрәнеү әсбабын иллюстрациялай, был күп тапҡыр ҡабатлап баҫылған бестселлер — үҙ алдыңа өйрәнеү әсбаптары серияһына башланғыс була.
1962 йылда Уорхол үҙенең тәүге ҙур күргәҙмәһен үткәрә, ул уға танылыу килтерә. Был ваҡытҡа Уорхол Манхэттендың 33-сө Көнсығыш урамында үҙенә йорт һатып ала. Йыллыҡ килеме 100 мең долларға тиклем күтәрелә, һәм был уға күберәк яратҡан эше — һүрәт төшөрөү менән мауығыуға һәм «юғары сәнғәт» тураһында хыялланырға мөмкинлек бирә[5].
Уорхол тәүгеләрҙән булып картиналар булдырыу ысулы һымаҡ трафаретлы баҫтырып төшөрөүҙе ҡуллана. Баштағы шелкографияларында ул үҙенең ҡулдан төшөрөлгән һүрәттәрен ҡуллана. Һуңыраҡ проектор ярҙамында киндергә фотоһүрәттәрҙе трансляциялай һәм ҡулдан рәсемдең ситен һыҙып сыға. Техник ижад итеү быуатында әҫәрҙәрҙең ҡиммәте юғалыуы тураһында яҙған Вальтер Беньяминдың тәнҡитенә ҡарамаҫтан, шелкографик ысулды ҡулланыу Уорхолдың күпләп күсермә алыу һәм әҙәби әҫәрҙәрҙе күпләп баҫтырыуҙа ынтылышы этабының береһе була[6].
Уорхол ысулы түбәндәгенән ғибәрәт: ҡыҫанға нейлон селтәр тарттырыла. Рәсем үҙе селтәрҙә контактлы яҡтыртыу ярҙамында барлыҡҡа килә. Фотоэмульсия менән һеңдерелгән селтәргә диапозитив һалына. Фото төшөрөп баҫтырыуҙағы һымаҡ бөтәһе лә яҡтыртыла. Селтәрҙең яҡтыртылған урындарында фотоэмульсия полимерлаша һәм иремәүсән пленкаға әйләнә. Артығы һыу менән йыуып төшөрөлә. Шулай итеп матрица, төшөрөп баҫтырыу формаһы барлыҡҡа килә. Уны ҡағыҙға йәки туҡымаға һалалар һәм буяу һөртәләр. Буяу селтәрҙең үтә күренгән өлөштәренә үтеп инә һәм һүрәт барлыҡҡа килтерә. Шулай итеп, махсус резина валик менән ҡара буяу һөртөп, Уорхол үҙенең иң билдәле әҫәрҙәрен башҡара: күп тапҡыр ҡабатланған Мэрилин Монро, Элизабет Тэйлор һәм башҡаларҙы эшләй. Күп төҫлө баҫтырып сығарыу өсөн, төҫтәр һанына тигеҙ булған матрицалар талап ителә. Бер комплект матрица күп һанлы рәсемдәргә етә. Инновацион технологияларҙы образдар булдырыу процесына индереү сәнғәтте коммерция нигеҙенә ҡуя.
1960 йылда рәссам үҙ ижадында киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан фотоһүрәттәрҙе ҡуллана. 1980 йылдан башлап Полароид фотоаппараты менән ул үҙе фотоһүрәттәр эшләй[7].
Үҫеше, ижади карьераһы
үҙгәртергә1952 йылда уҡ Нью-Йоркта Уорхолдың эштәре күргәҙмәгә сығарыла, 1956 йылда «Һынлы сәнғәт мөхәррирҙәре клубының» почетлы призын ала. Был ваҡытҡа рәссам йылына яҡынса йөҙ мең доллар аҡса эшләй, әммә «юғары сәнғәт» тураһында хыялланыуынан туҡтамай.
1960 йылда Уорхол Кока-кола банкалары өсөн дизайн булдыра, ул уға "сәнғәтте ғәҙәти булмағанса күреү" менән рәссам билдәлелеге алып килә. Алтмышынсы йылдар башында Уорхол күберәк графика менән шөғөлләнә, нигеҙҙә, доллар банкноталары һүрәттәре менән әҫәрҙәр булдыра. 1960—1962 йылдарҙа Кэмпбелл аштары консерва банкалары һүрәттәре менән әҫәрҙәр циклы барлыҡҡа килә. Башта аш банкалары менән плакаттар рәсем сәнғәте техникаһында башҡарыла: «Кэмпбелл ашы менән банка (дөгөлө-томатлы)» (Soup Can ' s Campbell' (Rice Tomato) 1961, ә 1962 йылдан — шелкография техникаһында башҡарыла («Кэмпбелл ашының утыҙ ике банкаһы», «Кэмпбелл ашының йөҙ банкаһы», «Кэмпбелл ашының ике йөҙ банкаһы» — бөтәһе 1962). Шулай уҡ 1962 йылда Уорхол «Кока-Коланың йәшел шешәләрен» булдыра. Банкаларҙың сағыу һүрәттәре Уорхолдың «визит карточкаһы» була. «Stabl» галереяһындағы күргәҙмәлә Уорхолдың эштәре йәмәғәтселек араһында ҙур резонанс тыуҙыра. Хәйер, тәнҡитселәр фекеренсә, был картиналар күпләп ҡулланыуҙың бер төрлөлөләгән һәм әшәкелеген, көнбайыш цивилизацияның менталитетын сағылдыра. Был күргәҙмәнән һуң Уорхолды Роберт Раушенберг, Джаспер Джонс һәм Рой Лихтенштейн кеүек поп-арт һәм концептуаль сәнғәт вәкилдәре рәтенә индерәләр.
Ошо осорҙан Уорхол фотограф һәм рәссам булараҡ кино һәм эстрада йондоҙҙары: Мэрилин Монро, Элизабет Тейлор, Джим Моррисон, Мик Джаггер һәм Элвис Пресли, шулай уҡ сәйәсмәндәр образы менән, мәҫәлән, Мао Цзэдун, Ричард Никсон, Джон Кеннеди һәм Владимир Ильич Ленин («Ҡыҙыл Ленин», «Ҡара Ленин») — менән эшләй башлай. Монро үлеп ҡалғас, ул актрисаның тормошо һәм үлеме аллегорияһы булған үҙенең иң билдәле «Мэрилин Диптихын» ижад итә. 2011 йылда Мэрилиндың Диптихы Ливерпулдә Лондон галереяһы филиалы Тейтта ҡуйыла. 2004 йылдың 2 декабрендә «The Guardian» гәзите хәҙерге заман сәнғәтенең иң күренекле 500 әҫәрҙәр исемлеген баҫтырып сығара, унда Уорхолдың әҫәре почетлы өсөнсө урынды биләй[8]. Уорхолдың һынлы сәнғәткә ҡарашы үҙенсәлекле, даими үҙгәреүсән була. Яңылыҡтарының береһе булып кислоталы төҫмөрлөклө буяуҙар ҡулланыуы була.
«Фабрика»
үҙгәртергә1963 йылда Уорхол Манхэттенда бина һатып ала, бина «Фабрика» тигән исем ала, бында Энди хәҙерге заман сәнғәте әҫәрҙәрен ижади ағымға ҡуя. 1964 йылда Уорхолдың һынлы сәнғәт төшөнсәһе сиктәренә яраҡлаша алмаған тәүге арт-объекттар күргәҙмәһе үтә. Экспозиция йөҙгә яҡын төргәкләү картон тараһының, «Хайнц» кетчубы һәм «Brillo» кер йыуыу порошогы ҡаптарының күсермәһен күрһәтеүҙән тора. Күргәҙмәһе асылыу айҡанлы Уорхол үҙенең яңы ғәҙәти булмаған студияһының, стеналары көмөш төҫкә буялған «Фабриканың» презентацияһын ойоштора. Студияла бөтә рөхсәт ителгән шарттар хөкөм һөрә, кисәләр үтә. Был бина рәссамдың оҫтаханаһын аулаҡ урын һымаҡ итеп күҙ алдына килтереүҙе боҙа. «Фабрика» һәм уның хужаһы йыш ҡына донъяуи хроника репортаждарында телгә алына, улар тураһында журналдарҙа һәм киң мәғлүмәт сараларында яҙа башлайҙар. Уорхол үҙенең проектын — «Интервью» журналын булдыра, унда атаҡлы кешеләр атаҡлы кешеләрҙән интервью ала[9].
«Фабрика» көнөнә 80 баҫтырып төшөрөү әҫәрҙәрен сығарған ойошҡан производство була. Билдәле кешеләрҙең портреттары менән күпләп күсермәләр етештергән эшселәр коллективы яллана. Үҙенең әҫәрҙәренең геройҙарын Уорхол оҫтаханаһында Полароиды менән бик тиҙ рәсемдәр серияһы яһап, фотоға төшөрә. Күп кадрҙарҙан иң яҡшыһы һайлап алына, ҙурайтыла һәм шелкография ысуылы менән киндергә күсерелә. Киндерҙең өҫ яғы буяу менән рәсем һалғанға тиклем ҡаплана, йәки рәсем баҫтырып төшөрөлгәс өҫтөнән майлы буяу йөрөтөлә. Ғәҙәттә бер әҫәрҙең бер нисә варианты яһала. Шулай итеп Уорхол сәнғәтте «бизнес-артҡа» әйләндерә.
Уорхол, билдәле кешеләр портреттарҙа идеаль булып күренергә тейеш тигән фекерҙә була: «Реклама иғландары» (1960) циклынан «Төшкәнгә тиклем һәм унан һуң» картинаһы «Уорхолдан яңы йөҙ» анонсын бирә. Ул йыйырсыҡтарҙы һәм бит тиреһенең етешһеҙлектәрен төҙәткеләй, артыҡ эйәктәрҙе алып ташлай, күҙҙәрҙе һәм ирендәрҙе сағыу итеп өҫтәп яһай, шулай итеп йөҙгә идеаллаштырылған һыҙаттар бирә. Уорхолдың клиенттары араһында — иран шаһы Мөхәммәд Реза Пахлавиның бөтә ғаиләһе ағзалары, Мик Джаггер, Лайза Минелли, Джон Леннон, Дайана Росс, Бриджит Бардо һәм башҡа билдәле кешеләр була[10].
Кинематография өлкәһендә эшмәкәрлеге
үҙгәртергәПоп-арт объекттар төҙөү менән бер рәттән, Уорхол кинофильм төшөрөлә башлай, әммә режиссёр булараҡ тик тар даирәлә генә уңышҡа ирешә. 1963 йылдан 1968 йылға тиклем осорҙа Уорхол бер нисә йөҙ таҫма төшөрә, шул иҫәптән дүрт минутлыҡ 472 аҡ-ҡара төҫтәге портреттарҙың киноға төшөү һынауы (ингл. Screen Tests), унлаған ҡыҫҡа метражлы фильмдар һәм 150 -нән ашыу сюжетлы фильмдар төшөрә, уларҙың 60 ғына донъя күрә.
Ул осорҙа төшөрөлгән күп фильмдарҙың сюжеты юҡ. Сюжет һыҙығы нигеҙенә псевдодокументаль төшөрөүҙәр, мәҫәлән: «ир-ат трусик кейеп ҡарай» һ.б. 1960 йылдар уртаһында Уорхол ҡара- аҡ телһеҙ кинотаҫмалар төшөрә башлауҙан сценарийы менән төҫлө киноларға күсә (йыш ҡына эротик йөкмәткеле). Традицион кино сиктәрен киңәйтеү маҡсатында, Уорхол «хәрәкәтһеҙ фильмдарҙы» төшөрөү менән шөғөлләнә башлай. Иң мөһимдәре булып «Спи» (1963) һәм «Эмпайр» фильмдары тора. Беренсеһе йоҡлаған кеше — америка шағиры Джон Джорноны 5 сәғәт буйы өнһөҙ төшөрөлгән ҡара-аҡ фильм була[11][12]. Фильмдың премьералы күрәһтеүе The Film-Makers' Cooperative бинаһында режиссёр Йонас Мекас, нью-йорк киноавангардының исем атаһы ҡатнашлығында 1964 йылдың 17 ғинуарында үтә[12] в The Film-Makers' Cooperative. Бөтәһе туғыҙ тамашасы ҡатнаша, уларҙың икәүһе бер сәғәт ҡарағандан һуң китә. Тәүҙә Джорно урынына Уорхол Бриджит Бардоның йоҡоһон төшөргә теләй[11][12].
Икенсе таҫманың сюжеты 1964 йылдың 25 июлдең кисенән 26 июлдең иртәһенә тиклем яй режимда төшөрөлгән нью-йорктың бейек йорто Эмпайр Стейт Билдингты 8-сәғәтлек күрһәтеүҙән ғибәрәт. Кино сәнғәтендә үҙенең һынауҙары һәм перформанстары менән Уорхол кинематографияла яңы йүнәлештәр асырға һәм үтә ялҡҡан тамашасыны ҡыҙыҡһындырырға һәм ғәжәпләндерергә теләй.
Ғүмеренә ҡул һуҙыу
үҙгәртергә1968 йылдың 3 июнендә элек Уорхолдың фильмында төшкән радикаль феминист ҡатын Соланас Валери, «Фабрика» студияһына инеп, Уорхолдың эсенә өс тапҡыр ата. Шунан һуң урамға сыға ла полицейскийға барып: «Мин Энди Уорхолға аттым», — тип әйтә. Зыян күреүсе клиник үлем хәлендә була һәм биш сәғәтлек операция үткәрә[13], операция уңышлы тамамлана. Был һөжүмдән һуң рәссам бер йылдан артыҡ корсет ярҙамында йөрөй, сөнки эске органдары зарарланған була. Уорхол ғәйепләү буйынса күрһәтмәләр биреүҙән баш тарта, һөҙөмтәлә Соланас өс йылға төрмәгә хөкөм ителә һәм психиатрия хәсәтәханаһында мәжбүри дауаланыуға юлыҡтырыла. Уорхолдың эштәрендә үлтерелеү темалары өҫтөнлөк итә башлай. Хәйер, был тема уның ғүмеренә ҡул һуҙыуҙары алдынан да була, һәләкәттәр уны үҙенең тартып тороусанлығы менән тынғыһыҙлай. Үлемдән һәм йәрәхәттәрҙән ҡурҡыуҙы Уорхол электр ултырғыстары, үҙ үҙенә ҡул һалыуҙар, авариялар, ерләүҙәр, йәҙрәләр шартлауы, Жаклин Кеннединың трауры, үлгәндән һуңғы Мэрилин Монроның портреты һәм ауырыу Элизабет Тейлорҙы һүрәтләү ярҙамында сағылдыра. Уорхолдың был фобиялағы иң сағыу иллюстрацияһы — 1963 йылда яҙылған «Тунец менән һәләкәт» картинаһы, унда гәзит киҫемтәләре һәм консерваланған A&P тунец менән ағыуланған ике ҡатындың фотоһүрәте яңынан тергеҙелә, балыҡ банкаһы һүрәте лә картинала урын ала.
Ғүмеренә ҡул һуҙғандан һуңғы тормошо
үҙгәртергәҒүмеренә ҡул һуҙғандарынан һуң да Уорхол ижади эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай һәм сәнғәт менән эксперимент яһауын туҡтатмай. 1979 йылда ул уҙышыу автомобилдәренә художестволы буяу һала. Уның фекере буйынса, арауыҡта хәрәкәт итеүсе сәнғәт әҫәре — һынлы сәнғәттә яңы күренеш, уның матурлығының асылы хәрәктә динамикаһында күренә. Автомашина кузовын биҙәү менән Уорхол шәхсән шөғөлләнә. Буяуҙарҙы ҡул аҫтындағы материалдар менән, шул иҫәптән бармаҡтар менән дә һала[14]. Уның ошондай әйтеме һаҡланып ҡалған: «Мин тиҙлек нисек күренгәнен төшөрөргә тырыштым. Машина ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткәндә, бөтә һыҙыҡтар һәм буяуҙар ҙа яғыла».
Уорхол Манхеттендағы Медицина үҙәге Корнуэллда йоҡо мәлендә йөрәге туҡтап вафат була, унда 1987 йылда үт ҡыуығын алып ташлау буйынса ҡатмарлы булмаған операция яһаған булалар. Тыуған Питтсбургта ерләнә.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәЭнди Уорхол бер ҡасан да камин-аут яһамай, ләкин асыҡтан-асыҡ гей тормошо менән йәшәй. Гомосексуалллыҡ рәссамдың ижадында ныҡ күренә[15][16][17]. Миҫал сифатында «Sex Parts», «Torso» һынлы сәнғәт серияларын һәм «Sleep», «Blow Job», «My Hustler», «Lonesome Cowboys» фильмдарын иҫкә алырға була.
Рәссамдың төрлө ваҡытта бойфрендтары булып Билли Нейм, Джон Джорно, Джед Джонсон һәм Джон Гулд була[18][19].
Коммерция ҡиммәте
үҙгәртергәЭнди Уорхол һуңғы йылдарҙа иң һатып алыныусы рәссамдар исемлеген етәкләй. 2013 йылда рәссамдың эштәренең аукциондарҙа һатылған дөйөм хаҡы 427,1 млн доллар тәшкил итә[20]. 1962—1964 йылдарҙа киң форматлы киндерҙәр иң юғары баһалана, уларҙың хаҡы 100 миллион долларғаса етә . 2013 йылдың ноябрендә рекордын ҡуя — «Көмөш автомобиль (ике ҡатлы)» (1963) 105,4 миллион доллар тәшкил итә[21].
1985 йылдан 2010 йылға тиклем Уорхолдың уртаса аукцион хаҡтары 3400 процентҡа арта, шул уҡ осорҙағы хәҙерге заман сәнғәтенә хаҡтарҙың уртаса артыуынан ике тапҡыр тиерлек артығыраҡ була[22].
Кинолағы ролдәре
үҙгәртергә- «Дорз» (1991) — Криспин Гловер
- «Баския» (1996) — Дэвид Боуи
- «Я стреляла в Энди Уорхола» (1996) — Джаред Харрис
- «Я соблазнила Энди Уорхола» («Фабричная девушка») (2006) — Гай Пирс]]
- «Хранители» (2009) — Грег Трэвис
- «Люди в чёрном 3» (2012) — Билл Хэйдер
- «Noel Fielding's Luxury Comedy» (2012) — Том Митен
- «Винил» (телесериал, 2016) — Джон Кэмерон Митчелл
- «Американская история ужасов» (2017) — Эван Питерс
Рус библиографияһы
үҙгәртергә- Неделя Уорхола в Москве / Гос. музей изобраз. искусств им. А. С. Пушкина [и др.] — М.: Галерея: GIF, 2001.
- Уорхол Э. Философия Энди Уорхола (от А к Б и наоборот) = The philosophy of Andy Warhol (from A to B and back again) / [Пер. с англ. Г. Северской]. — М.: Аронов, 2001.
- Уорхол Э. Америка. М., Ад Маргинем, 2013.
- Уорхол Э. Дневники Энди Уорхола. / Пер. С англ. В.Болотникова, Ад Маргинем, 2015.
Күргәҙмәләре
үҙгәртергәМәскәүҙә
үҙгәртергә- 2001 — Мәскәүҙә Уорхол аҙналығы / А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейы / 2001[23]
- 2003 — Америка һындары. Поп-арт һәм трансавангард араһында. Энди Уорхол, Жан-Мишель Баскиа, Том Вассельман / art Stella / 2003 йыл 28 ноябрь — 2004 йыл 14 февраль[24][25]
- 2005 — Энди Уорхол һәм Ҡырым валында Третьяковкала рус поп-арты. / Ҡырым Валы Третьяков галереяһы / 2005, сентябрь
- 2008 — Phillips de Pury & Co йорто аукцион алды күргәҙмәһе. Картиналар күргәҙмәһе сиктәрендә «Камуфляж» картинаһы күрһәтелә / «Риджин» галереяһы / 2008йыл, 10-12 февраль[26][27]
- 2008 — Энди Уорхол «Тере портреттар» (Энди Уорхолдың 80-йәшенә арналған күргәҙмә) / Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте музейы /2008 йыл, 17 декабрь — 2009 йыл, 8 февраль[28]
- 2009 — Энди Уорхол «Леди һәм джентльмендар» / К35 галереяһы / 2009 йыл, 15 октябрь — 3 декабрь
- 2013 — Энди Уорхол «10 атаҡлы йәһүд» / Йәһүд музейы һәм толерантлыҡ үҙәге / 2013 йыл
- 2017 — «Энди Уорхол. Юҡҡа сығып барған төрҙәр» Дәүләт Дарвин музейы / 2017йыл, 18 март — 25 май.
Баҡыла
үҙгәртергә- 2013 — «Тормош, матурлыҡ һәм үлем» / Гейдар Алиев Мәҙәни үҙәге /2013 йыл, 21 июнь — 9 сентябрь[29]
Тамперҙа
үҙгәртергә- 2014 — "American Story An " / Сара Хилден Художество музейы / 2014 йыл, 15 март — 30 май[30]
Екатеринбургта
үҙгәртергә- Тәүге тапҡыр Мәскәүҙән тыш автор эштәренең төп нөсхәһе: «Мерилин Монро», «Сәскәләр» һәм данлыҡлы «Кэмпбелл» аштары ҡуйыла, фильмдары күрһәтелә (2014 йыл).
Иҫтәлеген мәңгеләштереү
үҙгәртергә2002 йылда АҠШ почта хеҙмәте рәссамдың 1964 йылдағы автопортреты менән 37 центлыҡ марка сығара, ул 2002 йылдың 9 апрелендә Энди Уорхол музейында тантанала тәүге тапҡыр тәҡдим ителә[31][32]. 2011 йылдың март айында Нью-Йорктың Юнион- скверы мөйөшөндә Энди Уорхолға хромланған һын ҡуйыла[33].
2016 йылдың апрель айында Карпат аръяғы өлкәһе хакимиәте башлығы Геннадий Москаль ҡарары менән Минай ауылындағы Октябрь майҙанына Энди Уорхол исеме бирелә[34].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.moma.org/artists/6246 (ингл.)
- ↑ https://www.workwithdata.com/person/andy-warhol-1928
- ↑ Jane Daggett Dillenberger, Religious Art of Andy Warhol, Continuum International Publishing Group, 2001, p.7
- ↑ Andy Warhol Biography . The Andy Warhol Foundation. Дата обращения: 29 июнь 2014. 2010 йыл 24 июль архивланған.
- ↑ Биография Энди Уорхола 2013 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Das Kunstwerk im Zeitalter seiner technischen Reproduzierbarkeit («Произведение искусства в эпоху его технической воспроизводимости», 1936)
- ↑ Шелкография Уорхола.
- ↑ Charlotte Higgins Work of art that inspired a movement … a urinal // The Guardian. — 02.12.2004.
- ↑ Кто такой Энди Уорхол?
- ↑ Поп-арт: Уорхол, Энди
- ↑ 11,0 11,1 Sleep by Andy Warhol
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Sleep (1963) — Trivia
- ↑ Энди Уорхол — король поп-арта 2019 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Уорхол, Энди
- ↑ Colacello Bob. Holy terror: Andy Warhol close up. — London: HarperCollins, 1990. — ISBN 0-06-016419-0.
- ↑ Meyer Richard. Outlaw representation: censorship and homosexuality in 20th-century American art. — Oxford: Oxford University Press, 2002. — ISBN 0-19-510760-8.
- ↑ Matarazzo Father SamJane Dagget Dillenberger. The Religious Art of Andy Warhol. — New York: The Continuum Publishing Company, 1998. — P. 33. — ISBN 0-8264-1112-6.
- ↑ Инграм К. Гениальный Уорхол. — М.: Эксмо, 2014. — 80 с.: ил. — ISBN 978-5-699-70779-9.
- ↑ Коменас Г. Andy Warhol Chronology. 1980 // WarholStars.org.
- ↑ «Артгид»: Топ-10 самых продаваемых художников по версии Artnet
- ↑ Andy Warhol (1928—1987) | Silver Car Crash (Double Disaster) | Contemporary Art Evening Auction | Sotheby’s 2017 йыл 27 август архивланған.
- ↑ «A One-Man Market» 2014 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Неделя Уорхола в Москве . Архивировано 17 июнь 2008 года. 2006 йыл 24 август архивланған.
- ↑ Фигуры Америки. Между поп-артом и трансавангардом. Энди Уорхол, Жан-Мишель Баскиа, Том Вассельман . Дата обращения: 8 февраль 2011. Архивировано 27 август 2011 года.
- ↑ Фигуры Америки между поп-артом и трансавангардом . Weekend.ru. Дата обращения: 8 февраль 2011. Архивировано 27 август 2011 года. 2012 йыл 12 март архивланған.
- ↑ В Москве покажут Уорхола для коллекционеров . Lenta.ru. Дата обращения: 12 май 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года.
- ↑ Phillips de Pury Courts Rich Russians With $2.4 Million Warhol (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 12 май 2010. Архивировано 27 август 2011 года.
- ↑ Энди Уорхол «Живые портреты» (Выставка к 80-летию Энди Уорхола) . Архивировано 24 декабрь 2008 года. 2008 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ The opening ceremony of Andy Warhol: Life, Death and Beauty has been held at the Heydar Aliyev Center. Официальный сайт Культурного центра Гейдара Алиева.
- ↑ Выставка Энди Уорхола побила рекорды посещаемости // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 31 май 2014. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2014)
- ↑ Artists (ингл.). United States Postal Service. Дата обращения: 8 апрель 2016. 2013 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ Adrian McCoy. Andy Warhol Puts Stamp on the World – Again (ингл.). Pittsburgh Post-Gazette (10 август 2002). Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Roberta Smith. Andy Warhol Commemorated in Chrome on Union Square (ингл.). New York Times (31 март 2011). Дата обращения: 8 апрель 2016.
- ↑ Собств. корр. В Закарпатской области появилась площадь Энди Уорхола // lenta.ru. — 2016. — 8 апр.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Самая полная русскоязычная галерея Энди Уорхола 2013 йыл 9 май архивланған.
- Картины Энди Уорхола 2012 йыл 6 июль архивланған.
- Фонд Энди Уорхола
- Коллекция Энди Уорхола в Питтсбурге
- Веб-музей Энди Уорхола 2013 йыл 9 май архивланған.
- Энди Уорхол и Арт-кар BMW M1