Удик

Рәсәйҙең Пермь крайы Барҙы районындағы башҡорт ауылы

Удик (Елпачиха, Үҙик[1][2]Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Елпачиха ауыл биләмәһенең (Ялпаҡ ауыл биләмәһенең) административ үҙәге. Почта индексы — 618168, ОКАТО коды — 57204819001.

Ауыл
Елпачиха
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

57°05′13″ с. ш. 55°31′09″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 048

ОКТМО коды

57 604 419 101

ГКГН номеры

0346767

Елпачиха (Рәсәй)
Елпачиха
Елпачиха
Удик (Пермь крайы)
Елпачиха

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1341 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 645 ир һәм 696 ҡатын-ҡыҙ[3].

2005 йылда ауылда 1422 кеше йәшәгән[4].

Ауыл 1648 йылдан Ялпаҡ (Ельпакова) исеме менән билдәле, 1658 йылда иһә Ельпачиха тигән атама менән яҙылған. Урындағы башҡорттар уны  Үҙик тигән исем менән дә йөрөтә.

Ялпаҡ ауылы кешеләре баш күтәреүҙәрҙә ҡатнашҡан. 1755—1756 йылғы баш күтәреүҙә улар Сурағол Миңлебаев отрядына ҡушылған.

Емельяна Пугачёв еткәселегендәге крәҫтиән һуғышында ялпаҡтар күренекле кешеләр биргән - полковниктар Әбдей Абдуллов, Әҙиғот Темәсов һәм Ҡарабай Әшмәнев, поход старшинаһы Әҙел Әшмәнев.

1798 йылдың 10 апрелендә хөкүмәт Башҡорт-мишәр ғәскәре һәм идара итеүҙең кантон системаһын индерә [5]. Кама буйы биләмәләрендә Башҡорт ғәскәренең 1-се кантоны төҙөлә, Ялпаҡ ауылы уның үҙәге тип иғлан ителә. Оҙаҡ йылдар 1-се башҡорт кантонына Әдүтовтар етәкселек иткән.

Ауыл кешеләре 1812 йылғы Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан, улар араһынан Ибниәмин Фәйзулла улы Ғәбтекәев танылған, ул 20-се башҡорт полкында хеҙмәт иткән һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» тигән көмөш миҙал менән бүләкләнгән.

1868 йылда Ялпаҡта (Үҙиктә) 2 йәмиғ мәсете һәм 2 мәктәп (мәҙрәсә) булған, уларҙа 100 малай һәм 70 ҡыҙ бала уҡыған.

1917 йылдың 28 ноябрендә Башҡорт үҙәк шураһы Башҡортостан мөхтәриәте иғлан иткән һәм кантон системаһы индергән. Большевиктар ҡулы аҫтындағы Өфө, Пермь, Һамар губерналарында 1918 йылдың ғинуарынан да ҡалмай өйәҙ съездары үткәрелергә, көнбайыш Башҡортостан мосолмандары кантон идаралыҡтары ойошторорға һәм етәкселекте үҙ ҡулдарына алырға тейеш була. Мәгәр Пермь губернаһының Уҫы өйәҙенә ҡараған Ялпаҡ ауылына большевиктар баҫып инә һәм башҡорт советы ағзаларын ҡырып бөтөрә[6].

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 165 йортонда 777 башҡорт йәшәгән, шул иҫәптән 429 ир һәм 348 ҡатын-ҡыҙ[7]. 1834 йылда 145 йортта 1034 кеше, ә 1850 йылда 123 йортта 1185 кеше иҫәпләнгән[7]. 1859 йылда ауылдың 252 йортонда 743 ир һәм 730 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[7].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Үҙиктең бөгөнгөһө

үҙгәртергә

Ялпаҡ 2015 йылда (Елпачиха, Үҙик) ауылы ғәйнә башҡорттарының үҙәге тип иғлан ителгән[8]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Моҡатанов Әсхәт Хәтмулла улы — биология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты.
  • Әбдей Абдуллов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы. Мулла.
  • Әбләшев Раиф Ғабдулла улы (1950—2000) — фоторәссам һәм фотокорреспондент. Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1991).
  • Әдүтовтар — башҡорт кантон башлыҡтары.
  • Әҙел Әшмәнев — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв поход старшинаһы.
  • Әҙиғот Темәсов (1719—?) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы. Мулла.
  • Ибнеәмин Фәйзулла улы Ғәбтекәев — 20-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
  • YouTube сайтында Видео Елпачиха центр гайнинских башкир, 17 октября 2015 г.
  • YouTube сайтында Видео Башкирское родословие: Гайна

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ЕЛПАЧИХА, БАРДЫМСКИЙ РАЙОН, СЕЛО. Перм крайы энциклопедияһы.(недоступная ссылка)  (рус.)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 365. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  5. Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантерiи Барону Игельстрому, съ приложенiемъ примѣчанiя на описанiе Оренбургской линiи.10 (21) апрель 1798 года
  6. Раимов Р. М. К истории образования Башкирской Автономной Социалистической Советской Республики // Вопросы истории. 1948, № 4. — C. 23-42.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  8. [1].Елпачиха центр гайнинских башкир, 17 октября 2015 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә