Туран уйһыулығы
Туран уйһыулығы (Туран тигеҙлеге) — Урта Азия һәм Көньяҡ Ҡаҙағстандың тигеҙлек өлөшө .
Туран уйһыулығы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Илдәр | |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 922 м |
Майҙаны | яҡынса 2 млн км² |
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәТуран уйһыулығы Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстан территорияһында урынлашҡан. Оҙонлоғо яҡынса ике мең километр. Туран һәм Көнбайыш-Себер уйһыулығын Турғай уйпатлығы тоташтыра. Ҡаҙағстан сиктәрендә Һырдарья йылғаһы уйһыулыҡты төньяҡ һәм көньяҡ өлөшкә бүлә. Айырым таулы Устюрт һәм башҡа яҫы уйлыҡтар сағыштырмаса уйһыулыҡтар менән сиратлаша; һирәк осрай торған сөңгөлдәр диңгеҙ кимәленән аҫта урынлашҡан (мәҫәлән, Ҡарагие −132 м). Уйһыулыҡтың ҙур өлөшөн Ҡараҡом, Ҡыҙылҡом, Муйынҡом һәм башҡа сүллектәр биләй; үрҙәр был урында 922 м тиклем тәшкил итә.
Игенселек менән яһалма дымландырыу үҫеш алған, көтөүлектәр бар. Нефть һәм газ (Мангышлак нефть-газ районы) ятҡылыҡтары табылған.
Уйһыулыҡ климаты ҡырҡа континенталь, сүллекле, көньяҡ өлөшөндә — субтропик. Тупраҡ төрҙәре: һоро, аҙ карбонатлы, карбонатлы; яҡты һәм ябай һоро тупраҡ.
Төньяҡ яртыһында балсыҡлы, ҡомло, ташлы сүллектәр, урыны менән тоҙло тупраҡ һәм тигеҙлектәр; көньяҡ яртыһына — урман-балсыҡлы, ҡомло, ташлы, тигеҙ, тоҙло тупраҡлы сүллектәр хас.
Туран уйһыулығы эпипалеозой платформаһы плитаһында формалаша. Уның нигеҙендә герцин төҙөлөшө мөһим урын ала, уның араһында байкалға тиклемге, һәм байкал массивтары бар. Ҡаҙаҡ ваҡ сусаҡтың көнбайыш өлөшө менән Төньяҡ Тянь-Шань тауҙары араһында каледон тоҡомдары урынлашҡан. Туран плитаһы Төньяҡ Туран һәм Көньяҡ Туранға бүленә, улар төрлө төҙөлөшлө Урал-Тянь-Шань һәм Урта диңгеҙ бүлкәттәренән тора.
Плиоцен һәм плейстоценда хәҙерге заман Туран уйһыулығы территорияһы Туран диңгеҙенең (төрлө ваҡытта Көнбайыш-Себер, Ҡара һәм Северодвинск диңгеҙҙәре менән тоташҡан) төбө булған. Туран диңгеҙҙенең хәҙерге Каспий диңгеҙе һәм Арал диңгеҙел диңгеҙҙәренә бүленеүе 2-3 мең йылдар элек булған[1].
Биләмәләре
үҙгәртергә- төньяҡта — Турғай уйпатлығы
- төньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ваҡ сусағы
- көнсығышта — Балхаш-Алакүл бассейны сүллектәренән Бетпаҡ-Дала сүллеге һәм Чу-Илем тауҙары менән айырымланған
- көньяҡ-көнсығышта — тауҙар Тянь-Шань һәм Памир-Алай тауҙары
- көньяҡта — Копетдаг һәм Паропамиз тау алды
- көнбайышта — Каспий диңгеҙенең көнсығыш яры
- төньяҡ-көнбайышта — йәш армыттар һәм Мугоджар көнсығыш тау итәге
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карнаухов А. 2010 йыл 21 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Казахстан / Туранская равнина.
- Туранская Равнина Витеко А 2017 йыл 19 апрель архивланған. . Н. 2017 йыл 19 апрель архивланған. Физик географияһы БДБ (Азия өлөшө) 2017 йыл 19 апрель архивланған..
- Туран уйһыулығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә.