Рапс — әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған кәбеҫтә затының бер йыллыҡ яҙғы йәки ужым үҫемлеге.

Рапс
Brassica napus Habitus 2011-4-02 CampodeCalatrava.jpg
Общий вид цветущего растения. Испания
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Brassica napus L., 1753

Синонимдар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  7661

ТаралышыҮҙгәртергә

Шипкәнде (ялан кәбеҫтәһе) баҡса кәбеҫтәһе менән һеркәләндереү һөҙөмтәһендә сығарыла. Ҡырағай рәүештә осрамай. Ҡытайҙа, Канадала, Германияла, Францияла һәм РФ‑та үҫтерелә. Башҡортостанда яҙғы рапс (кольза) үҫтерәләр.

Ботаник яҙмаҮҙгәртергә

Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 50—250 см тиклем. Розеткалы япрағы һаплы, лира формаһында, ҡауырһын һымаҡ ҡырҡылған, аҫҡы һабаҡ япрағы — лира формаһында, урталағыһы — оҙонса һөңгө һымаҡ, өҫкөһө — оҙонса ланцет формаһында. Сәскәлеге — ваҡ, һары төҫтәге 25—40 сәскәле тәлгәш. Емеше — шар формаһындағы 24—35 орлоғо булған ҡуҙаҡ, төҫө аҡһыл көрәндән ҡараға тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—6 г. Һыуыҡҡа сыҙамлы, дым яратыусы үҫемлек. Ситтән һеркәләндерелә. Вегетация осоро 80—110 тәүлек.

СоставыҮҙгәртергә

Орлоғоноң составы (проценттарҙа): май — 32—35, аҡһым — 21.

Төп элгәрҙәреҮҙгәртергә

Ужым иген культуралары һәм пар баҫыуҙары. Орлоҡто ябай рәт ысулы менән сәсеү нормаһы 2,5—3,0 млн дана/га (10—12 кг/га), сәсеү тәрәнлеге — 3—4 см. Р. — май биреүсе культура, мал аҙығы культураһы, баллы үҫемлек. Р. майы аш‑һыу әҙерләгәндә, шулай уҡ сәнәғәттең маргарин, һабын, металлургия, текстиль тармаҡтарында һ.б. ҡулланыла. Йәшел массаһы, төпрәһе һәм ҡалдығы мал аҙығы булараҡ файҙаланыла.


Сәскә атыусы рапс сәсеүлектәре
Рапстың Plasmodiophora brassicae йыйыусы бүрткән тамыры

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә


Май биреүсе культуралар
Ҡытай сәтләүеге | Аҡ гәрсис | Сарепт гәрсисе | Ҡара гәрсис | Кенә уты | Кокос пальмаһы | Киндер | Кунжут | Етен | Ляллеманция | Европа зәйтүне | Перилла | Көнбағыш | Кукуруз | Рапс | Шипкән | Сафлор | Соя | Тунг | Мамыҡ | Чуфа