Грета Тунберг
Грета Тинтин Элеонора Эрнман Тунберг (швед. Greta Tintin Eleonora Ernman Thunberg; 3 ғинуар 2003 йыл) — 15 йәшенән швед парламенты эргәһендә ҡаршылыҡ белдерә башлаған швед уҡыусыһы. Ул Риксдаг алдында даими рәүештә «климат өсөн мәктәп забастовкаһы» тип яҙылған плакат менән ултыра, шул ысул менән климат буйынса Париж килешеүе нигеҙендә климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәш буйынса кисектергеһеҙ эшмәкәрлеккә саҡыра. Уның ғәмәле башҡа илдәрҙәге йәштәргә шундай уҡ демонстрациялар үткәреүгә этәргес була. Был ҡаршылыҡты улар «климат өсөн мәктәп забастовкаһы» йәки «киләсәк өсөн йомалар» тип атала[32].
Биографияһы
үҙгәртергәГрета 2003 йылдың 3 ғинуарында Стокгольм ҡалаһында тыуа. Уның әсәһе Малена Эрнман — швед опера йырсы, атаһы — актёр Сванте Тунберг. Олатаһы — актёр Олоф Тунберг.
2018 йылдың ноябрендә TEDx конференцияһында Грета, климат үҙгәреүе тураһында беренсе тапҡыр 8 йәшендә ишетеүен, әммә ни өсөн бер кем дә бының өсөн бер нәмә лә эшләмәүен аңламауын белдерә.
Йылда 11 йәшендә Грета депрессия кисерә, һөйләшмәй һәм ашамай башлай. Ике ай эсендә 10 килограмға ябыға [сығанағы 40 көн күрһәтелмәгән]. Һуңынан уға — Аспергер синдромы[33], фәнни-компульсив тарҡалыу[34][35] һәм селектив мутизм диагнозы ҡуйыла. Грета фекеренсә, селектив мутизм уның өсөн, «кәрәк ваҡытта ғына фекер белдереү мөмкинлеге. Хәҙер — тап шундай ваҡыт». Аспергер синдромын ул «бүләк», тип иҫәпләй, күпселектән айырмалы рәүештә, ул уның донъяны ҡабул итеүен «ҡара-аҡ төҫтәрҙә» билдәләй. Ата-әсәһе уның ҡәтғилеген һәм принципиаллеген ошо синдром менән бәйләй.
2018 йылдың майында Грета Тунберг Svenska Dagbladet швед гәзите ойошторған климат тураһындағы мәҡәләләр конкурсы еңеүселәренең береһе була. Уның мәҡәләһе гәзиттә баҫылғандан һуң Dalsland Fossilfritt экология ойошмаһы активисы Бу Торен бәйләнешкә сыға (швед. Bo Thorén). Тунберг уларҙың бер нисә осрашыуында ҡатнаша һәм уларҙың береһендә Торен мәктәп уҡыусыларының климат үҙгәреүенә ҡаршы баш күтәрә алыр ине, тигән фекер әйтә. Тунберг белдереүенсә, идея Флорида штаты мәктәптәрендә атыштарҙың йышайыуы сәбәпле, Америка уҡыусыларының забастовкаларына нигеҙләнә. Ул башҡа йәштәрҙе был сарала ҡатнашырға өгөтләй, әммә береһен дә ҡыҙыҙҡһындыра алмай, шуға күрә яңғыҙы ғына ҡаршылыҡ акцияһы башлай. Швециялағы үҙенең мәктәп забастовкаһы хаҡында Тунберг: «Әгәр ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәһәм, эстән үлгәндәй булам», — ти[36].
Гретаның атаһына уның дәрес ҡалдырыуы оҡшамай, әммә ул, уның фекерен мәктәптә ихтирам итәләр, тип белдерә һәм ҡыҙының бәхетле булыуын теләй[36]. Грета ғаиләһен веганлыҡҡа күсергә һәм углерод эҙҙәрен кәметеү өсөн самолетта осоуҙы туҡтатырға инандыра[33].
Экологик әүҙемлек
үҙгәртергәГрета бөтә донъя буйынса кешеләрҙе «мәктәп забастовкаларына» илһамландыра. Уның асылы — йома көн дәрестәр урынына балалар урамға сығып, сәйәсмәндәрҙең һәм йәмәғәтселектең иғтибарын климат көрсөгөнә йәлеп итергә тырыша.
2018 йылдың декабрендә һәм 2019 йылдың майында Грета БМО-ның генераль секретары Антониу Гуттерреш менән осраша һәм ул забастовкаларҙы хуплап: «Минең быуын климаттың драмтик үҙгәрешен еңә алманы. Йәштәр быны тоя. Уларҙың асыулы булыуына аптырайһы түгел», — ти[37].
2019 йылдың ғинуарында Тунберг Давос форумында ҡатнаша. Сараға поезда килә[38]. Ул сәйәсмәндәрҙе һәм бизнесмендарҙы тәүәккәллеккә саҡыра[39].
2019 йылдың 21 февралендә Европа социаль-иҡтисади комитеты конференцияһында сығыш яһай[40].
2019 йылдың 29 — 31 мартында Берлинда, Бранденбург ҡапҡалары алдына йыйылған 25 000 кеше алдында сығыш яһай[41]. 30 мартта Грета «Алтын камера» махсус немец призына лайыҡ була. Приз тапшырыу тантанаһындағы телмәрендә ул билдәле кешеләрҙе үҙҙәренең йоғонтоһон климат кризисы менән көрәшкә ярҙам итеүҙә ҡулланырға саҡыра[42].
2019 йылдың апрелендә Страсбургта Европа парламенты вәкилдәре менән осрашыуҙа ул ҡатнашыусыларҙы өсөн «Брексит өсөн ашығыс өс саммит йыйыу һәм тирә-яҡ мөхиттең, климаттың боҙолоуына бағышланған бер генә ашығыс саммит йыймауҙа» тәнҡитләй. Уның сығышы оҙайлы көслө алҡыштарға күмелә[43].
2019 йылдың майында Шварцнеггер тарафынан Париж килешеүен тормошҡа ашырыуҙы ашыҡтырыу маҡсатында ойошторолған конференцияла Арнольд Шварценеггер, БМО-ның генераль секретары һәм Австрия президенты менән осраша[44]. Һуңғы доклад яҙып МГЭИК-тың һуңғы докладынан өҙөмтә килтереп, ул: «Әгәр беҙ яҡынса 2030 йылға тиклем бер ни ҙә эшләмәһәк, кире ҡайтарып һәм контролләп булмаған сылбырлы реакция башланасаҡ. Ҡайтыу нөктәһен үтеп китәсәкбеҙ», — ти[45].
Наградалары һәм премиялары
үҙгәртергә2019 йылдың мартында швед Риксдагының оппозициялағы Һул фирҡәнең ике депутаты (Йенс Хольм һәм Хокан Свеннелинг)[46][47]), Норвегия стортингының оппозицион Һул социалистик партияһының өс депутаты (Фредди Андре Овстегорд, Мона Фагерос һәм Ларс Халтбреккен)[48]) Грета Тунбергты Нобелдең тыныслыҡ премияһына тәҡдим итә[49][50]. Быны улар, әҙәр беҙ бер нәмә лә эшләмәһәк, глобаль йылыныу һуғышҡа, низағҡа һәм ҡасаҡтар барлыҡҡа килеүгә сәбәп буласаҡ, тип дәлилләй[51].
2019 йылда Швецияла Йыл ҡатын-ҡыҙы тип иғлан ителә[52].
2018 йылда «Time» Гретаны йылдың иң йоғонтоло 25 үҫмер араһында индергән[53]. 2019 йылдың апрелендә Time уны, йылдың йоғонтоло 100 кешеһенең береһе, тип атай[54]. Ә 2019 йылдың майында ул журнал тышлығында сыға[55].
2019 йылдың 7 июнендә Грета һәм Fridays for future («Киләсәк хаҡына йома») хәрәкәте Намыҫ илсеһе исемен — Аmnesty internationalдың юғары наградаһын ала. Грета әйтеүенсә, был награда климатты яҡлау забастовкаһында ҡатнашҡан барыһыныҡы ла[56].
2019 йылдың июлендә Францияла Грета Нормандияға төшөү ветерандағы ҡатнашлығында «Азатлыҡ премияһын» ала . Премияның аҡсалата өлөшө — 25 000 евро. Грета был аҡсаны эшләү өсөн «климат ғәҙеллеге өсөн эшләүсе һәм планетаның көньяғында ғәҙәттән тыш экологик һәм климатик хәл-торошҡа дусар булған кешеләргә ярҙам итеүсе»[57] дүрт ойошмағы бирәсәге тураһында белдерә.
Эшмәкәрлегенә баһа
үҙгәртергәБритания журналисы Джо Сандлер Кларк фекере буйынса, Тумбергтың климат өсөн мәктәп забастовкалары иғтибар үҙәгенә сыҡҡас, климат үҙгәреүен инҡар итеүселәр уны «дискредитацияларға» тырыша[58]. The Guardian һул либераль баҫмаһы кллумнисы Адитья Чакрабортти, Грета Тунбергты тәнҡитләү «шәхси бысраҡ өйөү» формаһын алды, тип билдәләй.
Contrepoints француз либертариан баҫмаһынан Дрие Годефреди Гретаның нефть тармағы вәкиләде адресына ғәйеп ташлауына бәйле,15 йәшлек тәнҡитле аңы үҫешмәгән баланың асыҡтан-асыҡ кешелеклелеккә ҡаршы енәйәт тураһында фекер йөрөтөүен шик аҫтана ала[59].
Швецияла Грета Тунберг эшмәкәрлеге айырым уң сәйәсмәндәр һәм публицистар тарафынан тәнҡиткә дусар була. Журналист Изобель Хэдли-Кампц Hufvudstadsbladet фин гәзитендә, сәйәсмәндәрҙе Тунбергтың уларға ҡарағанда үҙ эшен яҡшыраҡ башҡарыуы тынғы бирмәй, тигән фекер белдерә[60].
Библиография
үҙгәртергә- Грета Тунберг, Малена Эрнман, Сванте Тунберг, Беата Тунберг. Сцены из сердца . — Стокгольм: Bokförlaget Polaris, 2018. — ISBN 9789177951339.
- Грета Тунберг. No One Is Too Small to Make a Difference[en]. — Лондон: Penguin Books, 2019. — ISBN 9780141991740.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.theguardian.com/science/2018/sep/01/swedish-15-year-old-cutting-class-to-fight-the-climate-crisis
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ https://www.ratsit.se/20030103-Greta_Tintin_Eleonora_Ernman_Thunberg_Stockholm/GuWDZ2L8xlCa2h-4dDPN52RIzfAn8-U3u0vesHaFf70
- ↑ Lobbe A. À 15 ans, elle remet les dirigeants mondiaux à leur place! (фр.) — 2018.
- ↑ Greta Thunberg // Den Store Danske Encyklopædi (дат.) — 1994.
- ↑ Greta Thunberg // GeneaStar
- ↑ Lobbe A. À 15 ans, elle remet les dirigeants mondiaux à leur place! — 2018.
- ↑ Greta Thunberg // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Greta Thunberg
- ↑ Gretas hälsa blev starten för Ernmans klimatkamp (швед.) — Stockholm: 2018. — ISSN 1101-2412
- ↑ Dagens Nyheter (швед.) — Sverige: 2018. — 282800 экз. — ISSN 1101-2447
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://www.francetvinfo.fr/meteo/climat/climat-greta-thunberg-mene-la-revolte-des-jeunes_3202577.html
- ↑ ZDF — 2019.
- ↑ Expressen (швед.) — Bonnierkoncernen, 2015.
- ↑ 16,0 16,1 Gupta M. S. The true story of Greta Thunberg, a beacon of sustainability — 2021.
- ↑ https://www.ft.com/content/4df1b9e6-34fb-11e9-bd3a-8b2a211d90d5
- ↑ https://blogs.spectator.co.uk/2019/02/whats-behind-climate-change-activist-greta-thunbergs-remarkable-rise-to-fame/
- ↑ The Guardian (ингл.) — United Kingdom: GMG, 2019. — ed. size: 107899 — ISSN 0261-3077
- ↑ https://smdb.kb.se/catalog/id/003862869
- ↑ Sportbladet (швед.) — 2000.
- ↑ Gersemann O. WEF 2019: In Davos stößt das Greta-Prinzip an seine Grenzen (нем.) // Die Welt / Hrsg.: S. Aust — WeltN24, Axel Springer SE, 2019. — ISSN 0173-8437
- ↑ School strike week 105 — 2020.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ https://www.instagram.com/p/eu2mNfS-Az/ — 2013.
- ↑ https://www.resume.se/marknadsforing/kampanj/morkt-och-dramatiskt-nar-radda-barnen-tar-ny-riktning-med-b-reel/ — 2020.
- ↑ https://unherd.com/thepost/greta-thunberg-throws-her-lot-in-with-the-anti-capitalist-left/
- ↑ https://www.zdf.de/nachrichten/heute/interview-ingmar-rentzhog-glaube-dass-greta-deutlich-mehr-kritik-bekommt-100.html
- ↑ https://www.vanitatis.elconfidencial.com/estilo/belleza/2019-12-11/greta-thunberg-trenza-peinado-juegos-del-hambre-katniss-everdeen_2371071/
- ↑ https://web.archive.org/web/20221218012747/https://mastodon.nu/@gretathunberg
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Watts, Jonathan. Greta Thunberg, schoolgirl climate change warrior: ‘Some people can let things go. I can’t’, The Guardian (11 март 2019). 8 июнь 2019 тикшерелгән.
- ↑ 33,0 33,1 «Я хочу, чтобы вы запаниковали». Как Грета Тунберг прогуляла школу и стала главным экоактивистом мира
- ↑ What’s behind climate change activist Greta Thunberg’s remarkable rise to fame? 2019 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Greta Thunberg: ‘All my life I’ve been the invisible girl’
- ↑ 36,0 36,1 Crouch, David. The Swedish 15-year-old who's cutting class to fight the climate crisis, The Guardian (1 сентябрь 2018). 8 июнь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Guterres, António. The climate strikers should inspire us all to act at the next UN summit | António Guterres, The Guardian (15 март 2019). 23 май 2019 тикшерелгән.
- ↑ https://nplus1.ru/material/2018/11/30/carbon-footprint
- ↑ 'Our house is on fire': Greta Thunberg, 16, urges leaders to act on climate // The Guardian, 25.01.2019
- ↑ Clare Roth. Swedish student leader wins EU pledge to spend billions on climate . Reuters (21 февраль 2019).
- ↑ Greta Thunberg joins German students for climate protest in Berlin (ингл.). Clean Energy Wire (29 март 2019). Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ Greta Thunberg Calls Out Celebrities To Face Climate Crisis In Powerful Speech (ингл.). www.plantbasednews.org. Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ Rankin, Jennifer. Forget Brexit and focus on climate change, Greta Thunberg tells EU, The Guardian (16 апрель 2019). 8 июнь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Greta Thunberg and Arnie team up to terminate climate change (билдәһеҙ). Energy Live News (29 май 2019). Дата обращения: 8 июнь 2019. 2019 йыл 5 июль архивланған.
- ↑ Greta Thunberg Joins Arnold Schwarzenegger & More To Deliver Speeches On Climate | TIME (28 май 2019). Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ Культ Греты Турнберг: как школьница завоевала мир, прогуливая уроки
- ↑ Riksdagsförvaltningen Ledamöter & partier . Дата обращения: 11 июнь 2018.
- ↑ 16-летнюю Грету Тунберг выдвинули на Нобелевскую премию мира
- ↑ Шведская школьница Грета Тунберг номинирована на Нобелевскую премию мира . Дата обращения: 20 июль 2019.
- ↑ Шведская экоактивистка Грета Тунберг выдвинута на Нобелевскую премию мира | DW | 14.03.2019 . Дата обращения: 20 июль 2019.
- ↑ Greta Thunberg—Swedish Teen who Inspired School Climate Strikes—Nominated for Nobel Peace Prize (14 март 2019). Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ dpa. Schulstreik fürs Klima – Klimaaktivistin Greta Thunberg in Schweden "Frau des Jahres" (нем.) (8 March 2019). 8 март 2019 тикшерелгән.
- ↑ TIME's 25 Most Influential Teens of 2018 (ингл.) (7 декабрь 2018). Дата обращения: 8 август 2019.
- ↑ Greta Thunberg: The 100 Most Influential People of 2019 (билдәһеҙ). Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ How Teen Climate Activist Greta Thunberg Got Everyone to Listen . Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ Climate activists Greta Thunberg and the Fridays for Future movement honoured with top Amnesty International award (ингл.). www.amnesty.org. Дата обращения: 8 июнь 2019.
- ↑ Climat: Greta Thunberg lauréate du Prix Liberté en Normandie // Le Figaro, 21.07.2019
- ↑ Joe Sandler Clarke. The Climate Change Deniers Trying to Discredit Greta Thunberg, Vice (7 February 2019).
- ↑ Quand l’écologie politique embrigade les enfants (фр.). Contrepoints (30 ғинуар 2019). Дата обращения: 14 май 2019.
- ↑ Heidi Hakala. Svartmålandet av Greta Thunberg: "Kritikerna skjuter budbäraren" (фин.) (25 апрель 2019). Дата обращения: 3 август 2019.