Тропик циклон — циклон төрө, йә түбән баҫымлы тәбиғи система, йылы диңгеҙ өҙтөндә барлыҡҡа килә һәм көслө йәшен, ҡойма ямғырҙар һәм шторм көсөндәй елдәр менән оҙатылып бара. Тропик циклондар ҡеүәтте дымлы һауаның өҫкә күтәрелеүенән, һыу парҙарының ямғыр булып конденсацияланыуынан һәм ҡоро һауаның аҫҡа төшөүенән ала, ошо процесс ваҡытында барлыҡҡа килгән. Был механизм принципы буйынса тышҡы тропик һәм поляр циклондарҙан механизмынан айырыла, тропик циклондар «йылы үҙәкле циклондар»ға бүленәләр.

Гренада өҫтөндәге Иван ураганы 7 сентябрь 2004 йыл

«Тропик» термины бындай циклондар күпселек осраҡта барлыҡҡа килгән географик өлкәне лә йәғни тропик киңлектәрҙе һәм тропик һауа массаларында ошо циклондарҙың барлыҡҡа килеүен дә аңлата.

Алыҫ Көнсығышта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла тропик циклондар тайфун тип атала, ә Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала — майя ел аллаһы исеме Хуракандан алынған ураган ((исп. huracán, ингл. hurricane) тип атала. Бофорт шкалаһы буйынса, ел тиҙлеге сәғәтенә 117 кмға(йәки 30 м/с) етһә шторм ураганға әйләнә тип ҡабул ителгән.

Тропик циклондар экстремаль көслө яуым-төшөм генә килтермәй, шулай уҡ диңгеҙ өҫтөндә ҙур тулҡындар, дауыл арҡаһында һыу ҡалҡыуы һәм торнадо тыуҙырыуы мөмкин. Тропик циклондар ҙур һыу ятҡылыҡтары өҫтөндә генә барлыҡҡа килеп көсөн һаҡлап ҡалыуы мөмкин, шул уҡ ваҡытта ҡоро ер өҫтөндә тиҙ генә көсөн юғалталар. Тап шуның өсөн дә яр буйы райондары һәм утрауҙар улар килтергән емереклектәрҙән нығыраҡ зыян күрә, шул уҡ ваҡытта континенттарҙың эске өлөшөндәге ерҙәр сағыштырмаса хәүефһеҙ һанала. Әммә тропик циклон тыуҙырған ҡойма ямғырҙар ярҙан 40 км-ға тиклем алыҫыраҡта һыу баҫыуға килтереүе мөмкин. Тропик циклондарҙың кешегә тәьҫире бик кире булһа ла, байтаҡ һыу ҡоролоҡто туҡтатырға мөмкин. Тропик циклондар тропик киңлектәрҙән уртаса киңлектәргә ҙур күләмдә энергия ташый, был атмосфера әйләнешенең глобаль процестарының мөһим өлөшөнә әйләндерә. Улар ярҙамында Ер өҫтөнөң төрлө өлөштәрендә температура айырмаһы кәмей, был планетаның бөтә ерендә уртаса климатҡа эйә булыу мөмкинлеген бирә.

Күп кенә тропик циклондар атмосфераның көсһөҙ тулҡынланыуынан уңайлы шарттарҙа барлыҡҡа килә, уларҙың килеп сығыуына Мадден-Джулиан осцилляцияһы, Эль-Ниньо һәм Төньяҡ Атлантик осцилляцияһы кеүек йоғомталар йоғонто яһай. Башҡа циклондар, бигерәк тә субтропик циклондар, барлыҡҡа килеп, үҫешкән һайын тропик циклондар үҙенсәлектәренә эйә була ала. Барлыҡҡа килгәндән һуң тропик циклондар өҫтөн булған елдәр тәьҫире аҫтында хәрәкәт итә; шарттар уңайлы булып ҡалһа, циклон көс ала һәм уртала күҙе менән үҙенә генә хас өйөрмә төҙөлөшөн барлыҡҡа килтерә. Шарттар уңайһыҙ булһа йәки циклон ер өҫтөнә сыҡһа, ярайһы уҡ тиҙ тарҡала.

Төҙөлөшө

үҙгәртергә
 
Тропик циклондың төҙөлөшө[1]

Тропик циклондар — ғәҙәттә, диаметры яҡынса 320 км, атмосфера баҫымы бик түбән булған үҙәк район тирәләй спираль буйынса иҫкән елдәре булған ярайһы уҡ дөрөҫ формалағы компактлы дауылдар. Кориолис көсө арҡаһында елдәр баҫым градиенты йүнәлешенән тайпылалар һәм төньяҡ ярымшарҙа сәғәт уғына ҡаршы, ә көньяҡ ярымшарҙа сәғәт теле буйлап өйөрөләләр.

Төҙөлөшө буйынса тропик циклонды өс концентрик өлөшкә бүлергә була. Тышҡы өлөшө 30-50 км радиаль киңлеккә эйә. Был зонала циклон үҙәгенә яҡынлашҡан һайын елдең тиҙлеге арта. Күҙ стенаһы тип аталған урта өлөшөнә елдең юғары тиҙлеге хас. Диаметры 30-60 км булған үҙәк өлөшө күҙ тип атала — бында ел тиҙлеге кәмей, һауа хәрәкәте яй, күк йөҙө йыш ҡына асыҡ була[2].

 
2003 йылғы Изабель ураганы, МКСтан төшөрөлгән фото — тропик циклондарға хас күҙҙе, күҙ кәртәһен һәм уратып алған ямғыр һыҙаттарын асыҡ күрергә була.

Күҙ тип һауа аҫҡа төшкән циклондың үҙәк өлөшөн йөрөтәләр. Әгәр циклон сағыштырмаса көслө икән, күҙе лә ҙур һәм тыныс һауа торошо һәм аяҙ күк йөҙө күҙәтелә, әммә диңгеҙҙәге тулҡындар тик ҙур ғына була алалар[3]. Тропик циклондың күҙе, ҡағиҙә булараҡ, дөрөҫ түңәрәк формала була, уның ҙурлығы 3 км-ҙан алып 370 км-ға тиклем диаметрҙа[4][5] булыуы мөмкин, әммә йышыраҡ диаметры — яҡынса 30-60 км[2]. Ҙур өлгөргән тропик циклондарҙа күҙ ҡайһы берҙә юғарыға һиҙелерлек киңәйә. Был күренеште «стадион эффекты» тип атайҙар — күҙҙең эске яғынан күҙәтһәң, уның стенаһы стадион трибунаһының формаһын хәтерләтә[6].

Тропик циклондарҙың күҙенә бик түбән атмосфера баҫымы хас, нәҡ ошонда ер өҫтө кимәлендә атмосфера баҫымының рекордлы минимум була(Тип тайфунында[7] 870 гПа (870 миллибар йәки 652 миллиметр)). Бынан тыш, башҡа төр циклондарҙан айырмалы рәүештә, һәр ваҡыт циклондан ситтәге бер үк бейеклектә булған һауанан ҡарағанда тропик циклондар һауаһы йылыраҡ[8].

Көсһөҙ тропик циклондың күҙе өлөшләтә йәки тулыһынса болоттар менән ҡапланған булырға мөмкин, уларҙы үҙәк ҡуйы болот япмаһы тип атайҙар[9]. Был зонаға, көслө циклон күҙенән айырмалы рәүештә, көслө йәшен әүҙемлеге хас[10].

Күҙ стенаһы

үҙгәртергә

Күҙ стенаһы тип, күҙҙе уратып алған йәшенле тығыҙ болоттар ҡулсаһы. Бында болоттар циклон эсендә иң бейек нөктәһенә етә (диңгеҙ кимәленән 15 км-ға тиклем), ә яуым-төшөм һәм елдәр ныҡ көслө. Әммә ел максималь тиҙлегенә һыу/ҡоро ер өҫтөндә түбән бейеклектә (ғәҙәттә 300 м самаһы)][2] етә. Нәҡ күҙ стенаһының билдәле бер урындан үтеүе иң ҙур емереклектәргә килтерә[3].

Иң көслө циклондар (ғәҙәттә 3 һәм унан да юғарыраҡ категориялы) күҙ стеналарын алмашыуының бер нисә циклы менән һыҙатлана. Шул ваҡытта күҙҙең иҫке стенаһы 10-25 км-ға тиклем тарҡала, ә уны яңы, ҙурыраҡ диаметр менән алмаштырып, яйлап иҫкеһен алмаштырған күҙ барлыҡҡа килә. Күҙ стенаһының алмашыуының һәр циклында циклон көсһөҙләнә (йәғни күҙ стенаһы эсендәге елдәр көсһөҙләнә, күҙҙең температураһы түбәнәйә), әммә күҙҙең яңы стенаһы барлыҡҡа килгәс тә ул тиҙ арала элекке тиҙлектәренә етә[11].

Тышҡы өлкәһе

үҙгәртергә

Тропик циклондың тышҡы өлөшө ямғыр һыҙаттарына (аҡрынлап циклон үҙәгенә табан хәрәкәт итеп күҙ стенаһына ҡушылған ҡуйы йәшенле болоттары һыҙаттары) ойошторолған. Шул уҡ ваҡытта ямғыр һыҙаттарында, күҙ стенаһындағы кеүек, һауа күтәрелә, ә улар араһындағы арауыҡта, түбән болоттарҙан азат ителгән урында, һауа төшә. Әммә периферияла барлыҡҡа килгән әйләнеш күҙәнәктәре үҙәк күҙәнәктекенә ҡарағанда һайыраҡ һәм түбәнерәк бейеклеккә етәләр.

Тропик циклондарҙың үлсәмдәре[12]
ROCI Тип
2 градус киңлеккә тиклем Ныҡ бәләкәс / кәрлә
2-3 градус киңлек Бәләкәс
3-6 градус киңлек Уртаса
6-8 градус киңлек Ҙур
8 градус киңлектән күберәк Ныҡ ҙур
 
Тропик циклондарҙың сағыштырмаса үлсәмдәре: АҠШ территорияһы өҫтөндәге «Тип» тайфуны һәм «Трейси» циклоны
Сағыштырмаса үлсәмдәре Тип тайфуны, Трейси циклоны АҠШ территорияһы менән

Циклон ергә барып еткәс, күҙ стенаһы тирәһендәге ямғыр һыҙаттары урынына һауа ағымы нығыраҡ туплана, сөнки ер өҫтөндә ыҙғышыу көсәйә. Яуым-төшөм һиҙелерлек арта, ҡайһы берҙә тәүлегенә 250 мм-ға етә[2].

Механизмы

үҙгәртергә
 
Тропик циклонда конвекция йүнәлештәре[ [13]

Тропик циклон энергияһының төп сығанағы булып парға әйләнеү энергияһы тора, ул һыу парының конденсацияһы барышында бүленеп сыға. Үҙ сиратында океан һыуының парға әйләнеүе ҡояш радияцияһы тәьҫирендә бара. Шулай итеп, тропик циклон ҙур йылылыҡ машинаһы булараҡ күҙ алдына килтерергә мөмкин, уның эшләүе өсөн Ерҙең әйләнеүе һәм тартылышы талап ителә[14]. Метеорологияла тропик циклон мезошкалала көслө йылылыҡ һәм дым сығанағы булғанда барлыҡҡа килгән конвекция системаһының бер төрө булараҡ тасуирланған.

Йылы дымлы һауа башлыса циклондың күҙ стенаһы эсендә, шулай уҡ башҡа ямғырҙар һыҙаттарында ла күтәрелә. Был һауа күтәрелгән һайын киңәйә һәм һыуына, уның сағыштырмаса дымлылығы тағы ла нығыраҡ арта, һөҙөмтәлә йыйылған дымлылыҡтың күп өлөшө конденсирлана һәм ямғыр рәүешендә яуа. Тропопаузаға тиклем һауа күтәрелеүен һәм һыуыныуын, дым юғалтыуын дауам итә, артабан ул бөтә дымын юғалта һәм бейеклек менән һыуыныуҙан туҡтай. Һыуынған һауа кире океан өҫтөнә төшә, унда тағы дымлана һәм яңынан күтәрелә. Уңайлы шарттарҙа йәлеп ителгән энергия был процесты алып барыуға киткән сығымдарҙан артып китә, артыҡ энергия өҫкә күтәрелгән һауа күләмен, ел тиҙлеген арттырыуға һәм конденсация процесын тиҙләтеүгә тотонола, йәғни ыңғай кире бәйләнеш булдырыуға килтерә[15]. Шарттар уңайлы булып ҡалһын өсөн, тропик циклон дым биргән йылы океан өҫтөндә булырға тейеш; ер урыны аша циклон үткәндә уның был сығанаҡҡа инеү мөмкинлеге булмай һәм уның көсө бик тиҙ кәмей[16]. Ерҙең әйләнеүе кориолис эффекты һөҙөмтәһендә конвекцион процесҡа өйрөлөү өҫтәй.

 
Мексика ҡултығында Катрина һәм Рита урагандары үтеү һөҙөмтәһендә океан өҫтөндәге температураның төшөүе

Тропик циклондар механизмы башҡа атмосфера процестары механизмынан ныҡ айырыла, сөнки ул тәрән конвекция талап итә, йәғни бейеклектең ҙур диапазонын эләктерә[17]. Шул уҡ ваҡытта, башлыса ҡалынлығы 1 км-ға тиклем сикләнгән ер өҫтөндәге ҡатламда горизонталь елдәр менән һауа ағыштары океан өҫтөнән тропопаузаға тиклем бөтә араны тиерлек биләй[18], ә тропик райондарҙа тропосфераның ҡалынлығы 15 км-ға еткән ҡалған өлөшө конвекция өсөн ҡулланыла. Әммә тропосфера юғары киңлектәрҙә йоҡараҡ, ә ҡояштың йылылығы ла аҙ, был тропик циклондар өсөн уңайлы шарттар зонаһын тропик бүлкәт менән сикләй. Тропик циклондарҙан айырмалы рәүештә, тропиктан тыш циклондар энергияны башлыса уларға тиклем алда булған горизонталь һауа температураһы градиенттарынан ала[17].

Тропик циклондың океан участкаһы өҫтөнән үтеүе, йылылыҡтың һыуҙы парға әйләндереү өсөн китеүе, шулай уҡ өҫкө йылы һәм тәрәндәге һалҡын ҡатламдарҙың әүҙем ҡушылыуы, һалҡын ямғыр һыуҙары яуыуы арҡаһында океандың өҫкө һыуҙар ҡатламының һиҙелерлек һыуыныуына килтерә. Шулай уҡ океандың һалҡынайыуына ҡояш нурҙарынан һыу өҫтөн ҡаплаған ҡуйы болот япмаһы ла йоғонто яһай. Был эффекттар арҡаһында бер нисә көн дауамында циклон океандың билдәле бер өлөшөн үткән саҡта, уның өҫтөндәге температура һиҙелерлек түбәнәйә. Был эффект кире бәйләнешкә килтерә, һәм был тропик циклондың көсөн юғалтыуға килтереүе мөмкин, бигерәк тә ул яй хәрәкәт итһә[19].

Уртаса ҙурлыҡтағы тропик циклонда бүленеп сыҡҡан энергияның дөйөм күләме тәүлегенә яҡынса 50—200 эксаджоуль (1018Дж) йәки 1 ПВт (1015 Вт) тәшкил итә. Был кешелектең һәр төрлө энергияны ҡулланыуынан яҡынса 70 тапҡырға, донъяла электр энергияһы етештереүҙән 200 тапҡырға артығыраҡ һәм һәр 20 минут һайын 10 мегатонлы водород бомбаһы шартлаған энергияһына тап килә[15][20].

Йәшәү циклы

үҙгәртергә

Барлыҡҡа килеү

үҙгәртергә
 
1985 йылдан алып 2005 йылға тиклем бөтә тропик циклондар юлы картаһы

Донъяның тропик циклон әүҙемлеге булған бөтә өлкәләрҙә лә йәй аҙағында, океан өҫтө менән океандың тәрән ҡатламдары араһында температура айырмаһы ҙур булғанда, ул иң юғары нөктәһенә етә. Әммә миҙгелле картиналар бассейнға ҡарап бер ни тиклем айырыла. Бөтә донъя буйынса май — иң әҙ әүҙемлек ай, сентябрь — иң әүҙемле ай, ә ноябрь — бөтә бассейндар бер үк ваҡытта әүҙем булған берҙән-бер ай[21].

Мөһим факторҙар

үҙгәртергә
 
Атмосфераның тотороҡһоҙлоғона килтергән һәм тропик циклондарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән пассат елдәренең яҡынлашыу зонаһының барлыҡҡа килеүе

Тропик циклондарҙың барлыҡҡа килеү процесы әлегә тулыһынса өйрәнелмәгән һәм интенсив тикшеренеүҙәр предметы булып тора[22]. Тропик циклондар барлыҡҡа килһен өсөн, ғәҙәттә, алты фактор айырырға була, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡайһы берҙәре булмаһа ла циклон барлыҡҡа килә ала.

Күп осраҡта тропик циклон барлыҡҡа килеү шарты булып океан һыуының өҫкө ҡатламының 50 метрҙан да кәм булмаған тәрәнлектәге температура 26,5°C тиклем йылыныуы тора[23]. Был уның өҫтөндәге атмосферала тотороҡһоҙлоҡ тыуҙырыу һәм йәшен системаһының барлығын һаҡлау мөмкинлеге биргән өҫкө ҡатлам һыуҙарының минималь етерлек температураһы[24].

Тағы ла бер кәрәкле фактор — һауаның бейеклек менән тиҙ һыуыныуы, был тропик циклондың төп энергия сығанағы булған конденсация энергияһын бүлеп сығарыу мөмкинлеген бирә[23].

Шулай уҡ тропик циклон барлыҡҡа килеү өсөн тропосфераның түбәнге һәм урта ҡатламдарында юғары дымлылыҡ кәрәк. Һауала дымдың күп булыуы тропосфераны тотороҡһоҙландырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра[23].

Тағы ла бер уңайлы шарт — түбән вертикаль ел градиенты, сөнки ҙур ел градиенты циклондың әйләнеш системаһын боҙа[23].

Тропик циклондар ғәҙәттә экваторҙан кәм тигәндә 5 градус киңлектә (Ерҙә — 550 км) алыҫлыҡта барлыҡҡа киләләр — был киңлектә Кориолис көсө елде ситкә тайпылыу һәм атмосфера ҡойонон өйрөлтөр өсөн етерлек көскә эйә[23].

Ниһайәт, тропик циклон барлыҡҡа килеү өсөн, ҡағиҙә булараҡ, түбән атмосфера баҫымы йәки тотороҡһоҙ һауа торошо зонаһы кәрәк[23]. Бындай шарттар Мадден-Джулиан осцилляцияһы менән бәйле түбән кимәлдәге һәм түбән киңлектәге ҡабыныуҙар ярҙамында барлыҡҡа килә ала[25].

Барлыҡҡа килеү райондары

үҙгәртергә

Донъялағы күпселек тропик циклондар экваториаль бүлкәтендә (тропик-ара фронт) йәки уның дауамы булған муссондар — түбән баҫымлы муссон зонаһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килә[26][27][28]. Тропик циклон барлыҡҡа килеү өсөн уңайлы булған райондар шулай уҡ тропик тулҡындар эсендә лә күҙәтелә, унда атлантик циклондарҙың яҡынса 85 % һәм Тымыҡ океандың көнсығышындағы күпселек тропик циклондар барлыҡҡа килә[29][30][31].

Тропик циклондарҙың ҙур өлөшө ике ярымшарҙың 10—30 градус киңлегендә барлыҡҡа киләләр, ә бөтә тропик циклондарҙың 87 проценты экваторҙан 20 градус киңлектән алыҫтан түгел[32][33]. Экваториаль зонала Кориолис көсө булмау сәбәпле, тропик циклондар экваторҙан 5 градусҡа яҡыныраҡ бик һирәк барлыҡҡа килә, әммә был хәл ҡайһы бер саҡ була, мәҫәлән, 2001 йылда Вамэй тропик дауылы һәм 2004 йылда Агни циклоны[34][35].

Формалашыу ваҡыты

үҙгәртергә

Атлантик океандың төньяғында тропик циклондар миҙгеле 1 июндән 30 ноябргә тиклем дауам итә, август аҙағында һәм сентябрь айҙарында иң юғары нөктәһенә етә[21]. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бында күпселек тропик циклондар яҡынса 10 сентябрь тирәһендә барлыҡҡа килгән. Тымыҡ океандың төньяҡ-көнсығышында был миҙгел оҙағыраҡ дауам итә, әммә максимум шул уҡ ваҡыттарға тура килә[36]. Тымыҡ океандың төньяҡ-көнбайышында тропик циклондар йыл дауамында барлыҡҡа киләләр, февраль-март айҙарында минимум һәм сентябрь башында максимум була. Һинд океанының төньяғында тропик циклондар йышыраҡ апрелдән декабргә тиклем була, май һәм ноябрь айҙарында ике максимумдары була[21]. Көньяҡ ярымшарҙа тропик циклон миҙгеле 1 ноябрҙән апрель аҙағына тиклем дауам итә, максимум февраль уртаһынан март башына тура килә[21][37].

Тропик циклондар миҙгеле һәм уларҙың әүҙемлеге[21][38]
Бассейн Миҙгел башы Миҙгел аҙағы Тропик дауылдар
(>34 узлов)
Урагандар
(>63 узлов)
ТЦ категориялар 3+
(>95 узлов)
Тымыҡ океандың төньяҡ-көнбайышы апрель январь 26,7 16,9 8,5
Һинд океанының көньяғы ноябрь апрель 20,6 10,3 4,3
Тымыҡ океандың төньяҡ-көнсығышы май ноябрь 16,3 9,0 4,1
Атлантик океандың төньяғы июнь ноябрь 10,6 5,9 2,0
Тымыҡ океандың көньяғы ноябрь апрель 9 4,8 1,9
Һинд океанының төньяғы апрель декабрь 5,4 2,2 0,4

Хәрәкәте

үҙгәртергә

Пассат елдәре менән үҙ-ара тәьҫир итешеү

үҙгәртергә

Ер өҫтөндәге тропик циклондарҙың хәрәкәте, тәү сиратта, глобаль әйләнеш процестары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өҫтөн булған елдәргә бәйле — тропик циклондар был елдәр тарафынан эйәртелеп улар менән бергә хәрәкәт итәләр[39]. Тропик циклондар барлыҡҡа килгән зонала, йәғни ике ярымшарҙың да 20 градус киңлегендә пассат елдәре йәлеп иткән циклондар көнбайышҡа хәрәкәт итәләр.

Төньяҡ Атлантиканың һәм Тымыҡ океандың тропик райондарында пассат елдәре Африка ярҙарынан башлап Кариб диңгеҙен, Төньяҡ Америка аша үтеп, Тымыҡ океандың үҙәк өлөшөндә һүнгән тропик тулҡындар барлыҡҡа килтерәлә[30]р. Был тулҡындар Ерҙең был өлкәләрендә күпселек тропик циклондарҙың килеп сыҡҡан урыны булып тора[29].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. JetStream — Online School for Weather, Национальная метеорологическая служба
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Статья «Tropical cyclone», Encyclopædia Britannica
  3. 3,0 3,1 Национальная метеорологическая служба. Tropical Cyclone Structure. JetStream — An Online School for Weather. Национальное управление океанических и атмосферных исследований (19 октябрь 2005). Дата обращения: 7 май 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  4. Pasch, Richard J.; Eric S. Blake, Hugh D. Cobb III, and David P. Roberts.: Tropical Cyclone Report: Hurricane Wilma: 15–25 October 2005 (PDF). Национальный центр прогнозирования ураганов США (28 сентябрь 2006). Дата обращения: 14 декабрь 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года. 2015 йыл 6 март архивланған.
  5. Lander, Mark A. A Tropical Cyclone with a Very Large Eye (инг.) // Monthly Weather Review (инг.)баш. : journal. — 1999. — Т. 127. — № 1. — С. 137. — DOI:[[DOI:10.1175/1520-0493(1999)127<0137:ATCWAV>2.0.CO;2|10.1175/1520-0493(1999)127<0137:ATCWAV>2.0.CO;2]]
  6. Pasch, Richard J. and Lixion A. Avila Atlantic Hurricane Season of 1996 (инг.) // Monthly Weather Review (инг.)баш. : journal. — 1999. — Т. 127. — № 5. — С. 581—610. — DOI:[[DOI:10.1175/1520-0493(1999)127<0581:AHSO>2.0.CO;2|10.1175/1520-0493(1999)127<0581:AHSO>2.0.CO;2]]
  7. Symonds, Steve. Highs and Lows, Wild Weather, Australian Broadcasting Corporation (17 ноябрь 2003). 23 март 2007 тикшерелгән.
  8. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: What is an extra-tropical cyclone? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 23 март 2007. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  9. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: What is a "CDO"? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 23 март 2007. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  10. American Meteorological Society. AMS Glossary: C. Glossary of Meteorology. Allen Press. Дата обращения: 14 декабрь 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  11. Atlantic Oceanographic and Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: What are "concentric eyewall cycles" (or "eyewall replacement cycles") and why do they cause a hurricane's maximum winds to weaken? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 14 декабрь 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  12. Q: What is the average size of a tropical cyclone? Joint Typhoon Warning Center (2009). Дата обращения: 7 май 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года. 2013 йыл 1 сентябрь архивланған.
  13. Anthropogenic Effects on Tropical Cyclone Activity. Massachusetts Institute of Technology (8 февраль 2006). Дата обращения: 7 май 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  14. Национальная метеорологическая служба. Hurricanes... Unleashing Nature's Fury: A Preparedness Guide (PDF). National Oceanic and Atmospheric Administration (September 2006). Дата обращения: 2 декабрь 2006. Архивировано 26 февраль 2008 года.
  15. 15,0 15,1 NOAA FAQ: How much energy does a hurricane release? Национальное управление океанических и атмосферных исследований (August 2001). Дата обращения: 30 июнь 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  16. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: Doesn't the friction over land kill tropical cyclones? Национальное управление океанических и атмосферных исследований. Дата обращения: 25 июль 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  17. 17,0 17,1 How are tropical cyclones different to mid-latitude cyclones? Frequently Asked Questions. Бюро метеорологии. Дата обращения: 31 март 2006. Архивировано 4 май 2008 года. 2008 йыл 4 май архивланған.
  18. Dr. Frank Marks. Fifth International Workshop on Tropical Cyclones Topic 1 Tropical Cyclone Structure and Structure Change. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory (27 ғинуар 2003). Дата обращения: 23 ноябрь 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  19. Eric A. D'Asaro and Peter G. Black. J8.4 Turbulence in the Ocean Boundary Layer Below Hurricane Dennis (PDF). University of Washington (2006). Дата обращения: 22 февраль 2008. Архивировано из оригинала 28 август 2006 года. 2005 йыл 4 март архивланған.
  20. Hurricanes: Keeping an eye on weather's biggest bullies. University Corporation for Atmospheric Research (31 март 2006). Дата обращения: 7 май 2009. Архивировано из оригинала 25 апрель 2009 года. 2009 йыл 25 апрель архивланған.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: When is hurricane season? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 25 июль 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  22. Ross., Simon. Natural Hazards (билдәһеҙ). — Illustrated. — Nelson Thornes (инг.)баш., 1998. — С. 96. — ISBN 0-7487-3951-3. — ISBN 978-0-7487-3951-6.
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 23,5 Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: How do tropical cyclones form? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 26 июль 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  24. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: Why do tropical cyclones require 27 °C ocean temperatures to form? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 25 июль 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  25. Kazuyoshi Kikuchi, Bin Wang, and Hironori Fudeyasu Genesis of tropical cyclone Nargis revealed by multiple satellite observations (инг.) // Geophysical Research Letters (инг.)баш. : journal. — 2009. — Т. 36. — С. L06811. — DOI:10.1029/2009GL037296
  26. Fritz Korek. Marine Meteorological Glossary. Marine Knowledge Centre (21 ноябрь 2000). Дата обращения: 6 май 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года. 2008 йыл 11 декабрь архивланған.
  27. Formation of Tropical Cyclones (недоступная ссылка — история). Philippine Atmospheric, Geophysical and Astronomical Services Administration (2008). Дата обращения: 6 май 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года. 2011 йыл 17 октябрь архивланған.
  28. DeCaria, Alex. Lesson 5 – Tropical Cyclones: Climatology. ESCI 344 – Tropical Meteorology. Millersville University (2005). Дата обращения: 22 февраль 2008. Архивировано 7 май 2008 года. 2008 йыл 7 май архивланған.
  29. 29,0 29,1 Lixion Avila, Richard Pasch; Lixion A. Atlantic tropical systems of 1993 (инг.) // Monthly Weather Review (инг.)баш. : journal. — 1995. — Т. 123. — № 3. — С. 887—896. — DOI:[[DOI:10.1175/1520-0493(1995)123<0887:ATSO>2.0.CO;2|10.1175/1520-0493(1995)123<0887:ATSO>2.0.CO;2]]
  30. 30,0 30,1 Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: What is an easterly wave? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 25 июль 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  31. Chris Landsea A Climatology of Intense (or Major) Atlantic Hurricanes (инг.) // Monthly Weather Review (инг.)баш. : journal. — 1993. — Т. 121. — № 6. — С. 1703—1713. — DOI:[[DOI:10.1175/1520-0493(1993)121<1703:ACOIMA>2.0.CO;2|10.1175/1520-0493(1993)121<1703:ACOIMA>2.0.CO;2]]
  32. Neumann, Charles J. Worldwide Tropical Cyclone Tracks 1979-88 (недоступная ссылка — история). Global Guide to Tropical Cyclone Forecasting. Бюро метеорологии. Дата обращения: 12 декабрь 2006. Архивировано 22 июнь 2012 года. 2012 йыл 29 февраль архивланған.
  33. Tropical Cyclones and Global Climate Change: A Post-IPCC Assessment. National Oceanic and Atmospheric Administration (8 октябрь 2002). Дата обращения: 7 май 2009. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  34. Monthly Global Tropical Cyclone Summary, December 2001 (недоступная ссылка — история). Gary Padgett. Australian Severe Weather Index. Дата обращения: 6 май 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года.
  35. Annual Tropical Cyclone Report 2004. Joint Typhoon Warning Center (2006). Дата обращения: 6 май 2009. Архивировано 7 июнь 2011 года. 2011 йыл 7 июнь архивланған.
  36. McAdie, Colin. Tropical Cyclone Climatology. Национальный центр прогнозирования ураганов США (10 май 2007). Дата обращения: 9 июнь 2007. Архивировано 23 июнь 2012 года. 2007 йыл 13 декабрь архивланған.
  37. Tropical Cyclone Operational Plan for the Southeastern Indian Ocean and the South Pacific Oceans. World Meteorological Organization (10 март 2009). Дата обращения: 6 май 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года.
  38. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: What are the average, most, and least tropical cyclones occurring in each basin? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 30 ноябрь 2006. Архивировано 23 июнь 2012 года.
  39. Atlantic Oceanographic and Meteorological Laboratory, Hurricane Research Division. Frequently Asked Questions: What determines the movement of tropical cyclones? National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 25 июль 2006. Архивировано 23 июнь 2012 года.