Дауыл
Дауыл (шторм) — Ер шарының төрлө өлкәләрендә төрлө сәбәптәр менә барлыҡҡы килгә көслө ел, шулай уҡ диңгеҙҙәге тулҡынланыуҙар. Төрлө сығынаҡар буйынса, ер өҫлөгөндә ел тиҙлеге (стандарт буйынса ер өҫтөнөн 6 — 12 м бейеклектә үлсәйҙәр) 15—20 м/с (21-25 м/с йәки 75-88 км/сәғ). Ҡар, ҡом һәм һыу дауылы булыуы мөмкин. Дауыл ваҡытында ел тиҙлеге ураган ваҡындағынан кәмерәк. Әммә дауыл ваҡытында ҡар һәм саң күсерелә. Был ауыл хужалығына, юл хеҙмәтенә һәм башҡа тармаҡтарға зыян килтерә.

СәбәптәреҮҙгәртергә
Дауылда барлыҡҡа килтереү сәбәптәре:
Бофорт шкалаһы буйынса дауыл һәм урагандарҮҙгәртергә
Бофорт шкалаһы буйынса ел тиҙлеге 20 м/с-тан артыҡ булғанда дауыл тип атала, ел тиҙлеге 32.6 м/с-тан артыҡ (12 балл) булғанда ураган тип атала. Шулай уҡ был шкала буйынса бүленә:
- ел 24,5-28,4 м/с (10 балл) тиҙлегендә көслө дауыл;
- ел 28,5-32,6 м/с (11 балл) тиҙлегендә ҡаты дауыл.
Тропик циклондары — урагандарҮҙгәртергә
Тар мәғәнәлә, ураган тропик циклон тигәнде аңлата. Циклондар, барлыҡҡа килгән урыны буйынса түбәндәгесә бүленә:
- Субтропик шторм
- Тропик шторм
- Ураган (Атлантик океанда)
- Тайфун (Тымыҡ океанда)
Тропик циклонда ел тиҙлеге 60 км/сәғ артыҡ булһа, ураганға исем бирелә.
Ҡар бурандарыҮҙгәртергә
Америка ғалимдары билдәләгәнсә, төньяҡ киңлектәр өсөн, тиҙлеге 15 м/с (56 км/сәғ) артыҡ булған ҡышҡы елде дауыл тип атарға була. Был ваҡытта температура −7 °C-тан түбәнерәк була. Ҡар дауылы территорияһы бик киң булыуы мөмкин.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Броунов П. И. Бури // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)