Деколонг Иван Александрович

Иван (Иоганн) Александрович Деколонг (Клапье-де-Колонг, Colongue de Clapier) (1716—1789) — Себер сик линияһы ғәскәрҙәренең командующийы (1771 йылдан), генерал-поручик.

Деколонг Иван Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1716
Тыуған урыны Мәскәү, Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө 1789
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Онтика[d]
Атаһы Александр Клапье-де-Колонг[d]
Нәҫеле Клапье де Колонг[d]
Уҡыу йорто Военно-космическая академия имени А. Ф. Можайского[d]
Хәрби звание генерал-поручик[d]
Һуғыш/алыш Ете йыллыҡ һуғыш һәм 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы менән «Лифляндия шляхтарынан», Андалузия француз күскенселәре нәҫеленән. Александр Клапье-де-Колонгтың һәм Анна София Кадендың улы[1]. 1733 йылда хәрби хеҙмәткә инә, инженер частарында — кесе офицер, 1740—1744 йылдарҙа Петербург шляхта кадет ғәскәрендә уҡый, уҡыу йортонан «һаулығы насар булыу һәм фәндәргә һәләтлеге булмау сәбәпле» сығарыла. Һуңынан Деколонг хәрби-инженер ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүен дауам итә, Төньяҡ Кавказда Кизляр сик буйы дистанцияһында ҡәлғәләр төҙөүҙә ҡатнаша. 1757—1763 йылғы Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, 1759 йылда — полковник, 1763 йылда — генерал-майорчинына лайыҡ була. Шул ваҡыттан Ишем һәм Тубыл дистанцияларында комендант булып хеҙмәт итә, 1768—1771 йылдарҙа поляк конфедераттарына ҡаршы урыҫ экспедицион корпусының хәрби ғәмәлдәрендә ҡатнаша. Екатерина II 1771 йылдың 30 майындағы Указына ярашлы Деколонг Себер корпусының командиры итеп тәғәйенләнә һәм уға генерал-поручик дәрәжәһе тапшырыла.

1773 йылдың октябрь уртаһында Деколонг Себер гарнизон командаларын Ырымбур губернаһына Пугачев ихтилалын баҫтырыуға ебәреү менән шөғөлләнә. 1774 йылдың ғинуар башында ул үҙе ике еңел ялан команда (бөтәһе 1200 кеше тирәһе) менән Силәбегә табан юлға сыға, әммә Пугачев отрядтарына ҡаршы бик уңышһыҙ һуғыша һәм ҡаланы ҡалдырып китергә һәм һуғыша-һуғыша Себергә сигенергә мәжбүр була. Февраль — апрель башында уның ғәскәрҙәре Урал аръяғында һәм Көнбайыш Себерҙә баш күтәреүселәрҙең ҡаршылыҡ усаҡтарын баҫтырыуға өлгәшә.

Апрель уртаһынан Деколонг Ырымбур губернаһының көнсығыш өлөшөндә ихтилалсыларға ҡаршы карателдәр рейдтарын үткәрә, әммә үҙенең ғәҙәтендә — яй һәм инициативаһыҙ, шуға күрә Хәрби коллегияла уны вазифһынан бушатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыла. 1774 йылдың 21 майында Троицк ҡәлғәһе янындағы алышта Пугачев ғәскәренә һиҙелерлек зарар килтергәндән һуң уның хәрби репутацияһы бер аҙ нығына һәм ул үҙ вазифаһында ҡалдырыла.

Екатерина Икенсенең 1777 йылдың 28 майындағы указына ярашлы Деколонг отставкаға ебәрелә. Тыуған яғында, Эстляндия губернаһының Онтика ҡалаһында, вафат була һәм шунда ерләнә.

Пушкин «Пугачев тарихына» архив әҙерләмәләрендә, текстың үҙендә һәм ҡулъяҙмаларында генералды телгә ала. П. И. Рычковтың «Йылъяҙмаларында» һәм М. Н. Пекарскийҙың яҙмаларында Деколонг тураһында мәғлүмәттәр бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Деколонг, Иван // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.