Титов Андрей Алексеевич
Титов Андрей Алексеевич (24 июнь 1905 йыл — 8 ноябрь 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының танкыларға ҡаршы ҡоралы (ПТР) наводчигы. Гвардия ефрейторы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Титов Андрей Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 24 июнь 1905 |
Тыуған урыны | Кызыл-Суу[d], Пржевальский уезд[d], Семиреченская область[d], Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 8 ноябрь 1981 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Кызыл-Суу[d], Джети-Огузский район[d], Эҫеккүл өлкәһе[d], Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Кызыл-Суу[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАндрей Алексеевич Титов 1905 йылдың 24 июнендә Ҡырғыҙстандың Иссыҡ-Күл өлкәһе Ете-Уғыҙ районы Покровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1946 йылдан — ВКП (б) ағзаһы. Милләте урыҫ. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Колхозда эшләй.
Ҡыҙыл Армияла — 1942 йылдан. 1942 йылдың октябренән — хәрәкәт итеүсе армияла.
60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының ПТР наводчигы гвардия ефрейторы Андрей Титов 1943 йылдың 28 сентябрендә Гомель өлкәһендәге Брагин районында (Белоруссия) Днепр аша беренселәрҙән булып сыға. Вялье ауылы өсөн барған алышта ҡыйыу бронебойщик өс дошман пулемёт нөктәһен юҡҡа сығара, ә 1943 йылдың 30 сентябрендә Галки ауылы тирәһендә штурм орудиеһын ҡыйрата.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Титов Андрей Алексеевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.[1]
1945 йылда Титов демобилизациялана. Ҡырғыҙстанға — тыуған ауылына ҡайта, унда колхоз рәйесе булып эшләй. 1981 йылдың 8 ноябрендә вафат була. Покровка ауылында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1944),
- Ленин ордены,
- 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Покровка ауылында Герой иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ ҡуйылған.
- А. А. Титовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Их подвиг будет жить в веках / под ред. А. Карыпкулова. — 1. — Фрунзе: Институт истории партии при ЦК Компартии Киргизии, 1985. — 322 с.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
- Санников В. В., Семенков В. Н. Герои Советского Союза — киргизстанцы. Фрунзе, 1963.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Андрей Алексеевич Титов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июнь 2014.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.