Тимербулат
Тимербулат — ғәрәп сығанаҡлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәТимербулат — «тимер» һәм «булат» һүҙҙрен ҡушып яһалған ҡушма исем. Ныҡлыҡ билдәһен аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәТимербулат Имашев (Булат Имашев) (27 февраль 1908 йыл — 12 апрель 1946 йыл) — театр актёры һәм режиссёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
Тимербулат Каримов (2 ноябрь 1974 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, Иваново өлкәһенең Плёс ҡала Советы рәйесе, "Мостай Кәрим фонды"н ойоштороусыларҙың береһе, күренекле башҡорт яҙыусыhы Мостай Кәримдең ейәне. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2018).
Фамилияларҙа
үҙгәртергәТимербулатов Вил Мамил улы (1 июнь 1952 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. профессор, медицина фәндәре докторы (1989), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Петр Фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (3-сө һәм 4-се саҡырыштарында), Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры (1994—2011).
Тимербулатов Мәхмүт Вил улы (24 ғинуар 1974 йыл) — ғалим-хирург, проктолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2018), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2004).Рәсәй хирургтар йәмғиәте һәм Рәсәй эндоскопик хирургтар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы хирургтар ассоциацияһы Президиумы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2007), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты.
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы (3 сентябрь 1951 йыл) — журналист, ғалим, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә Матбуғат министры (1991—1994, 2000—2004). «Китап» нәшриәте (2005—2012) һәм Дәүләт китап палатаһы директоры. Философия фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2004), Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009) лауреаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |