Думбыра, шулай уҡ думбра - татар халҡының ҡыллы ҡыҫылма уйын ҡоралы[1]. Шулай ҙа ҡырғыҙҙа (кумуз), казактарҙа (домбыра), үҙбәктәрҙә (дутар), калмыктарҙа (домро крезь), чуваштарҙа (тăмра), башкорттарҙа һәм башҡа туған төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтендә урын алған.

Татар думбыраһы
Классификация

кыллы чиртмә

Тасуирлау

үҙгәртергә

Татар думбыраһының муйыны ҡаҙаҡҡа ҡарағанда ҡыҫҡа һәм ҡойроҡтар һаны икеләтә.

Думбраға оҡшаш уйын ҡоралдары Сибир, Урта Азия һәм Үҙәк Азия, Көнсығыш Европа халыҡтары араһында таралған. Думбра кеүек уйын ҡоралы төрки, славян, фин-уғыр этностары араһында мөһим урын биләй[1].

Мәжүси осорҙарҙан менән думбыра халыҡ тарафынан яратып ҡулланылған.[2] Күп осраҡта думбыра уйнаусы оҫталар әкиәтселәр булып киткән. Алтын Урҙа һәм Ҡазан ханлығы дәүерендә хан-вазир һарайҙарында хикәйәтселәр һәм бәет һөйләүселәр араһында киң таралған уйын ҡоралы булған[3]. Был талантлы кешеләрҙең исемдәренең береһе беҙгә билдәле. Ул Һарай, Ҡазан ҡалаларында ижад иткән Хәсән Ҡәйге[4]. Был осорҙа татарҙарҙа көслө думбыра оҫталары мәктәбе барлыҡҡа килеүе фараҙ[5].

Ҡазан ханлығы емерелеү менән, думбыра халыҡ оҫталарында ғына ҡала. Әммә шул ваҡыттан алып урыҫ халҡында балалайка формаһында киң тарала башлай[5]. Татар думбыраһының һуңғылары XX быуат башында ҡулланыла. Был йәһәттән беҙгә Вафа Бәхтиәров һәм Солтан Габашиҙың хәтирәләре билдәле.[6]


Аючылар авыл халкын җыяр өчен барабан суга, быргы кычкыртып йөри булганнар. Халык җыелып беткәч, аючылар аюларын думбыра сугып, төрле такмаклар әйтеп биетәләр. Курайчылар курай уйнап, думбырачылар думбыра сугып яшь киленнәрдән көлеп, чәнчеп, такмаклар әйтә булганнар. Аю биетеп йөрүчеләр дурт-биш кеше булып, араларында курайчы, думбырачы, җырчы, такмакчы, көлдерүчеләре була.

Әхмәтвафа Бәхтияров, бала саҡ хәтирәләре (XIX быуаттың уратаһы)[7]

  Аючылар авыл халкын җыяр өчен барабан суга, быргы кычкыртып йөри булганнар. Халык җыелып беткәч, аючылар аюларын думбыра сугып, төрле такмаклар әйтеп биетәләр. Курайчылар курай уйнап, думбырачылар думбыра сугып яшь киленнәрдән көлеп, чәнчеп, такмаклар әйтә булганнар. Аю биетеп йөрүчеләр дурт-биш кеше булып, араларында курайчы, думбырачы, җырчы, такмакчы, көлдерүчеләре була
Әхмәтвафа Бәхтияров, балачак хатирәләре (XIX гасырның уртасы)[8]
 

Думбыраны тергеҙеү

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
Татар думбыраһы рекоструциялары: 1) Т. Ялсығол 2) Г.Макаров
  https://tt.wikipedia.org/wiki/Файл:Думбыра.тат.png

XX быуат башында думбыра татар халҡының йәшәйешенән юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Уйын ҡоралын ҡайтарыуға ҙур тырышлыҡ һалған шәхес - Нәкый Исәнбәт. "Татар халҡының серҙәре" һәм 3-томлы "Татар халыҡ мәҡәлдәре" йыйынтыҡтарының инеш мәҡәләләрендә ул татар халҡында ҡулланылған думбыраға ҙур әһәмиәт бирә[1]. Был ҡарашын татар әкиәттәре, мәҡәлдәренән, табышмактарынан һәм әйтемдәренән миҫалдар килтереп иҫбатлай[1].

Уйын ҡоралын татар халҡына ҡайтарыуға ҙур өлөш индергән икенсе шәхес - М.Ниғмәтҗанов[9]. XVIII-XIX быуаттарҙа рус сәйәхәтселәренең яҙмаларына таянып, фольклор белгесе думбыра уйын ҡоралының татарҙарҙа киң ҡулланылуын иҫбатлай. Татар думбыраһын тергеҙеү эшендә Т.Ялчиголдың исемһеҙ трактатында бирелгән һүрәттәр ҙур урын уйнай.[10] Был һүрәттәр нигеҙендә Г.Макаров үҙенең реконструкция вариантын эшләй[11].

Татар халыҡ мәҡәлдәрен

үҙгәртергә
  • ««Аңлағанға себен тауышы ла саз, аңламағанға думбра тауышы ла әҙ»
  • «Думбырасы думбырасыны күрһә, ҡылы өҙөлә, ти»
  • «Туйҙа думбыраға думбыра менән, туҡмаҡҡа туҡмаҡ менән ҡайтаралар»
  • «Думбыра туй булған өйгә килеп етәсәк»
  • «Ни думбыра белмәгән, Ни һыҙғыра белмәгән»
  • «Ҡыҙыңды үҙ иркенә ҡуйһаң, думбырасыға барыр»
  • «Туй үткәс, думбыра ҡаҡмайҙар»[12]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Исәнбәт Н. Татар халыҡ мәҡәлдәре. Өс томда. - 1 т . - Ҡазан, 1959.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Макаров Г. М. Домбра татар Среднего Поволжья. Страницы истории татарской музыкальной культуры. — Казань, 1991. - С.6.
  2. Макаров Г. М. Домбра татар Среднего Поволжья. Страницы истории татарской музыкальной культуры. — Казань, 1991. - С.9.
  3. Макаров Г. М. Домбра татар Среднего Поволжья. Страницы истории татарской музыкальной культуры. — Казань, 1991. - С.10.
  4. Макаров Г. М. Домбра татар Среднего Поволжья. Страницы истории татарской музыкальной культуры. — Казань, 1991. - С.11.
  5. 5,0 5,1 Макаров Г. М. Домбра татар Среднего Поволжья. Страницы истории татарской музыкальной культуры. — Казань, 1991. - С.20.
  6. Габяши С. Моя краткая (музыкальная) биография (рукопись) хранится в архиве ИЯЛИ им.Г.Ибрагимова. Ф.60, оп.1.
  7. Бахтияров В. Аю биетеп йөрүчеләр. (Письменные воспоминания об этнографии татар мишарей Симбирской губ. сер. XIX в.) - хранятся е личном архиве археографа М.Ахмедзянова.
  8. Бахтияров В. Аю биетеп йөрүчеләр. (Письменные воспоминания об этнографии татар мишарей Симбирской губ. сер. XIX в.) - хранятся е личном архиве археографа М.Ахмедзянова.
  9. Нигмедзянов М. Народная музыка (очерк) / / Татары Среднего Поволжья и Приуралья. - М., 1967.
  10. Монасыпов Ш. Сызылып моң чыкканда // Казан утлары, 1977. - №2 - С .158.
  11. Макаров Г. М. Домбра татар Среднего Поволжья. Страницы истории татарской музыкальной культуры. — Казань, 1991. - С.23.
  12. Исәнбәт Н. Татар халык мәкальләре. Өч томда. - 1 т . - Казан, 1959.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә