Сәхил[1] (ғәр. ساحل‎, сәхил, «яр», «яр буйы» йәки «сик» тип тәржемә ителә) — Африканың төньяҡта Сахара сүле һәм көньяҡта Судан саванналары менән сикләнгән биогеографик зона. Атлантик океандан Ҡыҙыл диңгеҙгә тиклем һуҙылған һәм Африка Төбәге Судан (дәүләт менән бутамаҫҡа Судан) тигән атама менән билдәле. Ун ике илде һәм 300 млн халыҡты (2018) үҙ эсенә ала[2]. «Был Атлантик океандан Ҡыҙыл диңгеҙгә тиклем һуҙылған меңәрләгән саҡрым саванна һәм ярым ҡоролоҡло яландар»[2].

Сәхил
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-ha" does not exist.
Рәсем
Этнохороним saheliano, saheliana, Sahelian, Sahelano, sahélien, sahélienne, saheliano һәм saheliana
Дәүләт  Мавритания
 Мали
 Сенегал
 Буркина-Фасо
 Нигер
 Чад
 Нигерия
 Камерун
 Үҙәк Африка Республикаһы
 Көньяҡ Судан
 Мысыр
 Эритрея
 Судан
 Алжир
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Африка
Сиктәш Төньяҡ Африка, Ҡара Африка, Атлантик океан, Суэцкий залив[d] һәм Ҡыҙыл диңгеҙ
Ҡайҙа өйрәнелә Sahel studies[d]
Урынлашыу картаһы
Схематичная иллюстрация
Вид с воздуха
Карта
 Сәхил Викимилектә

2014 йылдан Сәхил дәүләттәренең эшмәкәрлеген координациялау өсөн халыҡ-ара «Сәхил бишлеге» төбәк берекмәһе эшләй, уға Буркина-Фасо, Мавритания, Мали, Нигер һәм Чад инә.

Географияһы

үҙгәртергә

Сәхил Атлантик океандан көнбайышта 3900 км, көнсығышта Ҡыҙыл диңгеҙгә тиклем һуҙылған,3 053 200 км² тигеҙ майҙанды ҡаплай. Ул — ярым ҡоролоҡло баҫыуҙар, саванналар экотөбәге. Бөгөн Сәхил зонаһында Сенегал, Мавритания, Мали, Алжир, Буркина-Фасо, Нигер, Нигерия, Камерун, Чад, Судан и Эритрея кеүек дәүләттәрҙең биләмәләре урынлашҡан.

Тарихи яҡтан Сәхил сүл аша сауҙанан табыш алған һәм «Сәхәл короллектәре» булараҡ билдәле короллектәрҙең тыуған иле булған.

Сәхил тропик һәм эҫе климатлы, яуым-төшөм һәм температура көслө миҙгелле үҙгәрештәр кисерә. Сәхилдә йылына яҡынса 200—600 мм, майҙан сентябргә тиклем (муссондар сезоны), башлыса көслө, әммә ҡыҫҡа ямғырҙар рәүешендә яуым-төшөм була.

Был төбәк планетаның иң эҫе майҙаны булараҡ билдәле. Уртаса айлыҡ йәйгеһен температура 33—36 °C , 18—21 °C араһында тирбәлә. Ҡыш буйына Сахаранан эҫе ҡоро ел иҫә һәм ҡом дауылдарына килтергеләй .

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Бөйөк йәшел стена

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 325.
  2. 2,0 2,1 В африканском регионе Сахель потепление происходит в быстрее, чем в остальном мире | Новости ООН. news.un.org. Дата обращения: 31 июль 2022. Архивировано 16 февраль 2022 года.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.