Викидатала элемент юҡ

Сәриә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Сәриә исеме бар.

Этимологияһф

үҙгәртергә

Сәриә (Миңлесәриә) исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, «бәхетле», «миңле», «шишмә», «шат йыр», «аҫыл», «затлы» тигән мәғәнәләргә эйә.[1]Бала бәхетле, шишмә кеүек шат йырлы ғүмерле, аҡыллы, аҫыл зат булып үҫеүен теләп ҡушылған.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (15 декабрь 1935 йыл — 27 ғинуар 1995 йыл) — табип, йәмәғәтсе. 1959 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һының медицина-санитария часы һәм ҡала дауаханаһы табибы. Ишембайҙың 10-сы саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.

Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (24 декабрь 1924 йыл — 25 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).

Мәһәҙиева Сәриә Сәмиғулла ҡыҙы (1926—2011), журналист. 1971—2006 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире һәм бүлек мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылынан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Сәриә» — башҡорт халыҡ йыры.

«Яман Сәриә»-башҡорт халыҡ йыры.

«Сәриә» — башҡорт халыҡ уйыны.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ