Һыҙғы (ауыл)

(Сыҫҡы битенән йүнәлтелде)

Һыҙғы (Сыҫҡы, Иҫкауыл; рус. Сызги) — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округындағы ауыл. Һыҙғы ауыл советының административ үҙәге[2].

Ауыл
Һыҙғы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Ҡала округы

Красноуфимск

Координаталар

56°26′52″ с. ш. 57°51′57″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1760

Халҡы

502[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 34394

Почта индексы

623324

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 224 867 001

ОКТМО коды

65 713 000 281

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һыҙғы (Рәсәй)
Һыҙғы
Һыҙғы
Һыҙғы (ауыл) (Свердловск өлкәһе)
Һыҙғы

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Юва йылғаһының ике яҡ ярында округ үҙәге Красноуфимск ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

Округтың иң боронғо тораҡ пункты булып тора, XVII быуат уртаһына тиклем һыҙғы ырыуы башҡорттары нигеҙләнгән[3]. Тәүге тапҡыр 1760 йылда телгә алына[4]. Себер даруғаһы Һыҙғы улусының үҙәге була. Һыҙғы ауылы кешеләре тарафынан Табанлыкүл (Озерки) һәм Боғалыштамаҡ ауылдарына нигеҙ һала[5].

1834 йылда ауылда 235 башҡорт һәм 40 типтәр, 1859 йылда — 410 башҡорт һәм 46 типтәр, 1863 йылда 410 башҡорт һәм 46 типтәр теркәлгән[6].

1920 йылғы тәүге совет йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 187 ихатала 1086 кеше, шул иҫәптән 156 ихатала 936 башҡорт, 28 ихатала 136 татар, 2 ихатала 8 типтәр, 1 ихатала урыҫтар йәшәгән[5][7].

Халҡы үҙгәртергә

1834 1869 1909 1920 1928[4][7]
244 439 901 1086 582
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
502

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Кисүбаев Мөхит Әхрәр улы — актёр, Татар АССР-ының халыҡ артисы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  2. Красноуфимский округ, муниципальное образование\\Департамент информационной политики Губернатора Свердловской области 2018 йыл 22 август архивланған.
  3. 3,0 3,1 Объект: деревня Сызги, муниципальное образование Красноуфимский округ
  4. 4,0 4,1 Урал аръяғы башҡорттарының Пермь губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 История башкирских родов. Кошсо, Сызги, Упей. Том 18 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 150—152. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. 7,0 7,1 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 235-237. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә